Һаҡмар
+9 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Октябрь 2021, 12:18

"Был вирус быға тиклем булған бер ауырыуға оҡшамаған..."

Ковид госпиталендә тәүлек әйләнәһенә эшләгән күренекле табип Гөлнур Латыпова менән әңгәмә. Ни өсөн КТ-ны шунда уҡ эшләмәйҙәр? Ковид грипп ауырыуынан нимәһе менән айырыла? Тажлы үләттән һаҡланыу өсөн нимә эшләргә? Ошо һәм башҡа һорауҙарға яуаптар эҙләнек.

Коронавирус ауырыуының көндән-көн көсәйә барыуы һәр кемде уйға һалалыр. Хәҙер: “юҡ ундай ауырыу!” тип оран һалыусылар ҙа юҡҡа сыҡты. Барыһы ла аңлай – ауырыу бар һәм уның эҙемтәләре ҡот осҡос. Район-ҡала буйынса ла ауырыуҙар ныҡ күбәйҙе. Һәр ғаилә тиерлек туғанын, танышын, дуҫын ерләне. Ошоға тиклем Баймаҡта ике ковид госпитале эшләп килде. Үткән аҙнала ковид менән ауырығандар өсөн тағы 20 койка урыны асылды. Ә урын барыбер юҡ! Ошо һәм башҡалар хаҡында тажлы үләт башланғандан алып “ҡыҙыл зона”нан сыҡмай, күп кенә ауыр хәлдәге кешеләрҙе ҡотҡарған, инфекция бүлеге мөдире, билдәле табип Гөлнур Әҙеһәм ҡыҙы Латыпова менән әңгәмә ҡорҙоҡ.

- Гөлнур Әҙеһәм ҡыҙы, коронавирус таралғандан – тарала бара. Һеҙ үҙегеҙҙе хәүеф аҫтына ҡуйып иң хәүефле ауырыуҙар менән эшләүегеҙҙе дауам итәһегеҙ.

- Әлбиттә, ниндәй генә хәл килеп тыуһа ла, мин һөнәремә тоғро ҡалам. Был шулай булырға тейеш тә. Сөнки Гиппократ антын биргәнмен һәм мин уға һәр саҡ тоғро ҡалам. Инфекционист булараҡ, ер йөҙөндә төрлө ауырыуҙар, вирустар барлығын яҡшы беләм. Әммә донъяны ошондай алама ауырыу ялмап алыр, ә беҙ – медицина хеҙмәткәрҙәре, был хәүефтең алдынғы һыҙығында тороп ҡалырбыҙ тип бер ҡасан да уйламағайным.

- Ауырыу көсәйгәнен күреп, ниҙәр уйлайһығыҙ?

- Иң тәүҙә мине халыҡтың вайымһыҙлығы аптырата. Һаман да шул уҡ ҡунаҡтарға йөрөү, күпләп мәжлес йыйыу... Ауырыу шашҡан мәлдә ниңә тыйылып тормайһығыҙ? Ни өсөн былай ҙа ҙур көсөргәнешлек менн эшләгән медицина хеҙмәткәрҙәренең тағы ла нығыраҡ ҡатмарлаштыраһығыҙ? Кешенең һаулығының 10 проценты ғына табиптан тора, ә ҡалған 90 проценты үҙ намыҫында.

- Йәғни?

- Коронавирустан вакцина эшләтмәйҙәр, йәмәғәт урындарында битлекһеҙ йөрөйҙәр, хатта ҡулдарын һабынлап йыуырға оноталар. Шунан: “Миңә был ауырыу ҡайҙан килеп эләкте икән?”-тип аптырайҙар. Аптырау ғынамы – илайҙар. Вакцина яһатмаған һәр кемдән ни өсөн эшләтмәүен һорайбыҙ. “Зинһар, ғүмеремде генә ҡотҡарығыҙ! Һуң аңланым – вакцина эшләтергә кәрәк булған! Һауыҡҡас та эшләтәм”,-тип ялбаралар. Бер кемдең дә: “Ярай, үләйем дә ҡуяйым”,-тип ятҡаны юҡ әле. Һәр береһе ғүмеренә сат йәбешеп, һуңғы һулышына тиклем йәшәү өсөн көрәшә. Ә шуларҙың барыһын күҙәткән табиптар тимерҙән эшләнгән тип уйлайһығыҙмы? Һәр кеше өсөн уның ғүмеренең һуңғы секундтарына тиклем әжәл менән алышабыҙ. Тик табип бит мөғжизә эшләй алмай.

- Кешеләр күп үләме?

- Эйе, үләләр. Коронавирустың тәүге тулҡындары ваҡытында ауырыуҙарҙың һаулығы өсөн көрәшергә ваҡыт була торғайны. Йәғни уның үпкәһе вирус менән 20 процент тирәһе зарарланды икән, ти, артабанғы аҙна эсендә был зарарланыу кимәле ныҡ артмай ине. Ә хәҙер ковид тулыһынса мутацияға бирелде. Беҙ был сирҙән ни көтөргә икәнлеген дә белмәйбеҙ. Кешенең үпкәһе иртәнсәк 20 процент зарарланған булһа кискә ул 80-90 процентҡа барып етә. Коронавирус шулай күҙ асып йомған арала бар тәнде ялмап ала. Ә инде кешенең тағы ла хроник ауырыуҙары ла булған булһа, ул ковидҡа тиҙ арала бирешә лә ҡуя.

- Вакцина яһатҡандар нисек ауырый?

- Беренсенән, коронавирустан вакцина яһатҡандар беҙгә һирәк килеп эләгә. Икенсенән, улар күпкә еңел ауырый. Табип булараҡ минең дә ҡыҙыҡһыныуым көслө: прививка яһатҡан кеше нисек ауырый, үпкәһе зарарланғанмы, нисә көндән йүнәлә башлай һ.б. Һәм, әлбиттә, барыһын да күҙәтеп яҙып, барам. Сөнки коронавирус кешелек менән тағы күпме буласағы бер кемгә лә билдәһеҙ, ә ошо рәүешле, практикала, барыһын да өйрәнеп барыу миңә тағы ла тәжрибә өҫтәй, ауырыу менән тағы ла эффектив көрәшеү алымдарына өйрәтә.

- Вакцина яһатҡандар тиҙерәк йүнәләме?

- Эйе, улар ике көндән йүнәлеү юлына баҫа. Күптәренең үпкәһенә вирус бөтөнләй төшмәй. Ә вакцина яһатмағандарҙың аҙна – ун көндән дә хәлдәре насар була әле. Һәм һәр береһе прививка яһатырға кәрәк булғанына ниһайәт инана, тик ҡайһы саҡта һуң булып ҡуя шул.

- “Вакцина эшләтеп үлгән”. “Прививка ҡуйҙырған булһа ла мәрхүм булды” “Вакцина яһатам тип кешегә чип ҡуялар тей” һ.б. шуның кеүек һүҙҙәр тураһында ниҙәр әйтер инегеҙ?

- Кешелек барлыҡҡа килгәндән алып төрлө ауырыуҙарҙың эпидемиялары булған, тотош ҡалалар ғына түгел, иле менән ятып үлгәндәр. Һәм һәр саҡ кешелекте шул таралған ауырыуҙан вакцина яһатыу ғына ҡотҡарған. Әҙәм балаһы йәшәй-йәшәй шундай һығымтаға үҙе килгән һәм ауырыуҙарҙы еңгән. Ә беҙҙең көндәрҙә нимә күҙәтелә. Теләһә нәмә һөйләгән “аҡыллы баштар” үтә күбәйеп китте түгелме? Вакцинаға ҡаршы нимә тип кенә уйлап тапмайҙар! Һәм халыҡ ышана! Әҙәм балаһы ҡыҙыҡ ҡоролған бит – насар, алама, яман һүҙҙе ул тиҙерәк ҡабул итә. Үҙе ышанып ҡына ҡалмай, өҫтәп-яһап, артабан тарата әле ул. Вакцина яһатҡандарҙың сөскөргәнен генә көтөп торалар. Коронавирустан прививка эшләтеү ковид менән бөтөнләй ауырымаясаҡһың тигәнде аңлатмай бит. Ул бит вакцина – ә үлемһеҙлек дауаһы түгел. Прививка яһатҡандар ауырыуҙы еңелерәк кисерә, тәндәге башҡа ауырыуҙар ҡатмарлашып, ҡуҙғып китеүгә юл ҡуйылмай.

- Тағы бер борсоған мәсьәлә. Күп кенә кешеләр оло йәштәге ата-әсәләренә вакцина яһатыуҙы тыя. Ошо хаҡта ниҙәр әйтерһегеҙ?

- Был бөтөнләй башҡа һыймаҫлыҡ хәл! Олоғая бара кешенең организмы былай ҙа туҙа. Төрлө хроник сирҙәр ҡалҡып сыға. Күп өлкәндәргә операция яһатырға кәрәк. Ә операциянан һуң хәлһеҙләнгән оло кешегә бар ауырыу йәһәт кенә йәбешергә тора. Шуға күрә мотлаҡ вакцина эшләтергә кәрәк. Өлкәндәрҙең янында ейән-ейәнсәрҙәре йүгереп йөрөй. Ә балалар ҡайҙа ғына бармай! Улар ауырыуҙы еңел йөрөтә, шул уҡ ваҡытта янындағы өлкәндәргә йоҡтороп та өлгөрә. Тимәк, ғаиләләге оло кешегә вакцинаны иң тәүҙә яһатырға кәрәк.

- Вакцина эшләргә ярамаған кешеләр ҙә барҙыр?

- Үкенескә ҡаршы, бар. Улар араһында бына прививка яһатырға теләүселәр күп. Тик табип ниндәйҙер һаулыҡ күрһәткестәренә таянып, вакцина яһатыуҙы ваҡытлыса йәки бөтөнләйгә тыя. Әлбиттә, бындай кешеләргә үтә лә ныҡ һаҡланырға, үҙен ныҡ ҡарарға кәрәк.

- Ковид менән хәҙер балалар ҙа ауырый башланы...

- Эйе, коронавирус менән ауырыған балалар һаны ла арта. Ковидтың тәүге тулҡындары ваҡытында беҙ уларҙың ауырыуын бөтөнләй күрмәнек тә, һиҙмәнек тә тиерлек. Ауырыған балалар иһә ковидты еңелсә йә бер симптомһыҙ үткәрҙе. Хәҙер хәл бөтөнләй үҙгәрҙе. Балалар араһында коронавирусты ныҡ ауыр үткәргәндәр бар. Ата-әсәләргә мөрәжәғәт итеп шуны әйткем килә: балаларығыҙҙың һаулығына иғтибарлы булығыҙ. “Әҙерәк йүткерә ине”, “Температураһы юғары түгел ине” тигән кеүек аҡланыу һүҙҙәре бөтөнләй булырға тейеш түгел. Ауырыуҙың тәүге билдәһе күренде, табипҡа күренәһегеҙ, дауаланаһығыҙ. Сирле баланы мәктәпкә, баҡсаға ебәреп, башҡаларҙы ауырытыу бөтөнләй килешмәгән эш. Юғиһә, ата-әсәләр үҙҙәренең эшен, ваҡытын уйлап, ауырыу баланы уҡырға оҙата. Һөҙөмтәлә, бына шулай коронавирустың ныҡлап таралыуын күҙәтебеҙ. Ковид менән зарарланғандар араһында уҡытыусылар ҙа, тәрбиәселәр ҙә бар. Ауырыу балаларҙан улар ҙа йоҡтороп өлгөрә бит.

- Дауаханала сират булыуға зарланып, унда бармаусылар ҙа етерлек. Ата-әсәләр ҙә шуға күрә балаларын йортта дауалап маташа...

- Аңлағыҙ, медицина хеҙмәткәрҙәре ҡот осмалы көсөргәнешлек менән эшләй. Беҙгә лә ковид менән ауырығандар килә, беҙ ҙә уларҙан сирҙе йоҡтороп, ауырыйбыҙ. Медицина хеҙмәткәрҙәре араһында ауырыуы бер нисә мәртәбә йоҡторғандар ҙа бар. Сөнки халыҡ ковидтан һаҡланып, ҡайҙалыр ситтә йөрөй алһа, беҙ – медиктар ошо үләттең эсендә йөрөйбөҙ. Йыш ҡына – тәүлек әйләнәһенә! Беҙҙең дә яҡындарыбыҙ бар. Улар беҙҙең өсөн борсола, ә беҙ ковидты өйөбөҙгә алып ҡайтып ҡуймайыҡ тип хәүефләнәбеҙ. Шуға күрә табиптар етмәй киткән осраҡтар була, сират та йыйылалыр. Әммә ошондай ауыр саҡта бер-беребеҙе хөрмәт итеү, барыһын да аңлап ҡабул итеү – йәшәйешебеҙе еңеләйтеп ебәрер ине. Әгәр кешеләр бар һаҡланыу сараларын күҙәтеп, вакцина ла яһатһа, медицина хеҙмәткәрҙәренә төшкән көсөргәнешлек тә кәмер ине бит. Тик күптәр һаман шуны ниңәлер аңламай.

- Ошо мәлдә төрлө киҙеү ауырыуҙары башлана. Айрыуса грипп көсәйә. Уларҙы ковидтан нисек айырырға?

- Был ике ауырыу иң элек инкубация осоро менән айырыла. Коронавирус инфекцияһы ваҡытында ул 5-7 көндән алып 14 көнгә тиклем дауам итә, йәғни ауырыу яйлап үҫешә. Ә грипп ныҡ киҫкен башлана, вирус организмға эләккәс, сир бер, йәки ике-өс көндән үк беленә. Температура күтәрелеү, тән ауыртыу, йүткереү – был билдәләр икеһенә лә хас һәм табип булмаған кешегә үҙенең ниндәй сир йоҡтороуын белеүе лә ҡыйын.

- “Миңә шунда уҡ компьютер томографияһы эшләмәнеләр. Шуға ауырыуҙы ваҡытында билдәләмәнеләр” тип зарланыусыларға ни әйтерһегеҙ?

- Йыш ҡына был инфекция бер ниндәй билдәһеҙ үтеүе ихтимал – коронавирустың мәкерлеге лә шунда. Шуға күрә бөгөн уны асыҡлауҙың төп юлы – лаборатор тикшереүҙәр. Үпкәләрҙең ни кимәлдә зарарланыуы компьютер томографияһы ярҙамында асыҡлана. Ҡайһы берәүҙәр ауырығандың беренсе көндәрендә үк компьютер томографияһы үтергә кәрәк, тип хафалана башлай. Йоҡҡан вирус ҡанға, тамырҙарға күскәнсе, унан үпкәгә барып етеп, уның күҙәнәктәренә ингәнсе байтаҡ ваҡыт үтә. Һәм, әлбиттә, тәүҙә үк уҙғарылған томография тикшереүе бер нәмә лә күрһәтмәй. Шуға күрә табип һеҙгә әлегә томография үтеүҙе билдәләмәгән икән, был дөрөҫ.

- Коронавирус үпкәгә генә түгел, бөтә организмға зыян килтерә, тиеүҙәре дөрөҫмө?

Бөгөн коронавирус инфекцияһы беренсе сиратта үпкәләрҙе зарарлаған системалы воскулит – ҡан тамырҙарының ауырыуы булараҡ баһалана. Был сир ваҡытында йөрәк, баш мейеһе, бөйөр һәм башҡа ағзаларҙағы ҡан тамырҙары, тиреләге капиллярҙар ҙа ныҡ үҙгәреш кисерә. Иғтибар итһәгеҙ, ковид менән ауырығандар башҡасараҡ йүткерә. Улар тәрән итеп тын алырға тырышҡанда үпкә төбөнән түгел, өҫтән генә сыҡҡан ҡоро йүтәл менән интегә. Был тап ҡан тамыры үҙгәргән саҡтағы йүтәл инде.

-Ковид тураһынд тағы ниҙәр әйтерһегеҙ?

- Коронавирус инфекцияһы – донъяла быға тиклем булған бер пандемияға ла оҡшамаған. Уның нисек үтеүе йыш ҡына бөтөнләй аңлашылмай. Мәҫәлән, COVID-19 вирусын эләктереп, ауырыуҙы үткәргән кешелә оҙаҡ ваҡытҡа уға ҡаршы тороусанлыҡ барлыҡҡа килергә тейеш, тип уйлайбыҙ. Сөнки бөтә ҡағиҙәләр буйынса, ауырыуҙан һуң барлыҡҡа килгән иммунитет прививка яһатҡандағынан да көслөрәк. Ләкин әле донъяла был сирҙе уҙғарып, уны икенсегә йоҡтороусылар билдәле. Етмәһә, беренсе тапҡыр кеше уны еңелсә үткәрһә, икенсеһендә инде ауырыраҡ сирләгән осраҡтар күп.

- Гәзит уҡыусыларыбыҙға кәңәштәрегеҙ?

- Һаҡланығыҙ! Вакцина эшләтегеҙ һәм һау-сәләмәт тормош алып барығыҙ. Ҡунаҡҡа йөрөү һәм мәжлес йыйыуығыҙҙы ҡуйып тороғоҙ, зинһар!

- Гөлнур Әҙеһәм ҡыҙы, ошондай көсөргәнешле мәлдә беҙгә әңгәмә бирергә ваҡыт табыуығыҙ өсөн ҙур рәхмәт! Һеҙ ҙә үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ, һау-сәләмәт булығыҙ! Коронавирус менән көрәшкән бар медицина хеҙмәткәрҙәренә район-ҡала халҡы исеменән оло рәхмәт!

Гүзәл Салихова әңгәмәһе.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: