Бөтә яңылыҡтар
10
Новости
9 Март , 18:50

9 йәшлек бала аварияла ғаиләһен юғалтты

Атаһы авария урынында, әсәһе дауаханала һәләк була...

9 йәшлек бала аварияла ғаиләһен юғалтты
9 йәшлек бала аварияла ғаиләһен юғалтты

Хәйбулла районында ҡот осҡос юл фажиғәһендә  9 йәшлек ҡыҙ бөтә ғаиләһен юғалтҡан Мәғлүмәттәр буйынса, 40 йәшлек урындағы кеше "Лада Гранта" руле артында һулға боролған Зил йөк машинаһы менән бәрелешкән.

Авария һөҙөмтәһендә еңел автомобиль водителе алған йәрәхәттәрҙән ашығыс ярҙам килгәнсе һәләк була. Уның 31 йәшлек ҡатыны медицина учреждениеһында вафат була. Шулай уҡ юл-транспорт ваҡиғаһында уларҙың 9 йәшлек ҡыҙы зыян күрә. Ул төрлө йәрәхәттәр менән дауаханаға оҙатыла. Ваҡиға урынында дәүләт автоинспекцияһы һәм башҡа ашығыс хеҙмәттәр хеҙмәткәрҙәре эшләй. 

 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: