Һаҡмар
+6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
19 Апрель , 08:40

Ҡурҡыныс аварияла 5 кеше һәләк булған

Барыһы ла йәштәр...

Өфө ҡалаһынан сығып барған ерҙә еңел автомашина һыу һибеп барған КАМАЗ машинаһы менән төкөшә. Һөҙөмтәлә, еңел машиналағы 3 егет һәм 2 ҡыҙ һәләк була. Тағы бер ҡыҙ һәм егетте дауаханаға оҙатҡандар. Был хаҡта БР ғәҙәттән тыш хәлдәр комитетының мәғлүмәт үҙәге яҙып сыҡты. Әлеге ваҡытта аварияның сәбәптәрен асыҡлау буйынса эштәр алып барыла. 

Мәрхүм булған йәштәрҙең ата-әсәләренең һәм туғандарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ. 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: