0 °С
Ҡар
Мерәҫ ауылы "Ағинәй" йәмәғәт ойошмаһы ( етәксеһе Миңзәлә Ямантаева ) бөгөн бик матур сара үткәрҙе - уландары МХО - ла булған әсәләрҙе һәм шулай уҡ яраланып ҡайтҡан яугирҙәрҙе осрашыуға саҡырҙы, һәр саҡырылған ҡунаҡҡа иғтибар һәм хөрмәт күрһәтелде, уларға бүләктәр тапшырылды .
Түңәрәк өҫтәл артында фекер алышыу фәһемле булды , аралашыу һәр кемдең күңеленә йылылыҡ өҫтәне .
Бөтәһен дә ,, һуғыш тиҙерәк бөтһөн , яугирҙәребеҙ тыуған ерҙәренә теүәл әйләнеп ҡайтһын , илебеҙгә тыныслыҡ килһен !" тигән теләктәр берләштерҙе .
Осрашыу ,, Ағинәйҙәр бүлмәһе"дә ойошторолдо .