Бөтә яңылыҡтар
Новости
19 Апрель , 08:10

Бөгөн - сағыу һәм үҙенсәлекле көн

Төрлө мәҙәниәт һәм милләт вәкилдәрен Башҡортостан Республикаһы халыҡтарының Милли кейеме көнө менән ҡайнар ҡотлайбыҙ! Барығыҙға ла именлек һәм һаулыҡ, тыныслыҡ һәм татыулыҡ теләйбеҙ!Байрам менән, дуҫтар! 

Бөгөн - сағыу һәм үҙенсәлекле көн
Бөгөн - сағыу һәм үҙенсәлекле көн

Башҡортостан Республикаһы халыҡтарының Милли кейем көнөн йылына ике тапҡыр — апрелдең өсөнсө йомаһында һәм сентябрҙең икенсе йомаһында билдәләйҙәр.
Байрамға 2020 йылда нигеҙ һалынды.

Милли кейем – халҡыбыҙҙың ҡәҙерле ҡомартҡыһы, уның эске булмышының, күңел донъяһының, көнкүрешенең сағылышы.

Милли кейем — милли төҫ, милли сифатты сағылдырған бер билдә генә түгел, ә халыҡтың оло тарихын, ижади ҡеүәһен күрһәткән дәлил. Был байрам халыҡтың традицияларына, тарихына һәм мәҙәниәтенә мөрәжәғәт итергә мөмкинлек бирә.

Башҡортостан - күп милләтле республика, уның территорияһында 160-тан ашыу төрлө милләт вәкилдәре татыулыҡта һәм берҙәмлектә йәшәй. Уларҙың һәр ҡайһыһының мәҙәни үҙенсәлеге бар: уны милли кейем аша күрергә мөмкин.

Төрлө мәҙәниәт һәм милләт вәкилдәрен Башҡортостан Республикаһы халыҡтарының Милли кейеме көнө менән ҡайнар ҡотлайбыҙ! Барығыҙға ла именлек һәм һаулыҡ, тыныслыҡ һәм татыулыҡ теләйбеҙ!
Байрам менән, дуҫтар!

Бөгөн - сағыу һәм үҙенсәлекле көн
Бөгөн - сағыу һәм үҙенсәлекле көн
Бөгөн - сағыу һәм үҙенсәлекле көн
Бөгөн - сағыу һәм үҙенсәлекле көн
Бөгөн - сағыу һәм үҙенсәлекле көн
Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: