Һаҡмар
+22 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ғаилә йылы
29 Март , 09:10

Китапханаға - төндә!

«Библиотөн» — илдең төп мәҙәни ваҡиғаларының береһе, ул уҡыусыларға хәҙерге заман авторҙары менән осрашырға, ваҡытты ҡыҙыҡлы итеп үткәрергә, лекцияларҙа һәм оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнашырға, шулай уҡ классиканы яңыса асырға мөмкинлек бирә...

Китапханаға - төндә!
Китапханаға - төндә!

«Библиотөн-2024» Бөтә Рәсәй акцияһы быйыл 20 апрелдә үткәрелә. Ғаилә йылында акцияның темаһы — «Бар ғаилә менән уҡыйбыҙ», тип хәбәр итә Рәсәй Мәҙәниәт министрлығының матбуғат хеҙмәте. Сараның координаторҙары булып Рәсәй дәүләт китапханаһы һәм Рәсәй дәүләт балалар китапханаһы сығыш яһай.

«Библиотөн» — илдең төп мәҙәни ваҡиғаларының береһе, ул уҡыусыларға хәҙерге заман авторҙары менән осрашырға, ваҡытты ҡыҙыҡлы итеп үткәрергә, лекцияларҙа һәм оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнашырға, шулай уҡ классиканы яңыса асырға мөмкинлек бирә.

Әлеге акция 13 йыл уҙғарыла. Былтыр «Библиотөн» илдең 89 төбәгендә 6 меңдән ашыу учреждениены берләштерҙе.

Автор:
Читайте нас: