Бөтә яңылыҡтар

Ҡотлайбыҙ!

4-се лицейҙың уҡытыусыһы Айгөл Сирбаева БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың наградаһына лайыҡ булды...

Ҡотлайбыҙ!
Ҡотлайбыҙ!

Бөгөн - Башҡорт теле көнө.

Ошо уңайҙан БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев алдынғы мәғариф хеҙмәткәрҙәре менән осрашты. Ул башҡорт теленең республикабыҙ өсөн баһалап бөткөһөҙ әһәмиәте, телгә бүленгән иғтибар тураһында һөйләп үтте. Константин Толкачев шулай уҡ блаларҙы милли рухта тәрбиәләүҙең мөһимлегенә айырым иғтибар бирҙе.

Был көндө әсә телендә уҡытҡан, тәрбиәләгән 10 мәғариф хеҙмәткәре БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың Рәхтәм хатына лайыҡ булды. Улар араһында 4-се лицейҙың башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡтыусыһы Айгөл Сирбаева ла бар ине. Алдынғы уҡытыусыбыҙҙы бар күңелдән ҡотлайбыҙ һәм артабан да уңыштар теләйбеҙ!

Башҡорт теле көнө менән, дуҫтар!

Гүзәл Иҫәнгилдина. 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: