Һаҡмар
+24 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
29 Март , 08:30

Ташҡынға әҙерһегеҙме?

Көслө шарлауыҡтар ишек алдарына, кәртә-ҡураға үтеп инә, йорт баҙҙарын һыу баҫа. Бындай мәлдә уялыҡты юғалтырға ярамай...

Ташҡынға әҙерһегеҙме?
Ташҡынға әҙерһегеҙме?

Һуңғы йылдарҙа районыбыҙҙа яуым-төшөм тейешле кимәлдә булмай, ҡоролоҡтан йонсоғайныҡ. Ҡышын - ҡар, йәйен ямғыр теләнек һәр саҡ. Былтыр көҙ ямғырҙар яҡшы яуҙы. Ҡар ҙа мул булды. Яҙ ҙа яуым-төшөмлө булмаҡсы. Шуға көндәр йылытып, ҡар иретә башлағас, күп урында гөрләүектәр  ишек алдына, кәртә-ҡураға үтеп инә, өйҙәрҙең баҙҙарын һыу баҫа. Тау йылғаларының юл аша аҡҡан ерҙәр ҙә бар. Шуға күрә бындай мәлдә бигерәк тә иғтибарлы булығыҙ. Балаларҙы ташҡын янына яңғыҙын ебәрмәгеҙ. Балалар бындай саҡта үтә ҡыҙыҡһыныусан була. Уларға ташҡындың хәүефен аңлатығыҙ.

Ташҡын ҡапыл көсәйгән мәлдә малды һаҡлау, уны икенсе урынға күсереү мөмкинселеген уйлап ҡуйығыҙ.

Ауыл биләмәләрендә ташҡын хәүефһеҙлеген күҙәтеү өсөн барыһы ла эшләнә. Ҡалала махсус хеҙмәттәр эшләй. Әммә тәбиғәттең беҙҙән һәр саҡ көслөрәк булыуын онотмағыҙ. 

Йәмле яҙҙар имен килһен!

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: