Һаҡмар
+9 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
18 Апрель , 16:00

Өлкәндәргә лә прививкалар кәрәк

Вакцинацияның оҙайлылыҡ ваҡыты сикле: ваҡыт үтеү менән иммунитет кәмей. Тимәк, прививкалар өлкәндәр өсөн дә мөһим. Ә ниндәй прививкалар эшләтергә кәрәк һуң?  Медицина күрһәтмәләре буйынса шәхси рәүештә ниндәй прививкалар яһатырға мөмкин:- коклюш: дифтерия һәм столбняк менән ҡатнаш бер доза вакцина, һәр 10 йыл һайын;- вируслы А гепатиты;- талпан энцефалиты;- менингококк инфекцияһы...

Вакцинацияның оҙайлылыҡ ваҡыты сикле: ваҡыт үтеү менән иммунитет кәмей. Тимәк, прививкалар өлкәндәр өсөн дә мөһим.

Өлкәндәргә ниндәй прививкалар яһатырға кәрәклеге хаҡында БР һаулыҡ һаҡлау министрлығы белгестәре һөйләй.

Мөһим! Әгәр вакцина яһатырға ниәтләһәгеҙ, мотлаҡ рәүештә дауалаусы табибығыҙ менән тейешле прививкалар һәм уларҙың ваҡыты тураһында кәңәшләшегеҙ. Табип һеҙҙең теге йә был вакцинаға ҡаршы күрһәтмәләрегеҙ бармы-юҡмы икәнлекте билдәләйәсәк. Үҙегеҙ менән прививка сертификаты алыу яҡшы.

 Йәшәү урыны буйынса поликлиникала бушлай яһала торған мотлаҡ прививкалар:

- вируслы В гепатиты: 18 йәштән 55 йәшкә тиклемге кешеләргә, өс тапҡыр яһала, быға тиклем ауырымаған һәм прививка яһатмағандарға тәғәйенләнә;
- дифтерия, столбняк: һәр 10 йыл һайын;
- ҡыҙылса: 18 йәштән 35 йәшкә тиклемгеләргә, шулай уҡ хәүеф төркөмөндәге 36 йәштән 55 йәшкә тиклемгеләргә, ғүмер дауамында ике прививка;
- ҡыҙамыҡ: бала саҡта прививка яһатмаған 18-25 йәшлек ҡатын-ҡыҙҙарға, кәмендә 3 ай арауыҡ менән ике доза;
- грипҡа ҡаршы: ниндәй йәштә булыуға ҡарамаҫтан, йыл һайын.

Эпидемик күрһәткестәр буйынса хәүеф төркөмөнә ингәндәргә яһалған прививкалар:

- вируслы А гепатиты: 6-12 ай арауыҡ менән ике доза;
- талпан энцефалиты: бер йылдан һуң һәм һуңынан өс йыл һайын ревакцинация эшләтеп, ике доза;
- пневмококк инфекцияһы: үпкә ауырыуынан яфаланған 60 йәштән өлкәндәр, әрмегә алыныусылар;
- менингококк инфекцияһы — әрмегә алыныусылар;
- һыу сәсәге — әрмегә алыныусылар.

 Медицина күрһәтмәләре буйынса шәхси рәүештә ниндәй прививкалар яһатырға мөмкин:

- коклюш: дифтерия һәм столбняк менән ҡатнаш бер доза вакцина, һәр 10 йыл һайын;
- вируслы А гепатиты;
- талпан энцефалиты;
- менингококк инфекцияһы: 55 йәшкә тиклем бер тапҡыр;
- һыу сәсәге: прививкалар араһында кәмендә 6 аҙна интервал менән ике доза;
- кеше папилломаһы вирус-инфекцияһы: өс доза.

Иммунинетты нығытыу ваҡыты боҙолған осраҡта прививка яһатыуҙы яңынан башларға кәрәкмәй: күпселек вакцинация схемалары графиктан тайпылыуға юл ҡуя. Ваҡыт үтһә лә, прививка яһатыуҙы дауам итергә генә кәрәк.

Автор:
Читайте нас: