Бөтә яңылыҡтар
Ғаилә йылы
7 Май , 21:38

Ҡоролтай уҙған осорға йомғаҡ яһаны

Бөгөн Баймаҡта район башҡорттары ҡоролтайы үтте.Унда үткән осорға йомғаҡ яһалды, быйылға бурыстар билдәләнде

Ҡоролтай уҙған осорға йомғаҡ яһаны
Ҡоролтай уҙған осорға йомғаҡ яһаны

Йыйындың эшендә Башҡортостан Республикаһы Башлығы кәңәшсеһе Рәсих Хәмитов, БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты Фәнит Моратбаҡиев, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ағзалары Хәлил Рәхмәтуллин һәм Лариса Абдуллина, Өфө фән һәм технологиялар университетың Сибай институты директоры Илдар Хәмитов, район хакимиәте башлығы Фәнис Әминев ҡатнашты.Ҡоролтайға ауыл биләмәһе башлыҡтары, урындарҙағы йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре, ойошма, учреждение етәкселәре саҡырылды.Йыйын менән Баймаҡ районы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Ришат Ишембәтов етәкселек итте.

Тәүҙә Ришат Вәкил улы Ҡоролтайҙың уҙған йылдағы эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһаны.Доклад буйынса фекер алышыуҙарҙа Әхмәр ауылынан әүҙем йәмәғәтсе Таңсулпан Мәтинова һәм Ишбирҙе ауыл биләмәһе башлығы Динар Иҙелбаев сығыш яһаны.

Артабан сарала ҡатнашҡан ҡунаҡтар үҙҙәренең фекерҙәре менән уртаҡлашты.

Йыйында быйылғы осорға план ҡабул ителде.

Ҡоролтай эшмәкәрлегендә, ауылдарҙы үҫтереүгә, халҡыбыҙҙың телен, мәҙәниәтен үҫтереүгә күп көс һалған әүҙем йәмәғәтселәр тәбрикләнде, "Сәләмәт ауыл", "Сылтыр шишмә" конкурстарына йомғаҡ яһалды.

Йыйында алтын туйҙарын билдәләгән Тәнзилә һәм Ришат Ишембәтовтар ҙа тәбрикләнде.

Ҡоролтайҙың уҙған йылдағы эшмәкәрлеге ҡәнәғәтләнерлек тип баһаланды.Һәр хәлдә, Ришат Ишембәтов етәкләгән район башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының эшмәкәрлеге юғары баһаға лайыҡ булды.

Автор:Азамат Мухаметшин
Читайте нас: