Бөтә яңылыҡтар
10
Новости
12 Март , 10:30

Һауа торошо ҡапыл күтәреләсәк

15 мартта тиклем уртаса тәүлек күрһәткестәре норманан 3-9 градусҡа юғарыраҡ буласаҡ.

Һауа торошо ҡапыл күтәреләсәк
Һауа торошо ҡапыл күтәреләсәк

Был аҙнала Башҡортостанда һауа торошон көньяҡ һауа массалары билдәләй, төбәккә аномаль йылы килә. Был хаҡта Башгидрометүҙәктән хәбәр иттеләр.

12-15 мартта уртаса тәүлек күрһәткестәре норманан 3-9 градусҡа юғарыраҡ була. Бындай температура һәм ямғырҙар ҡарҙың тиҙ иреүенә килтерә, тип иҫкәртә синоптиктар: түбәнерәк урынлашҡан участкаларҙа ҡаралтыларҙың һыу аҫтында ҡалыуы ихтимал. Бәләкәй дала һәм тау йылғаларында һыуҙың боҙ өҫтөнә сығыуы мөмкин.

Ә уҙған ял көндәрендә республикала көслө ҡар яуҙы, трассаларҙа хәрәкәтте сикләргә тура килде.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: