Йәшерен-батырыны юҡ, ҡала халҡы баҙарға йәиһә йәрминкәгә кейем-һалым, башҡа әйбер алыр өсөн түгел, ә тап ауылда етештерелгән аҙыҡ-түлекте һатып алырға килә.Сөнки бөгөн тик ауыл продукцияһы ғына экологик таҙа булыуы менән билдәле.
Бөгөн баҙарға ит алырға килеүселәргә буш ҡул менән ҡайтырға тура килде - уны һатып алыусылар бөтөнләй булманы тиерлек.Тик бер генә кеше ит алып килгән, уныһын да тиҙ арала һатып алып бөткәндәр.Хәйер, һөт ризыҡтары павильонында ҡаҙ ите лә, бройлер ҙа, күркә лә булды.
Әйтергә кәрәк, һөт ризыҡтарына хаҡтар үҙгәрмәне.1,5 литр һөт - 100, бер баш ҡорот һәм ҡыҙыл эремсек - 100, 1 кг һыйыр майы 600 һум булды.1 кг ҡаҙы - 700, 1 кг бройлер ите - 300, күркә - 450, ҡаҙ - 500 һум.Күркә фаршы - 450 һум.
Миндектең пары - 150, селек һеперткеһе - 50 һум.Бер биҙрә картуф - 350 һум, уны Әбйәлилдән һәм Учалынан алып килеп һаталар.Үҙебеҙҙең райондыҡын хәҙер табырмын тимә...