Бөтә яңылыҡтар
Новости
3 Май , 12:05

Махсус почта маркалары сыға

Маркалар 7 майҙа, Владимир Путиндың инаугурация тантанаһында, почта әйләнешенә инә

Владимир Путиндың Рәсәй президенты вазифаһына инеүе уңайынан махсус почта маркалары, конверттар һәм штемпель сығарыла, тип хәбәр итте «Рәсәй почтаһы»ның матбуғат хеҙмәте.

Маркалар 7 майҙа, Путиндың инаугурация тантанаһында, почта әйләнешенә инә. Маркала Рәсәй картаһы һәм президент штандарты төшөрөлгән. Тиражы - 156 мең дана, номиналы - 29 һум.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: