Түбә ауыл мәсетендә Совет, Пушкин, Чапаев, Мортазин урамында йәшәүселәр йорт-ил тыныслығы өсөн ҡорбан салып, аят уҡытты.
Урамыбыҙҙың иң әүҙем ҡатын-ҡыҙҙары иртән үк ғибәҙәт йортона килеп, аш-һыу әҙерләп, матур табын артына ауылдаштарҙы йыйҙы.
Ҡорбан ашында районыбыҙ мөхтәсибе Хәлил хәҙрәт Танһыҡҡужин ҡатнашыуы тағы ла мәртәбә өҫтәне.
"Мосолман башҡа ҡәрҙәшенә тел менән дә, ҡул көсө аша ла зыян килтермәҫ”, – тип өйрәтә динебеҙ. Ул мәрхәмәтлелеге, шәфҡәтлелеге менән айырылып тора, ризығынан фәҡирҙәргә өлөш сығара, яҡшы кәңәш-фекере аша эргә-тирәһендәгеләрҙең күңелен үҫтереп йәшәй. Иншаллаһ, ошо күркәм сифаттар тағы ла артһын, илебеҙ имен, үҙ-ара мөнәсәбәттәребеҙ татыу булһын, салған ҡорбандарыбыҙ өсөн Аллаһ Тәғәләнең сауабы насип итһен!
Илебеҙ тыныс, күгебеҙ аяҙ булһын, яугирҙарға иҫән-һау әйләнеп ҡайтырга яҙһын!