Ауыл философияһы
Хикәйә
Үҙең өсөн йәшәргә кәрәк! Бер танышымдың гел минең менән осрашҡанда ҡабатлаған ошо һүҙҙәренән ялҡып киткәнмен. Хаҡлы ялға сыҡтың, үҙең өсөн йәшә!
Тәүге мәлдәрҙә уның зиннәтле кейемдәренә, затлы буяныу әйберҙәренә, сәғәттәр буйы йәшәрткес процедураларға түҙеп ултырғанына, концерт-спекталдәрҙең премьераларын ҡалдырмай йөрөүенә һоҡлана инем, был әлбиттә йәш саҡтарҙа. Ә хәҙер? Пенсия йәшенән күптән үткәс нимәгә улар? Үҙем өсөн йәшәйем тип нимәгә күңелең ятмаған шөғөлдәрҙе үҙеңә көсләп тағырға. Бәлки, ауыл ерендә, ул әйтмешләй, бөтөнләй артта ҡалған мөхиттә йәшәүебеҙ сәбәпселер. Дөрөҫөн әйткәндә бөтөнләй икенсе тормошто белмәйем мин, хатта теләмәйем дә икән, ҡурҡыта ла...
“Өйрәнерһеееең”,- тиҙәр, ә минең өйрәнгем дә килмәй түгелме үҙем өсөн йәшәргә. Нимә эшләргә һуң үҙең өсөн йәшәйем тип... Ҡаланан Ул килә беҙгә экологик таҙа ризыҡ ашарға тип, ә беҙҙең өсөн көндәлек ризыҡ. Ресторандарҙағы исемен хәтерҙә ҡалдырмаҫлыҡ ризыҡтарҙы маҡтай, шул ыңғайы уҡ уларға химикаттар ҡушылғанлығын хаятлай. Ҡалаға барһам танһыҡҡа мин дә асығып китһәм кафеларға инеп сыҡҡаным бар ул, бер ҙә генә лә маҡтанып һөйләмәйемсе, аҡсаң ғына булһын. Үҙе минең бөтәүләй әрсеп бешерелгән картуфымды ҡаймаҡлап йыпыра, шунда өҫтәл артында уҡ ауылда мәҙәниәт юҡлығына төрттөрөп ултыра. Нисек кейенергә, ниндәй кейемдәр модала икәнлен миңә аңлата, үҙе кемдеңдер ҡиммәтле кейемдәрен күреп һөйләп, тиреһенән шартларҙай булып көнләшә. Миңә бала тәрбиәләү, ирҙе нисек ҡулда тотоу буйынса аҡыл бирә, үҙенең ғаиләһе лә юҡ. Бәхет ошомо ул. Үҙем өсөн йәшәйем тип мин нимә эшләргә тейеш икән? Балалар үҫеп таралышҡан, береһе лә минән бер нимә лә һорамай, үҙ балаларын үҙҙәре көтә. Тик уларға бирер нәмәм булғанда мин шундай бәхетле! Йоҡларға ҡасан теләйем шунда ятам, ҡасан теләйем шул ваҡытта уянам, күпме теләйем, нимә теләйем, шуны ашайым. Баҡсаға нимә теләйем шуны сәсәм, уңһа - ниндәй салат оҡшай, шуны яһайым, һатып алырға түгел, уңмаһа ла көйөнмәйем, ит бар, һөт-май етерлек. Тағы үҙем өсөн йәшәйем тип барлыҡ пенсиямды ҡорһағыма тыңҡысларғамы, Хоҙайым ҡушмаһын, ашауҙың самаһын беләбеҙ инде кеше өйрәтмәһә лә, диета тотмаһаҡ та. Үҙем өсөн йәшәйем тип тағы ниндәй кейем алырға һуң, уңайлыһын, оҡшағанын ала торғас былай ҙа кейем шкафында урын юҡ, нисә тиҫтә йылдар эленеп торғандары күпме әле, ташларға ла йәл, моданан күпкә артта ҡалһалар ҙа кейергә йәтешле.
Малға ней өйрәнгәнбеҙ инде, бүтән тормошто белмәгәс, әлләсе, бер ҡыйынлығы ла юҡ. Һыйыр һауаһың да, һөттө сепараттан үткәрәһең, теләһәң ҡорот, теләһәң эремсек яһайһың, берәү ҙә һине мәжбүр итмәй. Киреһенсә, уға ҡарап мин уны йәлләйем ул, диета, артыҡ ауырлыҡ, фитнес-гимнастика тигәнен дә онотоп ит-майға сат йәбешә, әйтерһең аҙна ашамаған. Дөрөҫ, уның һөйләүе буйынса ҙур театрҙарҙа концерт-спекталдәрҙе көндә ҡарай алмайбыҙ, ә бына телевизорҙан ҡарайбыҙ, әлбиттә, премьераларында булғаныбыҙ юҡ, шулай ҙа илебеҙҙә сыҡҡандарын ҡалдырмайбыҙ, телевизорҙан әлбиттә. Баш ҡалаға барған һайын, театрҙарҙы ла инеп күргәнебеҙ бар. Күңелгә нимә оҡшай, шуны эшләйбеҙ ауылда ла, миңә мәҫәлән китап-журналдар уҡыу оҡшай, йәнем теләгәнгәлер, ваҡыты ла табыла, Уның үҙ ғүмерендә бер китапты ла уҡып сыҡмағанлығы телмәренән беленә. Телендә ғәйбәт тә, кешене тикшереү, тик уға әйтмәйем генә, мәҙәниәтле булмаһам да. Һөйләшеүе лә ней башҡортса түгел, ней урыҫса түгел, ике телдә лә хаталы һөйләшә, мин, исмаһам, башҡортса таҙа беләм, урыҫса яҡшы белмәһәм дә. Үҙен алдынғы ҡарашлы, белемле итеп күрһәтергә тырыша, телевизорҙан яңылыҡтарҙы, фәнни тапшырыуҙарҙы ҡараймы икән, нәфис киноларҙан башҡа. Үҙен киногеройҙар менән бер рәткә ҡуйып, тотошо, кейемдәре менән ҡабатларға тырышыуы миңә көлкө күренә, бәләкәй ейәнсәрҙең әсәһенең туфлиҙәрен кейеп йөрөгәндәре күҙ алдыма килә. Үҙем өсөн йәшәйем тип алдыма килгәнде тығынып, кәрәкмәгән кейем алып ултырмам инде, тағы кейелмәгән кейемдең кәрсенен түләргә лә кәрәк. Прическа яһатып ҡараным мин бер тапҡыр ауылда. Ейәнсәр парикмахер танытмаһы алғас тырыштырҙы, үҙенең оҫталығын миңә күрһәтергә булды. Ҡапҡа тышына сығып баҫҡайным, ел туҙғыта башланы, сәсемде һыйпай-һыйпай үҙем туҙыратып бөттөм аҙаҡ. Нимәгә миңә ауылда көн дә прическа яһатыу, үреп түбәгә өйөп ҡуйыуҙан да уңайлыһы юҡ, йәки ҡыҫҡа итеп алдыртыу. Эй, сауна тип һөйләгәне нимә булалыр инде, ҡара мунсаға етмәйҙер барыбер. Ә анауы тимер мейесле культурный мунса бөтөнләй оҡшаманы, тән тирләмәй хәл бөтә, эҫеһе түгел еҫе башҡа тейә, бармай миңә, сәғәттәр буйы мунса инергә яратам. Тағы үҙем өсөн йәшәйем тип нимә эшләргә икән, малды бөтөрөп ике ҡулды ҡаушырып нисек тик ултыраһың. Булмай минән, миңә өлгөрмәгәнерәк тығыҙ үткән ваҡыт, йүгереп йөрөгән тормош оҡшай, и вәссәләм. Шулай, эшләгән эшем дә күренмәй, эшләмәгән эштәрем дә күп, берәү ҙә артымдан баҫтырмай, эшләһәм эшләйем, эшләмәһәм юҡ, ятам да йоҡлайым, йоҡом тыныс, берәү ҙә өндәшмәй. Был ялҡаулыҡмы, бәлки был моңһоҙлоҡмо, культуралы йәшәй белмәгәнлек тип әйтер берәү, ул да дөрөҫ. Бына бит әле яңы ғына үҙең өсөн йәшәй белмәйһең, тип өйрәтеп киттеләр. Аҡса түләп экзотик илдәргә сығалар, бында барыһы ла бушлай, саф һауа, ҡарағайлы урман, ҡаялы тауҙар, теләһәң көн йылыһында сыҡ та йәшә аҡланда, берәү аҡса таптырмай, бындағы серәкәйҙәр унда ла барҙыр ул, еләк-емеште әйтеп тә тормайым. Ауыл тигәс тә әле бында, ауылға ҡала үҙе күсеп килде ул. Тырыштарҙың өйөндә газ, һыу, душ, туалет, интернет бар, үҙең өсөн йәшәмәй, кеше өсөн тағы нисек йәшәргә була, аптырайым. Шул юлы ғына проблема, улай тиһәң ана башҡала тирәһендә лә шул уҡ хәл, соҡорло-саҡырлы юлдар. Ауырырға ғына яҙмаһын, дауаханаға барырға ҡушмаһын Аллаһым, ҡалғанына бирешмәбеҙ. Шулай хәлдәр, һеҙҙә нисек, һеҙ кем өсөн йәшәйһегеҙ, үҙең өсөн йәшәү нисек була ул?
Гөлдәр әбей.