Бөтә яңылыҡтар
Новости
26 Апрель , 19:30

Сиҙәмселәргә арналды был байрам

Мөһим байрамға ныҡлап әҙерләнгән аҡморондар хеҙмәт батырҙары Геннадий Дедюхин, Хәмит Кәримов, Зиннур Килдеғошев, Хөрмәт Мөхәмәтдиновты данланы. Ә улар, үҙ сиратында, 70 йыл элек булған хәтирәләре менән уртаҡлашты, илебеҙҙең мөһим тарихи үҫеше, ер кешеһенә булған хөрмәт хаҡында һөйләне. Сараға арнап әҙерләнгән бай йөкмәткеле концерт та һәр кемдең йөрәгенә үтеп инде...

Сиҙәмселәргә арналды был байрам
Сиҙәмселәргә арналды был байрам

Бөйөк Ватан һуғышынан һуң ил бер көндә генә терелеп-тергеҙелеп китә алмай, йәшәү ауыр була. Кешеләрҙе һаман да аслыҡ һәм яланғыслыҡ йонсота, күптәрҙең хыялы: “Их, туйғансы икмәк ашарға ине”,-тип яңғырай. Бындай ауырлыҡтар Аҡморон ауылын да урап үтмәй.

1954 йылда КПСС-тың Үҙәк Комитеты сиҙәм һәм ҡалдау ерҙәрҙе үҙләштереү ҡарарын ҡабул иткәс, күп төбәктә, шул иҫәптән Аҡморон яҡтарында ла тормош йәнләнә. Бында илебеҙҙең төрлө төбәктәренән 22 кеше сиҙәм ерҙе күтәрергә килә. Мөһим эшкә ерле халыҡ та ҡушыла. 1954 йылдың 17 апрелендә сиҙәм ергә тәүге бураҙна һалына. Бөгөн Аҡморон ауылының үҙәгендә “Совхоздың сиҙәмселәренә бағышлана” тигән яҙыу менән трактор ҡуйылған. Илде тергеҙеүгә, халыҡты икмәккә туйҙырыуға ҙур өлөш индергән хеҙмәт батырҙарына һәйкәл ул. Әйтергә кәрәк, сиҙәм һәм ҡалдау ерҙәрҙе үҙләштереү башланғандың тәүге йылында уҡ Аҡморон яҡтарында 17 мең гектарҙан ашыу ер эшкәртелә. “Баймаҡ” совхозы алдынғылар рәтенә сыға, юғары наградаларға лайыҡ була.

Ошо тарихи ваҡиғаларға 70 йыл тулыуын Аҡморон ауыл биләмәһе хакимиәте оло тантана итеп үткәрҙе.

Район хакимиәте башлығының урынбаҫары Азат Шәрипов сарала ҡатнашыусыларҙы тәбрикләп үтте: “Һуғыштан һуңғы ауыр йылдарҙа сиҙәм ерҙәрҙе үҙләштереү игенселектең үҫешенә ҙур өлөш индергән, халыҡты туйҙырырға ярҙам иткән. Был мөһим эш батыр, сыҙам, илһөйәр ҡыҙҙар һәм егеттәрҙең фиҙаҡәр хеҙмәте менән башҡарылған. 1954 – 1956 йылдарҙа районыбыҙҙа 67 мең гектарҙан ашыу сиҙәм ерҙәр үҙләштерелгән. “Баймаҡ” совхозынан 92 кеше “Сиҙәм ерҙәрҙе үҙләштергән өсөн” миҙалына лайыҡ булған. Миңлеғәле Райманов, Мәүлетбай Ғәйетбаев, Хәмит Кәримов һ.б. юғары наградаларға эйә булған. Совхоздың етәкселәре Андрей Лукьянов, Александр Повираев, Марат Кирәев, Булат Көмөшбаев һ.б. хужалыҡты үҫтереүгә тос өлөш индерҙе. Хөрмәтле ветерандар, һеҙҙең фиҙаҡәр хеҙмәтегеҙ алдында бөгөн баш эйәбеҙ”.

Аҡоморон ауыл биләмәһе башлығы Марс Әбүбәкеров: “Беҙҙең ерҙәргә сиҙәм ерҙәрҙе үҙләштереү өсөн Советтар Союзының һәр төбәгенән эшселәр килә. Үҙ-ара булған татыулыҡ, дуҫлыҡ, берҙәмлек, эшһөйәрлек ҙур ҡаҙаныштарға өлгәшергә ярҙам итә. 70 йыл элек тыуған ерҙәребеҙҙе үҫтергән, илебеҙҙе һуғыштың афәтенән йолондорған шәп осор башлана. Бөгөн беҙ был хеҙмәт батырҙарын данлайбыҙ, улар мәңгегә тарихыбыҙҙа һаҡланасаҡ”,-тине.

Мөһим байрамға ныҡлап әҙерләнгән аҡморондар хеҙмәт батырҙары Геннадий Дедюхин, Хәмит Кәримов, Зиннур Килдеғошев, Хөрмәт Мөхәмәтдиновты данланы. Ә улар, үҙ сиратында, 70 йыл элек булған хәтирәләре менән уртаҡлашты, илебеҙҙең мөһим тарихи үҫеше, ер кешеһенә булған хөрмәт хаҡында һөйләне. Сараға арнап әҙерләнгән бай йөкмәткеле концерт та һәр кемдең йөрәгенә үтеп инде.

Ниндәй генә заманда йәшәһәк тә, икһеҙ-сикһеҙ баҫыуҙарҙы эшкәртеп, илде икмәккә туйындырған хеҙмәт батырҙары бер ҡасан да онотолмаҫ. Сөнки улар - ил һәм тыуған ер ғорурлығы, терәк-таянысы.

Гүзәл Салихова.

 

Сиҙәмселәргә арналды был байрам
Сиҙәмселәргә арналды был байрам
Сиҙәмселәргә арналды был байрам
Сиҙәмселәргә арналды был байрам
Сиҙәмселәргә арналды был байрам
Сиҙәмселәргә арналды был байрам
Сиҙәмселәргә арналды был байрам
Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: