Бөтә яңылыҡтар
Ғаилә йылы
8 Май , 11:02

Хеҙмәтенә күрә хөрмәте

Коллегабыҙ, Баймаҡ телевидениеһы журналисы Раушания Рәхимова Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Маҡтау грамотаһына лайыҡ булды

Хеҙмәтенә күрә хөрмәте
Хеҙмәтенә күрә хөрмәте

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы, Баймаҡ районы башҡорттары ҡоролтайы ҡарарҙарын урында тормошҡа ашырыуға күп көс һалғаны, халҡыбыҙҙың телен, тарихын һаҡлау һәм үҫтереү, милли йолаларҙы пропагандалау өлкәһендә әүҙем эшмәкәрлеге өсөн Баймаҡ телевидениеһы журналисы Рәхимова Раушания Хатип ҡыҙы Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Маҡтау грамотаһы менән бүләкләнде.Награданы кисә район ҡоролтайында Башҡортостан Республикаһы Башлығы кәңәшсеһе Рәсих Хәмитов тапшырҙы.Ҡотлайбыҙ!

Автор:Азамат Мухаметшин
Читайте нас: