Һаҡмар
+4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
26 Апрель , 17:05

Ауыр йылдар хәтере

Бөгөн халыҡ ижады үҙәгендә сәй табыны артында чернобылселәр, уларҙың яҡындары, төрлө учреждение етәкселәре йыйылды. Район хакимиәте башлығы урынбаҫары Фәнил Нәҙерғолов уларға тәбрикләү һүҙҙәрен еткерҙе. Шулай Ватан һағында булғанда 18 йәшендә генә Чернобыль һәләкәте урынына ебәрелгән Зөфәр Ғимрановҡа наградаларын тапшырҙы. Халыҡ ижады үҙәге артистары бик матур музыкаль күстәнәс әҙерләгәйне. Чернобылселәр үҙҙәрен борсоған һорауҙарға яуаптар ҙа алды...

Ауыр йылдар хәтере
Ауыр йылдар хәтере

26 апрелдә бар донъя радиация аварияларында һәм һәләкәттәрендә һәләк булыусыларҙы иҫкә алалар. 1986 йылда, тап ошо көндө, Советтар Союзының иң ҡеүәтле атом электр станцияһында – Чернобыль АЭС-ының 4-се энергоблогында шартлау яңғырай.

Радиоактив бысраныу Украина, Белоруссия һәм, илебеҙҙең башҡа төбәктәренән тыш, бөтә Европа илдәренә лә янай. Шуға күрә лә фажиғә эҙемтәләрен бөтөрөүгә Советтар Союзынан меңәрләгән кеше йәлеп ителә. АЭС, атомсылар ҡалаһы Припять менән Чернобыль ҡасабаһын уртала ҡалдырып, 30 саҡрымлыҡ ситләтелеү зонаһы (ЧЗО) барлыҡҡа килә, ул сәнскеле тимерсыбыҡ менән уратыла. Радиация менән зарарланған башҡа ерҙәрҙҙән кешеләр тиҙ арала ситкә күсерелә. Дүрт йыл буйы 800 меңдән ашыу кеше радиация нурҙарынан ҡотҡарыу саркофагын төҙөнө, хәүефле радиоактив зоналарҙа таҙартыу эштәре алып барҙы. Улар барыһы ла радиация нурланышына дусар булдылар. Һандар теле менән әйткәндә, һәләкәт барышында 200 тоннаға яҡын радиоактив матдә ырғытыла, зыян күләме йөҙҙәрсә тапҡырҙан артып китә. Ә Чернобыль халҡы Хиросимаға төшкән атом бомбаһы шартлауынан 90 тапҡыр артығыраҡ нурланышҡа дусар була. Бөтәһе 160 мең квадрат километр биләмә бысрана.

Фжиғә эҙемтәләрен бөтөрөүҙә ҡатнашҡан кешеләрҙең һаулыҡтары ҡаҡшай, күптәре ваҡытынан алда вафат булып ҡала.

2012 йылдан алып илебеҙҙә “Радиация авариялары һәм һәләкәттәре эҙемтәләрен бөтөрөүҙә ҡатнашыусылар көнө” киң билдәләнә. Миллиондарҙың ғүмерен һаҡлап ҡалыуҙа үҙҙәрен ҡорбан иткән ябай хеҙмәт кешеләре, белгестәр ниндәй батырлыҡ өлгөһө күрһәтеүҙәрен аңламағандыр ҙа, был хаҡта уйламағандыр ҙа. Төрлө тармаҡ белгестәре, ғалимдәр, хәрбиҙәр, хатта гүзәл зат вәкилдәре ҙур берҙәмлек, ҡаһарманлыҡ күрһәтеп, донъяны техноген һәләкәте эҙемтәләрен киң таралыуҙан, зыян күләме артмауҙан, яңынан - яңы ҡорбандарҙан араланылар.

Һәләкәт эҙемтәләрен бөтөрөүҙә Башҡортостандан 12 мең кеше ҡатнаша. Улар араһында баймаҡтар ҙа бар. 

Радиоактив матдәләр үҙенең зарарлы тәьҫирен меңдәрсә йыл һаҡлауын онотмайыҡ. Шуға күрә лә Чернобыль АЭС-ындағы шартлау, уға тиклем булған Силәбе өлкәһендәге “Маяҡ” берекмәһе һәләкәте тарихта ғына ҡалһын ине. Кешеләргә 26 апрелдә генә түгел, ә башҡа ваҡытта ла атом ҡорбандарын иҫләргә, Чернобыль бер ҡасан да ҡабатланмаһын, тип йәшәргә кәрәк.

 

 

Ауыр йылдар хәтере
Ауыр йылдар хәтере
Ауыр йылдар хәтере
Ауыр йылдар хәтере
Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: