Бөтә яңылыҡтар
10
Мәғариф
25 Март , 15:00

Сыңғыҙ мәктәбендә Герой партаһы асылды

Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Сыңғыҙ төп дөйөм белем биреү мәктәбендә ошо ауылда тыуып үҫеп, махсус хәрби операцияла һәләк булған егеттәр Миңләхмәт Туйсин, Салауат Килдин һәм  Тәлғәт Иманғоловҡа арнап Герой партаһы урынлаштырылды. 

Махсус хәрби операцияла ҡатнашып батырҙарса һәләк булған ир-егеттәрҙең исемен мәңгеләштереү маҡсатында бихисап эштәр башҡарыла. Шуларҙың береһе - мәктәптәрҙә Герой парталары асыу.

Уҙған аҙнала Сыңғыҙ мәктәбендә өс яугирға арнап Герой партаһы урынлаштырылды. Улар ошо ауылда тыуып үҫкән Миңләхмәт Нурәхмәт улы Туйсин,Тәлғәт Әхмәт улы Иманғолов һәм Салауат Рим улы Килдин. Сарала мәрхүмдәрҙең ата-әсәләре, яҡындары ҡатнашты.

Автор:Альбина Байзигитова
Читайте нас: