Бөтә яңылыҡтар
Ғаилә йылы
4 Май , 15:00

Һуғыш яралаған бала саҡ

Бала сағы ауыр һуғыш йылдарына тура килгән малай-ҡыҙҙар күптән инде сал сәсле инәй-бабайҙар ҡорона ингән...

Һуғыш яралаған бала саҡ
Һуғыш яралаған бала саҡ

Билал ауыл китапханаһында үткән "Һуғыш яралаған бала саҡ" исемле осрашыуға Билал, Һәмән ауылының һуғыш йылы балалары, ауылдаштар, IX класс уҡыусылары килде. Дилара Сәлимйән ҡыҙының бейеүселәре Сулпан Шаһибалова, Ынйыгөл Йәнгилдинаның бейеүе барыбыҙға ла оҡшаны!

Ғәлиә апай Исхаҡованың "Үлмәҫбай" поэмаһын шул тиклем йөрәктәргә үткәреп ятлауына һоҡландыҡ.

Рәхмәт, Ғәлиә апай! Һуғыш йылы балаларын ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Илдүсә Азат ҡыҙы, ветерандар советы рәйесе Зәйнулла Хәсән улы тәбрикләне. Осрашыуҙы үткәреүҙә ярҙам иткән ағинәйҙәргә, ҡатын-ҡыҙҙар советына ҙур рәхмәт! Улар мн бергәләп сәй табыны ойошторҙоҡ. Бала сағы ауыр һуғыш йылдарына тура килгән малай-ҡыҙҙар күптән инде сал сәсле инәй-бабайҙар ҡорона ингән. Хәҙер инде улар бәхетле олатай, өләсәй, ейән-ейәнсәрҙәре генә түгел, бүлә-бүләсәрҙәре лә бар. Шуныһы иғтибарға лайыҡ: сабый-саҡтан тормоштоң әсеһен-сөсөһөн күп күреп, күпме ыҙалар аша үткәнгәме, улар тормош ауырлығына зарланмай, барына шөкөр итеп йәшәй.

Артабан да уларға иҫәнлек-һаулыҡ, бәхетле ҡартлыҡ, балаларының ҡыуаныстарына һөйөнөп йәшәүҙәрен теләйбеҙ!

Райхана Булатова. 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: