Бөтә яңылыҡтар
10
Новости
26 Февраль , 14:50

Таулыҡай ауылының уңған ғаиләһе

Ҡәйнәм менән 13 йыл бергә йәшәйбеҙ, Аллаға шөкөр. Ул йорттоң биҙәге, йәме...

Таулыҡай ауылының уңған ғаиләһе
Таулыҡай ауылының уңған ғаиләһе

Ҡәйнә һәм килен. Ауылыбыҙҙа ҡәйнәле - киленле матур ғаиләләр бик күп. Әммә килен һәм ҡәйнә булып бер ҡыйыҡ аҫтында йәшәүселәр бармаҡ менән һанарлыҡ. Ә Үрге Таулыҡай ауылында ундай ғаилә берәү!!!

Дилә һәм Гөлшат Байегетовтар тураһында һүҙем. Улар 13 йыл бергә һәм татыу ғүмер кисерә. Ике йәш йөрәк - Әбделкәрим ауылы һылыуы Дилә менән Таулыҡай егете Дамир 2012 йылда өйләнешә. Йәштәр тыуған ауылдан ситкә китеүҙе хуп күрмәй, атай нигеҙендә ҡала. Туғанлыҡ төшөнсәһен, атай-әсәй ҡәҙерен яҡшы аңлаған йәш килен ҡәйнәһен әсәһендәй яҡын күреп, бергә татыу һәм матур йәшәй башлайҙар. "Ҡәйнәм менән 13 йыл бергә йәшәйбеҙ, Аллаға шөкөр. Ул йорттоң биҙәге, йәме. Бер- беребеҙҙе аңлап, матур итеп йәшәйбеҙ. Балаларым да "ҡәртәсәй" тип өҙөлөп тора. Ҡәйнәм бер- ике көн өйҙә булмаһа, һағыналар, ҡасан ҡайта тип һорай башлайҙар", - ти Дилә Рәжәп ҡыҙы. Дамир һәм Дилә Байегетовтар дүрт балаға: өс улға һәм бер ҡыҙға ғүмер бүләк иткән. Аймир, Данир, Әмилә - мәктәп уҡыусылары булһа, Әмирхан - балалар баҡсаһына йөрөй. Гөлшат Йомағужа ҡыҙы һәр яҡан уңған киленен маҡтап телгә ала. Сөнки, ысынлап та, ҡатын - ҡыҙға хас барлыҡ эштәргә лә маһир ул Дилә һылыу. Эшлекле килендең яратҡан шөғөлдәренең береһе - баҡсасылыҡ. Ҡышын уҡ тәҙрә төптәрен төрлө үҫентеләр биләй. Ер уңдырышлымы, килендең ҡулынанмы, баҡсала ул сәскән емеш - еләк, төрлө- төрлө йәшелсәләр ишелеп уңа. Көҙөн хужабикәләр уларҙан салаттар, ҡайнатмалар әҙерләй. Шулай уҡ аллы-гөллө сәскәләр ҙә ихата алдын йәмләп үҫә. Бәйләү, тегеү эштәренә лә бик маһир ул Дилә һылыу. Ә шулай ҙа иң яратҡан шөғөлө - төрләндереп төрлө ризыҡтар бешереү. Салат әҙерләүме, бешеренеүме һәр ризыҡты бик тәмле итеп әҙерләй ул. Ата йортона төпләнгән Дамир, Дилә һәм әсәләренең хәлен белергә бер туғандары йыш бара. Ҡасан барһаң да, улар һәр ваҡыт асыҡ йөҙ, яҡты ҡараш, ихласлыҡ менән ҡаршы ала. Уңған, ҡунаҡсыл килен йүгереп йөрөп өҫтәл әҙерләй. Тәмле бәлештәр, бөйөрөктәр, пирогтар бер ваҡытта ла өҫтәлдән өҙөлмәй! "Икәүләп бешерҙек. Мин он иләп торҙом",- тип шаярта һәр ваҡыт ҡәйнә кеше. Бына шулай шаярып - көлөшөп, күңелле йәшәй килен менән ҡәйнә. Йорт хужаһы Дамир Баймаҡ ҡалаһының үҙәк китапханаһында программист булып эшләй. Компьютер серҙәрен яҡшы белгән Дамир Әмир улын коллегалары ихтирам итә, һәр ваҡыт маҡтап телгә ала. Бынан тыш, ул ауыл халҡының да ошо йүнәлеш буйынса ярҙам һорап мөрәжәт итеүселәрҙең үтегесен кире ҡаҡмай, ярҙам итергә тырыша. Дилә Рәжәп ҡыҙы "Һаҡмар" магазинында һатыусы булып эшләй. Һатып алыусыларҙы яҡты йөҙ менән ҡаршы алып, матур итеп аралашып эшләй ул. Ғаилә ялдарҙа, каникулдарҙа матур урындарға, экскурсияларға барырға ярата. Йәйен тәбиғәт ҡосағында, күл буйҙарында ял итһәләр, ҡышын тау шыуырға йөрөйҙәр. Ауыл ерендә гөрләтеп, бер ҙур ғаилә булып йәшәгән Байегетовтарға һоҡланырға ғына ҡала!

Автор:Альбина Байзигитова
Читайте нас: