Бөтә яңылыҡтар
Ғаилә йылы
4 Май , 13:30

Лениндар өлгө күрһәтә

Алдынғы хужалыҡ һоло һәм донник культуралары сәсә

Лениндар өлгө күрһәтә
Лениндар өлгө күрһәтә

Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре Ғәлим Булат улы Сәлимов етәкләгән Ленин исемендәге АХК, ер бер аҙ һурығыу менән, иң тәүгеләрҙән булып баҫыу эштәренә тотондо.Әле сәсеүгә 3 ҡамыл сәсеү агрегаты һәм 1 рәт сәскесе йәлеп ителгән.

Самат Сәйетов, Наил Солтанов, Айрат Туйсин агрегаттары һоло сәсеү менән шөғөлләнә.Ғәйзулла Сағынбаев донник сәсеүҙә эшләй.Орлоҡ ташыуҙа Фәнил Ғәйетбаев һәм Ҡәнзәфәр Гөлбәйетов, сәсеүселәр Айрат Сәғәҙәтов, Рәхимйән Ғәлин, Юнир Салихов, орлоҡ тейәүҙә Илшат Сирбаев, Хәлит Үҙәнбаев тырышып эшләй.Баш агроном Ишбулды Күсәрбаев, баш инженер Ғәле Сәғәҙәтов сәсеү эштәре менән оҫта етәкселек итә.

Предприятиеның быйыл да яҡшы уңыш үҫтереп алырына шикләнмәҫкә мөмкин.Баҫыуҙарҙа гөрләп барған эш тә шуға ишара.

Автор:Азамат Мухаметшин
Читайте нас: