Бөтә яңылыҡтар
Ғаилә йылы
19 Апрель , 12:00

“Тормоштан ләззәт алам”

"Шуныһы иҫемдә ҡалған, бала саҡта мин буйға бәләкәй генә була торғайным. Мәктәпте бөткәндә тантаналы линейкаға теҙҙеләр. Мине ике ҡыҙ уртаһына баҫтырып, тупһаның бер баҫҡысына өҫкә мендереп ҡуйҙылар. Үҙемсә хәҙер уйлайым инде, һап-һары, оҙон сәсле, бахыр ғына булып баҫып торғанмындыр инде тим. Иҫемә төшһә, әле лә көлөп алам..." Башҡортостан юлдаш телевидениеһының һәм “Юлдаш” радиоһының алыштырғыһыҙ алып барыусыһы, күп проекттар авторы, Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре, яҡташыбыҙ Наил Юнысовтың исеме яҡшы таныш. Әмин ауылында тыуып үҫкән егет бөгөн киң ҡолас менән ижад диңгеҙендә йөҙә. Иҫәпһеҙ-һанһыҙ бурыстарҙы үҙ иңенә алған Наил Тәлғәт улы менән булған ҡыҙыҡлы әңгәмәне сайтыбыҙға инеп уҡығыҙ:

“Тормоштан ләззәт алам”

Башҡортостан юлдаш телевидениеһының һәм “Юлдаш” радиоһының алыштырғыһыҙ алып барыусыһы, күп проекттар авторы, Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре, яҡташыбыҙ Наил Юнысовтың исеме яҡшы таныш. Әмин ауылында тыуып үҫкән егет бөгөн киң ҡолас менән ижад диңгеҙендә йөҙә. Иҫәпһеҙ-һанһыҙ бурыстарҙы үҙ иңенә алған Наил Тәлғәт улын “Һаҡмар”ға ҡунаҡҡа саҡырып, бихисап һорауҙарыбыҙҙы бирҙек.

  • Наил, әңгәмәне бала саҡтан башлайыҡ әле.

– Мин 1982 йылда Әминдә тыуғанмын. Тәүге өс класты ауылдағы башланғыс мәктәптә алдым. Класта өс кенә бала булдыҡ. Минзәйрә Игебаева һәм Резеда Йосоповалар менән уҡыным. 5-се кластан 8-гә тиклем Темәс дөйөм белем биреү мәктәбендә белем алдыҡ. Шул осорҙа Әминдә 9 йыллыҡ мәктәп тә асылды. Шунлыҡтан ике класташ ҡыҙым менән кире ауылға ҡайттыҡ. Был мәктәптең беҙ беренсе сығарылыш уҡыусылары булдыҡ.

Шуныһы иҫемдә ҡалған, бала саҡта мин буйға бәләкәй генә була торғайным. Мәктәпте бөткәндә тантаналы линейкаға теҙҙеләр. Мине ике ҡыҙ уртаһына баҫтырып, тупһаның бер баҫҡысына өҫкә мендереп ҡуйҙылар. Үҙемсә хәҙер уйлайым инде, һап-һары, оҙон сәсле, бахыр ғына булып баҫып торғанмындыр инде тим. Иҫемә төшһә, әле лә көлөп алам.

  • Мәктәпте тамамланығыҙ. Артабан?

– 9-сы кластан һуң ҡайҙа уҡырға барырға, тигән һорау килеп тыуғас, оҙаҡ ҡына уйларға тура килде. Шунан Сибай педагогия училищеһының башланғыс кластар уҡытыусылары әҙерләгән бүлегенә барырға булдым. Имтиханда музыкаль һәләтеңде лә күрһәтергә кәрәк булғас, Урал еҙнәйем Исҡужин ҡурайҙа уйнарға өйрәтте. Ул заманда өйрәнгән көйҙәрҙе әле лә беләм. Ләкин был уҡыу йортона барырға насип булманы. Өфөнән килгән Зөлфиә апайым менән Флорид еҙнәйем Ҡасим Дәүләткилдиев исемендәге гимназияға уҡырға барырға тәҡдим иттеләр. Рәссам булырһың, тинеләр. Ата-әсәйемдәр менән һөйләшеп, мине шунда алып киттеләр. Унда ике йыл уҡыным. Шунлыҡтан беренсе дипломым буйынса мин - рәссам. Һынлы сәнғәт буйынса уҡытыусы дипломым бар. 11-се класты бөткәндә һүрәт төшөрөргә өйрәндем. Ағасты һырлап төрлө әйберҙәр эшләй инем. Уларға ҡарата минең бала саҡтан ҙур ҡыҙыҡһыныу бар ине. Таҡталарға биҙәктәр һалып, уларҙы бысаҡ менән уйып, ҡырҡып эшләй торғайным. Ниндәй генә байрам булһа ла әсәйемә, апайҙарыма, инәйҙәремә үҙ ҡулдарым менән биҙәп, семәрләп эшләгән турау таҡталары, туҡмас таяҡтары, элгестәр бүләк итә торғайным. Бөгөн дә улар туғандарымда бар. Күреп ҡалһам, быларҙы мин эшләнем бит әле, тип ҡыуанып китәм. 6-7-се кластарҙа уҡығанда атҡа ышлыя эшләргә өйрәнгәйнем. Пресс ебенән биҙәктәр һалып тороп йүгән ишеп һата торғайным. Үҙебеҙҙең аттарға ла тик шуларҙы кейҙерә инем. Минең шундай ҙа һәләтем булды ул.

– Бөгөн дә эшләйһегеҙме?

– Юҡ, әлеге ваҡытта бер нәмә лә эшләгәнем юҡ. Элегерәк тик шуның менән генә мәшғүл була торғайным. Хәҙер тел менән күберәк хәбәр һөйләйем.

– Гимназияны тамамлағас, ҡайҙа уҡырға барҙығыҙ?

– Башҡорт дәүләт университетының филология факультетына уҡырға индем. Филолог булып сыҡтым. Әммә бер көн дә уҡытып ҡараманым. Практиканы Сибай ҡалаһының 13-сө мәктәбендә үткән инем. Миңә 8-се класты бирҙеләр. Шунда уҡытыусыларҙың ысын хеҙмәтен күрҙем. Балалар тыңламай, уҡытыуы ауыр. Шул арҡала теманы аса алдыммы, юҡмы, тип борсола торғайным. Шунда үҙемә ҡарар иттем: бер ваҡытта ла уҡытыусы булмаҫҡа. Ниндәйҙер ҡурҡыу тойғоһо ҡалҡып сыҡҡайны. Уҡытыусы булыу үҙенә күрә оҫталыҡ талап итә бит ул, һәләт кәрәк. Уҡытыусы булып тыуырға кәрәктер, тип уйлайым. Уларҙың барыһына ла тырышлыҡ, сыҙамлыҡ теләйем. Хәҙер уйлайым да, әгәр берәй мәктәпкә барған булһам, тәүҙә уҡытыусы, бәлки, һуңғараҡ директор ҙа булып ултырыр инем, тип. Ләкин был юлдан китмәүемә бер ҙә үкенмәйем.

– Мәктәпкә барманығыҙ. Ә хеҙмәт юлын ҡайҙа һәм кем булып башланығыҙ?

– 2005 йылда 5-се курста уҡығанда, диплом яҙған мәлдә БДУ-ла һаҡ хәүефһеҙлеге хеҙмәткәре булып эшләй башланым. Бер кем дә ҡамасауламай һиңә, диплом яҙыуға уңайлы урын. Аҡсаһы ла килеп тора. 5-се курста уҡығанда уҡ өйләнгәйнем. Ғаиләм булғас, эшләргә лә кәрәк ине бит. Бер көн кәләшем Лилиә шылтырата: “Юлдаш” радиоһы кастинг иғлан иткән, шундай барып ҡарайһыңмы әллә”, - ти. Үҙемдең көсөмдө һынап ҡарар өсөн ризалаштым. Һаҡсы булып ултырғанда гәзит-журналдар күп уҡый торғайным. Шуларҙы алам да үҙ алдыма Әхәт Мортазин кеүек тауышымды көйләп, ҡылана торғайным. “Хәйерле сәғәттә, дуҫтар! Һеҙҙе “Юлдаш” радиоһында Наил Юнысов сәләмләй”, – тип уға оҡшатырға тырыша инем. Кастингҡа килгәс, ҡараһам, йөҙләгән кеше йыйылған. Улар араһынан дүрт кенә кешене һайлап алдылар. Дүрт егетте. Шулай итеп, “Юлдаш” радиоһында эшләй башланым. Ҡапыл ғына килеп сыҡты ул. Яҙмыш үҙе шулай ҡушҡандыр инде. 5-се курста уҡығанда ла артабан кем булып һәм ҡайҙа эшләремде белмәй инем. Был турала бөтөнләй уйламай торғайным. Бер ниндәй идея ла булманы. Нисек булһа шулай булыр, тип йөрөп ята инем. Аллаға шөкөр, бына хәҙер 19 йыл телеүҙәк башняһынан сыҡҡаным юҡ.

– Ә телевидениеға нисек барып эләктегеҙ?

– 2005 йылда телеүҙәктә лә эшләй башланым. Эшем менән ныҡ ҡәнәғәтмен. “Юлдаш” радиоһында алып барыусы булып ярты йыл эшләгәндән һуң телевидениеға кастингка саҡырҙылар. Бында ла конкурсты үтеп, “Сәләм” тапшырыуын алып бара башланым. Параллель эшләнем. Туғыҙ йыл дауамында киске “Юлдаш” радиоһында төрлө тапшырыуҙар алып барҙым. Төнгө сәғәт 10-дан 12-гә тиклем радиола эшләйем. Ныҡ арыған булһам, эштә, кабинетта йоҡлап ҡала торғайным. Сөнки иртәнсәк сәғәт биштән тороп “Сәләм” программаһына сығып ултырырға кәрәк бит.

– Арытманымы шундай тығыҙ режимда эшләү?

– Ул ваҡытта йәшлек менән йөрөгәнмендер инде. Энергия күп, ташып тора. Туғыҙ йыл ошо режим менән эшләнем. 2008-2009 йылдарҙа “Юлдаш” радиоһында шулай уҡ бүлек етәксеһе лә, алып барыусылар бүлеге етәксеһе, ижад берекмәһе етәксеһе вазифаларын да йөкмәттеләр. Йыл ярым тирәһе шунда тәжрибә туплап алдым. 2011 йылда БСТ телеканалына интерактив тапшырыуҙар редакцияһы етәксеһе итеп саҡырҙылар. Ул ваҡытта Дәүләт Думаһы депутаты Эльвира Айытҡолова телевидениела баш мөхәррир ине. Тәүҙә барғым килмәне. Сөнки радиола эшләүем менән дә шул тиклем ҡәнәғәт инем. Оҡшай ине. Телевидениеға кил, үҫергә кәрәк, тинеләр. Аҙаҡтан инде көсләшеп тигәндәй мине барыбер үҙҙәренә ылыҡтырҙылар. Телевидениеға күскәс тә мин радионы ташламаным. 2011 йылға тиклем ике ерҙә лә алып барыусы булып эшләнем. Һуңынан хәлем бөтә башлағанын һиҙҙем. Йылына бер-ике тапҡыр дауханала ятып дауаланырға, витаминдар алырға кәрәк булды. Шунлыҡтан радио менән хушлашырға тура килде. 

– Артабан телевидениела башкөллө эшләй башланығыҙ инде?

– Эйе, 2011 йылда тулыһынса телевидениеға күсеп эшләй башланым. Хәҙер инде 13 йыл буйына БСТ телеканалының интерактив редакцияһының һәм “Сәләм” программаһының етәксеһе булып торам. Ләкин һуңғы йыл ярымда ғына “Сәләм”дең алып барыусыһы булараҡ эшемде туҡтаттым. Һуңғы 18 йыл эсендә эш режимым таңғы сәғәт 5-тән башлана. Көн һайын тигәндәй шулай иртә менән торорға тура килә. Тапшырыуға йә берәй мәртәбәле ҡунаҡ килә, йә уныһы һуңлай. Етәксе булғас, бөтәһе лә миңә шылтыратып әйтә. Һайлап алған яҙмыш булғас, түҙергә тура килә.  Хәҙер “Киске телеүҙәк” ток-шоуын да алып барам.

  • Эш гөрләй инде?

– Эште гөрләтәбеҙ. Телеканалдың продюсер вазифаһын да башҡарам. Ниндәй эш ҡушалар - шуны үтәйем. Башкөллө килеп сумғанмын инде. Унан сығып китеү теләге лә юҡ. Башланған эштәр күп. Уларҙы артабан үҫтерергә кәрәк.

– Әйткәндәй, һеҙҙең “Тәмле” тапшырыуы былтыр ҙур уңыштарға иреште...

– Эйе, 2023 йыл беҙҙең өсөн бик һөҙөмтәле булды. “Беҙ бергә” тип аталған тапшырыу ҙур патриотик көскә эйә. “Тәмле” тапшырыуы эшләп, унда республикала йәшәгән егерме милләттең аш-һыуын, йәшәйешен күрһәттек. Башҡорт, рус, татар, сыуаш, ҡаҙаҡ һәм башҡа милләттәр тураһында ҙур сериялы эш булды ул. Уңышлы килеп сыҡты. Уны беҙ Бөтә донъя Башҡорттары Ҡоролтайы менән берлектә БР Башлығының Грантына төшөргәйнек. Уҙған йылда “Тәмле” проекты алты конкурста еңеү яуланы. Шуның өсәүһе - республикала, ҡалғаны - федераль кимәлдә. Мәскәүҙә уҙған “Моя земля – Россия” конкурсында беренсе урынды алдыҡ. Ҡазан ҡалаһында үткән “Многоликая Россия” Бөтә Рәсәй конкурсында ла еңеү яуланыҡ. Һәр береһендә йөҙәр мең һум аҡса оттоҡ. Был беҙҙең Башҡортостан Юлдаш телевидениеһының ҙур еңеүе. Уҙған йылда ошо проектты эшләгән ете хеҙмәткәр Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге Хөкүмәт премияһына лайыҡ булдыҡ. Был беҙҙе тағы ла дәртләндереп, ҡанатландырып ебәрҙе.

– Быйылға ниндәй пландар бар?

– Былтыр алты награда алғандан һуң быйылға ла пландар ҡора инек. Ләкин әлегә туҡтап торорға булдыҡ. Ошо “Тәмле” проектын 2025 йылда ҡайтанан тергеҙеп, дауам итергә уйлайбыҙ. Республикалағы ҡалған район-ҡалаларынан башҡа милләттәрҙең аш-һыуын, көнкүрешен төшөрөүҙе күҙаллайбыҙ.

– Бындай тапшырыу алып барғас, киләһе һорау үҙенән-үҙе килеп сыға: бешерергә яратаһығыҙмы?

– Һуңғы осорҙа бешереү һәләтем артты ғына, тип әйтәйем. Элек тә бешерә торғайным. 2000 йылда бер үзбәк үҙҙәренең былауын әҙерләргә өйрәткәйне. Бик тәмле килем сыға. Ауылға ҡайтһам мотлаҡ рәүештә ҡаҙан аҫып, былау бешереп, туғандарымды һыйлайым.

Бынан тыш һуңғы ике йылда әзербайджандарҙың милли шах-плов тигән аш-һыуын бешерергә оҫтарып алдым. Ләүәшкә  төрөлгән былау инде ул. Интернеттан ҡарап өйрәндем. Ике йыл дауамында күп бешерҙем уны. Туғандарымды, дуҫтарымды һыйланым. Әле шах-плов буйынса оҫталыҡ дәрестәре күрһәтәм. “Бишбармаҡ” студияһын ҡуртымға алам да, ун бишләгән кешене саҡырам. Һәр береһенә эш бүлеп биреп, бергәләп әҙерләйбеҙ. Үҙемә алып барыусы ла, модератор ҙа, шеф-ашнаҡсы ла булырға тура килә. Был миңә ныҡ оҡшай. Һуңғы ваҡытта был ризыҡты әҙерләргә теләүселәр ҙә күп.

  • Һеҙҙең ял көндәре нисек үтә?

– Ял көндәрен мотлаҡ ғаиләм менән уҙғарам. Тәмле генә итеп берәй аш-һыу әҙерләйем. Мөмкинлек булһа, тышта ҡаҙан аҫып бешерергә тырышам. Шул маҡсатта былтыр баҡса һатып алғайныҡ. Шунда йәй буйы ғаиләмде һыйлап сыҡтым. Барған һайын ҡаҙан аҫып, яңы ризыҡ бешереп, үҙемдең оҫталығымды арттырам. Аш-һыу тирәһендә йөрөү, бешереп-төшөрөү миңә ләззәт бирә.

  • Ғаиләгеҙ тураһында бер нисә һүҙ.

- Кәләшем ун ете йыл телевидениела сығарылыш режиссеры булды. Декрет ялынан һуң ул үҙ эшен булдырып, әлеге ваҡытта онлайн режимда эшләй. Балаларым Лиана, Инсаф, Айтуған.

- Улар башҡорт телен беләме?

- Әлбиттә, улар ике телде лә яҡшы белә. Ҡайһы бер балалар кеүек тел ватып һөйләшмәй. Лиана ҡыҙыма хәҙер ун һигеҙ йәш. Ул “Урал батыр” эпосын яттан һөйләү буйынса конкурстарҙа ҡатнашып, призлы урындар яуланы. Башҡа төрлө конкурстарҙа ла ихлас ҡатнашып, үҙенең актерлыҡ оҫталығын күрһәтте. Инсаф улым да “Урал батыр” эпосын яттан һөйләүселәр конкурсында, башҡа шиғри бәйгеләрҙә ҡатнашып тора, уңыштары ла ҙур ғына. Айтуған улыма әле дүрт кенә йәш. Ул да төрлө конкурстарҙа ҡатнаша башланы. Йырлай ҙа, шиғыр ҙа ятлай. Дөрөҫөн әйткәндә, балалар менән күберәк кәләшем шөғөлләнә. Уларға йыр ҙа, шиғыр ҙа өйрәтә. 

– Һеҙҙең өсөн ниндәй миҙгел иң яҡыны?

– Йәй. Витаминдар туплай торған осор. Бер туҡтауһыҙ эшләп йөрөгәндә, йәйгеһен бындай мөмкинлекте файҙаланып ҡалырға тырышам. Тағы ла шуның өсөн йәйҙе яратам – ауырымайһың. “Д” витаминын, ҡояш нурҙарын туйынғансы алаһың. Йәйгеһен ауылға ҡайтып бесән эшләргә яратам. Өмәләп бесән эшләү йолаһы беҙҙә әле лә бар. Ҡайһы ерен транспорт менән, ҡайһы ерен ҡул салғыһы менән соҡоштороп сабабыҙ. Минең отпуск бесән эшләп үтә, тиһәм дә яңылыш булмаҫ, моғайын.  Мин - Баймаҡтан, кәләшем Йылайыр районынан бит инде. Шуға отпуск мәлен ул яҡта ла, был яҡта ла уҙғарырға тырышабыҙ. 

– Спортҡа ҡарашығыҙ нисек?

– Спортҡа килгәндә, мин мәктәптә уҡыған сағымда көрәш менән шөғөлләнә торғайным. Аҙаҡ бөйөрҙәр ауырта башлағас, был шөғөлдән баш тарттым. Волейбол ныҡ ҡыҙыҡһындыра. Иң яратҡан спорт төрө шул инде. Үҙебеҙҙең команда менән төрлө турнирҙа ҡатнашабыҙ. Әхәт Мортазиндың яҡты иҫтәлегенә уҙғарылған волейбол ярышында ла уйнаныҡ.  Футболды үҙһенмәйем, сөнки унда күп йүгерергә кәрәк. Тын ҡыҫыла. Баскетболда ла шулай уҡ. Йүгереү миңә бирелмәгән.

  • Тыуған яҡтарға йыш ҡайтаһығыҙмы?

– Юҡ шул, теләһәк тә ауылға йыш ҡайтып булмай. Балаларҙың каникулынан тора инде. Сит илдәргә барып берәй аҙна ял итһәк тә, отпускының ҡалған көндәрен ауылда бесән эшләп, ял итеп уҙғарабыҙ. 

– Яратҡан фильмығыҙ?

– Күңелемә яҡын булғандарын ҡарайым. Заман фильмдарының береһе лә хәтерҙә ҡалмай тиерлек. “Ы” операцияһы”, “Шурик мажаралары”, “Ирония судьбы” кеүек легендар фильмдарҙы яратам. Ун тапҡыр ҡараһам да ялҡытмай улар.

– Һеҙ гитарала ла уйнайһығыҙ...

– Гитарала уйнау һәләте студент саҡтан килә. Ҡасан уйнарға өйрәнгәнемде лә хәтерләмәйем. Элек беҙҙең ата-бабалар ҡулдан-ҡулға йөрөтөп гармунда уйнаһа, беҙҙең быуын студенттары ятаҡта гитарала уйнарға яратты. Кәйефем булмаһа шул гитарамды ҡулыма алам да, уйнап, йырлап күңелемде күтәрәм.– Әле ниндәй пландар менән йәшәйһегеҙ?

– Әллә ни ҙур пландар юҡ. Телевидениела эшләһәм дә Бөтә Донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты ағзаһы булып торам. Ике йүнәлеш тә бер-береһен тулыландырып, бәйләп килә. Әле Ҡоролтайҙың эше менән күп йөрөргә тура килә. Төрлө райондарға сығабыҙ. Быйылғы пландар ҙа Ҡоролтай менән бәйле. Ҡоролтай тарафынан иғлан ителгән “Айыҡ ауыл” республика конкурсында Йылайыр һәм Балаҡатай райондарының кураторы булып торам. Йылына бер нисә тапҡыр урындарға сығып, ошо тәңгәлдә уҙғарылған сараларҙа ҡатнашырға тура килә. Барған һайын камера алам, тапшырыу әҙерләйем. Уҙғарған сараларҙы ҡарап, уларҙың пландарын ҡеүәтләп, үҙемә лә көс-ғәйрәт алып, йөрөп ҡайтам.

– Әйткәндәй, быйыл Ҡоролтай тарафынан Йәштәр йылы тип иғлан ителде. Уға бәйле ниндәй саралар ойоштороласаҡ?

– Беҙ был тәңгәлдә эшләй башланыҡ инде. Рухи майҙан комплекслы сараһын башлап ебәрҙек. Март башында Краснокама районына сығып, эргәһендәге ете ҡала һәм райондан милләттәштәребеҙҙе йыйып, рухи майҙансыҡта сара уҙғарҙыҡ. Шунда уҡ стратегик сессия уҙғарҙыҡ, башҡортса квиз уйындары үткәрҙек, үҙем модератор булараҡ та сығыш яһаным. Апрелдә Шаран районына сығабыҙ. Артабан Стәрлетамаҡ, Ҡыйғы райондарына сират етә.

Йәйгелеккә иһә райондарға сығып “Башҡорт күп көрәше” тигән бәйге ойошторасаҡбыҙ. Унда аяҡ тартыу, таяҡ тартыу, бүрәнә этеү кеүек ярыштарҙан торған күп яҡлы уйындар уҙғарырға иҫәп бар.

– Алып барыусы Наил Юнысовты урамда таныйҙармы?

– Ҡайҙа йөрөһәм дә таныйҙар. Минең менән фото төшөргә яраталар. Ҡайһы ваҡыт тәнҡит һүҙҙәрен, теләктәрен дә әйтеп китәләр. Уларҙы ла беҙ иғтибарға алабыҙ.

– “Тура эфир” барышында ҡыҙыҡ хәлдәр осраймы?

– “Тура эфир”ҙа эшләгәс, ундай хәлдәрҙе булдырырға тырышмайбыҙ. Һүҙ – турғай түгел, яңылыш әйтһәң, кире алып булмай. Элегерәк, бер-ике тапҡыр уңайһыҙыраҡ хәлдә ҡалдым инде. 2007-2008 йылдарҙа 11 октябрҙә эшкә сығарҙылар. Бөтәһе лә ял итә, беҙ эшләйбеҙ. Сәғәт 9-ҙа тапшырыу бөттө, хушлаштыҡ та, беҙ, ике алып алып барыусы, уртала торған камераны ике яҡтан урап, кадрҙан сығырға тейешбеҙ инде. Кадрҙан сыҡҡас, эш бөттө, хәҙер көнө буйы ял, тип ҡыуанып, маймылланып, һикереп алдым да киттем. Шунда режиссер наушникка: “Юнусов, прекращай, ты в кадре”, – тип ҡысҡыра. Мин аңламайым. Баҡтиһәң, өҫтәге дөйөм камера төшөрөп торған булған. Шулай итеп, маймыл һымаҡ һикергеләгәнем дөйөм кадр аша тура эфирға сыҡҡан да ҡуйған. Был минең өсөн шәп тәжрибә булды. Шунлыҡтан хәҙер тапшырыу бөтһә лә бер нисә секунд өндәшмәй тороуың хәйерле. Йәғни артыҡ һүҙҙәрҙе ысҡындырмай тораһың. Микрофондарҙың да һүнмәгән булыуы ихтимал.

– Тапшырыу барышында ҡапыл ғына әйтә торған һүҙҙәрҙе онотҡан саҡтар буламы?

– Була, әлбиттә. Шунлыҡтан сценарийҙың өҫтөнә һәр ваҡыт бөгөнгө көндөң датаһын, аҙнаның ниндәй көнө икәнен яҙып ҡуям. Был миңә үҙем өсөн кәрәк. Сөнки ҡапыл ғына артабан нимә әйтергә кәрәклеген онотоуың ихтимал. Шул саҡта көндөң датаһы һүҙҙе бәйләп алып китергә ярҙам итә. Уны ҡабатлаған арала сценарий буйынса нимә әйтергә кәрәклеген табып алаһың. Эфир ваҡытында ҡайһы ваҡыт рус телендәге алып барыусы менән русса ла һөйләшеп алабыҙ. Был ғәҙәти күренеш.

– Тапшырыуға сценарийҙы кем әҙерләй?

– Алып барыусылар үҙҙәре яҙа. Нисек кәрәк, шулай күңелең аша үткәреп әҙерләйһең. Ҡайҙа, нимә яҙылғанын белеп тораһың. Ҡайһы ваҡыт ҙур программаларға ғына беҙгә яҙып бирәләр.

– Һеҙҙең өсөн иң ҙур тәнҡитсе кем?

– Ата-әсәйемдәр. Радиола һәм телевидениела тәүге эшләй башлаған йылдарҙа улар менән осрашҡан һайын “һин шулай тип әйттең”, “былай тип әйттең” тип һәр тапшырыуыма анализ бирәләр ине. Хәҙер инде был улар өсөн дә, минең өсөн дә ғәҙәти күренеш.

Шуныһы ҡыҙыҡ, эфирға сыҡмайыраҡ  ҡалһам, әсәйем кәләшемә шылтырата һалып: “Наил ҡайҙа? Ауырынымы, әллә берәй ҡайҙа киттеме?” – тип һораша башлай.

– Наил Тәлғәт улы, ҡыҙыҡлы әңгәмәгеҙ өсөн рәхмәт! Һеҙгә тағы ла бейегерәк үрҙәр, уңыштар теләйбеҙ һәм тағы ла береһенән-береһе ҡыҙығыраҡ тапшырыуҙар көтөп ҡалабыҙ.

Лилиә ТАКАЕВА әңгәмәләште.

“Тормоштан ләззәт алам”
“Тормоштан ләззәт алам”
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас: