Һаҡмар
+4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һайлауҙар
25 Апрель , 11:25

Түбәлә өлкәндәр менән осрашыу

Баймаҡ территориаль һайлау комиссияһынан бер төркөм Түбә ауылындағы ҡарттар йортонда булды.

Түбәлә өлкәндәр менән осрашыу
Түбәлә өлкәндәр менән осрашыу

Шишәмбе көнө Баймаҡ территориаль һайлау комиссияһынан бер төркөм Түбә ауылындағы ҡарттар йортонда булды. Һайлау комиссияһы рәйесе урынбаҫары Земфира Яхина, секретарь Нурия Сирбаева, система администраторы Рәнис Ишембәтов эш планына ярашлы, физик мөмкинлектәре сикләнгән граждандар араһында һайлау хоҡуғы һәм һайлау процесына бәйле һорауҙар буйынса викторина үткәрҙе. Был учреждениела тәрбиәләнеүселәрҙың һайлау хоҡуҡтарын, сәйәси кампанияларҙың процесын яҡшы белеүе һөйөндөрҙө. Викторина еңеүселәренә дипломдар, иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды. Өлкән быуын кешеләре комиссия ағзалары алып килгән күстәнәстәрҙе лә ихлас күңелдән ҡабул итте.

Сарала Темәс психоневрология интернаты директоры Жанна Ирмәкова һәм Түбә ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Әлфирә Хәлитова ла ҡатнашты. Улар ҙа буш ҡул менән килмәгән ине, инәй-олатайҙарға күстәнәстәр тапшырҙылар.

Йылы шарттарҙа үткән осрашыуҙан ололар күңеленә дәрт өҫтәлде, улар ҡунаҡтарҙы, тағы ла килегеҙ, тип оҙатып ҡалды.

Түбәлә өлкәндәр менән осрашыу
Түбәлә өлкәндәр менән осрашыу
Түбәлә өлкәндәр менән осрашыу
Түбәлә өлкәндәр менән осрашыу
Түбәлә өлкәндәр менән осрашыу
Түбәлә өлкәндәр менән осрашыу
Түбәлә өлкәндәр менән осрашыу
Түбәлә өлкәндәр менән осрашыу
Түбәлә өлкәндәр менән осрашыу
Түбәлә өлкәндәр менән осрашыу
Түбәлә өлкәндәр менән осрашыу
Түбәлә өлкәндәр менән осрашыу
Түбәлә өлкәндәр менән осрашыу
Автор:Лилия Кусябаева
Читайте нас: