Һаҡмар
+10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
2 Май , 19:05

Иҫән ҡалған егет дауахананан сыға

Пациентты бөгөн сығаралар. Ҡыҙ ауыр хәлдә реанимацияла ята...

Иҫән ҡалған егет дауахананан сыға
Иҫән ҡалған егет дауахананан сыға

Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан биш кеше һәләк булған юл фажиғәһендә иҫән ҡалғандарҙың хәле тураһында хәбәр иттеләр. 19 апрелдә Өфө — Ырымбур юлының 1-се саҡрымында «ВАЗ-2115» автомобиле «КамАЗ» йөк машинаһы менән бәрелешкән. Юл-транспорт ваҡиғаһында водитель һәм уның пассажирҙары, 22 һәм 20 йәшлек егеттәр һәм 18 йәшлек ике ҡыҙ һәләк булған. 21 йәшлек егет менән ҡыҙ иҫән ҡалған. Уларҙың барыһы ла Өфө районында йәшәгән, бер ҡыҙ — Өфөнән.

«Пациентты бөгөн сығаралар. Ҡыҙ ауыр хәлдә реанимацияла ята», — тип белдерҙеләр министрлыҡта.

https://bash.bashinform.ru/news/social/2024-05-02/f-l-yul-fazhi-end-i-n-al-an-egette-dauahananan-sy-aralar-3750724

 

Автор:
Читайте нас: