Бөтә яңылыҡтар
Ғаилә йылы
6 Май , 14:56

Закон ниңә үтәлмәй?

"Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында"ғы Закондың нисек үтәлеүен тикшереү маҡсатында апрель аҙағында рейд үтте.Етешһеҙлектәрҙе бөтөрөү өсөн ниҙәр эшләнгән?

Закон ниңә үтәлмәй?
Закон ниңә үтәлмәй?

Баймаҡ ҡалаһының сауҙа нөктәләрендәге табличка һәм алтаҡталарҙың ике дәүләт телендә дөрөҫ яҙылыу-яҙылмауын тикшереү маҡсатында апрель айында рейд ойошторолғайны.Рейд барышында 5 предприсание яҙылды, башҡаларына иҫкәртеү яһалды, етешһеҙлектәрҙе 1 майға тиклем бөтөрөү бурысы ҡуйылды.

Әммә күптәр махсус комиссия иҫкәрмәләрен инҡар итте.Тик бер магазин хужалары ғына - Кейем-һалым һәм аяҡ кейеме донъяһы магазины - ваҡытында хатаһын төҙәтте.

Тейешле талапты үтәмәгән эшҡыуарҙар махсус комиссия ултырышына саҡыртыласаҡ.

Автор:Азамат Мухаметшин
Читайте нас: