0 °С
Ҡар
Бөгөн “Баһадир” физкультура-һауыҡтырыу комплексында Афған яуын үткән яугирҙәр тәбрикләнде. Сара Афғанстандан Совет ғәскәренең сығарылыуына 36 йыллығына арналды. Баймаҡ ҡалаһы, Баймаҡ һәм Йылайыр райондары хәрби комиссары Х.Х. Хәмитов тәбрикләп, ветеран-афғансыларға миҙалдар тапшырҙы. Район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Фәнил Нәҙерғолов изге теләктәрен еткерҙе.
Һуңынан “кисәге” һалдаттар төрлө спорт ярыштарында көстәрен һынаны.