Бөтә яңылыҡтар
Новости
3 Май , 14:10

Башҡортостанда йыл башынан янғында 7 баланың ғүмере өҙөлгән

Йыл башынан алып 3 майға тиклем Башҡортостанда дүрт янғында 7 баланың ғүмере өҙөлгән. Фажиғәле осраҡтар... Тулыраҡ беҙҙең сайтта: 

Йыл башынан алып 3 майға тиклем Башҡортостанда дүрт янғында 7 баланың ғүмере өҙөлгән. Фажиғәле осраҡтар Мишкә, Белорет, Бишбүләк һәм Дыуан райондарында теркәлгән. Янғындарҙың барыһы ла шәхси йорттарҙа сыҡҡан. Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, былтыр ошо осорҙа бер бала һәләк булған.

Янғын һүндереүселәр иҫкәртә:

  • Балаларҙы ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ!
  • Уларҙы янғын ваҡытында дөрөҫ эш итергә өйрәтегеҙ!
  • Төндә бөтә электр приборҙарын һүндерегеҙ!
  • Иҫке электр сымдарын яңыһына алмаштырығыҙ!
  • Өйҙә янғын тураһында иҫкәрткән прибор һәм янғын һүндергес булырға тейеш!

«Балаға шәхси йортта ут сыҡһа, тиҙ арала эвакуацияланырға кәрәклеген аңлатығыҙ. Йәшенмәҫкә, уйынсыҡ йәки бесәй артынан йүгермәҫкә, ә эвакуацияланырға», — тип билдәләнеләр ведомствола.

https://www.bashinform.ru/news/law/2024-05-03/v-bashkirii-s-nachala-goda-na-pozharah-pogibli-7-detey-3751797

Автор:Дарья Субботина
Фото "Башинформ"
Башҡортостанда йыл башынан янғында 7 баланың ғүмере өҙөлгән
Башҡортостанда йыл башынан янғында 7 баланың ғүмере өҙөлгән
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас: