МӨХӘББӘТ ҺӘМ НӘФРӘТ.
Хикәйә. Б. Хәй
Ун беренсе класты тамамлағандан һуң Нәфисә шунда уҡ һатыусылар әҙерләүсе курстарға инеп уҡып сыҡты һәм шунан һуң тын алып та өлгөрмәне, үҙҙәренең ауылында һатыусы булып эш башланы. Әйтеүҙәренсә, уның тыуған ауылы район күләмендә иң ҙурыһы, иң билдәлеһе, сөнки был ерҙәр граждандар һуғышы осоронда һуғышып йөрөп шаһит булған кешеләрҙең һөйәктәрен, уларҙың тарихтарын һаҡлай. Ул ата-әсәһе менән бергә тора, әле мәктәптә уҡып йөрөгән ҡустыһы бар. Атаһы Ғәрифулла – ғәрип, икенсе төркөмгә ҡарай, шуға эшләй алмай. Аҙмы-күпме шул аҡсаға ғаиләһе йәшәп ята. Әсәһе, Шәмсиямал шулай уҡ эшләмәй, өй көтә, мал тыуарҙы, ҡош ҡортто ҡарай, әллә ни килем булмаһа ла тамаҡтары туҡ, өҫтәре бөтөн. Етешмәгән саҡтар, әлбиттә, айына бер- ике тапҡыр булып китә инде. Шуға күрә Нәфисә тәүҙә эшләп үҙ ғаиләһенә ярҙам итеп, артабан аҡса йыйып, шунан һуң ғына юғары уҡыу йортона уҡырға барырға булды. Филологияны ярата ул, һөйләшкәндә лә теле телгә йоҡмай тора. Шул маҡсатты тормошҡа ашырыу өсөн юлында осраған арыуыҡ егеттәрҙе лә ситкә типте, туранан-тура уй-фекерҙәрен әйтеп, уларҙы һыуындырҙы.
Йәш булһа ла Нәфисә аңлап тора: кейәүгә сыҡһаң, үҙеңдең шәхси тормошоң бөтөнләй булмай бит инде, иреңдең ыңғайына, ғаилә ҡанундары буйынса йәшәргә кәрәк буласаҡ. Бала ҡарау шулай уҡ ҡатын-ҡыҙ елкәһендә, тағы донъяны көтөү, мал-тыуарҙы, ҡош-ҡортто ҡарау кем елкәһендә тип уйлайһығыҙ? Әлбиттә, хужабикә елкәһендә. Әллә электән ҡалған йола шулай,. әллә башҡорт ирҙәре ялҡаумы икән? Ялҡау түгел, ир-ат тәү нәүбәттә өйөнән айырылып, ниндәй юл менән булһа ла аҡса эшләп табырға тейеш. Шунан һуң бесән-утын әҙерләү уның елкәһендә. Эштән арып ҡайтҡан ирҙән нисек итеп иҙән йыуырға ҡушаһың? Булмай улай, оят бит. Был юҫыҡта, ана, ата-әсәһенең тормошо миҫал булып тора. Нтеш йәшәмәһәң малға бесән әҙерләүе үҙе бер этлек булһа, килтереүе тағы ла ҡыйыныраҡ. Колхоздар осоронда аҙналап йә трактор, йә машина артынан сабып йөрөп, инәлә барып саҡ алдырып ҡуяһың, шунан тағы һаламы кәрәк, тағы комбикормаһы...
Шуға күрә Нәфисә “йәш ваҡытта йәшәп ҡалырға, кейенеп алырға, аҡса йыйырға кәрәк”, - тигән уйҙы башынан сығарманы. Хатта шәмбе көнө клубта үткәрелгән бейеү кисәһенә лә барымы булманы: бер-ике барып ҡараны ла ҡулын ғына һелтәне. Ундағы, ауыл клубындағы, ҡыйшайышып-мыйшайышып, бер урында тороп бейеүҙәр оҡшамай Нәфисәгә, ә бына тыпырҙаҡ башланһа – икенсе күренеш – осоп-ҡунып бейергә төшә торған ине. Йәш ваҡытта ни энергияң ике-өс кешегә етерҙәй була. Шулай итеп, тағы бер-ике йыл, Һаҡмар йылғаһы аҡҡандай, бер-бер артлы үтеп китте. Нәфисәнең тормошонда әллә ни үҙгәрештәр булманы: тораһың, тамаҡ ялғайһың, эшкә бараһың, ҡайтаһың да йорт эштәре менән булышаһың, Шул арала кис етә, шул саҡтарҙа йә телевизорға, йә сигеү эштәренә ҡапланаһың. Ғаиләгә уның аҡсаһы ай һайын инеп торғас, бер аҙ иркенерәк йәшәй башланылар. Бер саҡ илдә үҙгәрештәр башланды, Нәфисәне ул үҙгәрештәрҙең шауҡымы әллә ни теймәне, шул уҡ урында эшен дауам итте. Һуңғы осорҙа утын-бесәнде мәшәҡәтһен-ниһеҙ хәл иттеләр, үҙҙәре әҙерләмәнеләр, һатып алдылар. Нәфисә арҡаһында өйҙөң эсен-тышын йүнәттеләр, матурланылар, аҡланылар, ағарып бөткән урындарын буянылар, баҡсаны киңәйтеп картуфлыҡтың бер мөйөшөндә йәшелсә участкаһы ойошторҙолар, һыу үткәрҙеләр. Кәбеҫтә, ҡыяр, помидор, шалҡан, редиска, һуған һәм башҡа борос кеүек ваҡ-төйәктәр матур ғына итеп үҫтерҙеләр һәм үҫтеләр. Ата-әсәһе ҡыҙҙары менән ғорурландылар ғына. Атаһы бер көнө:
- Ҡыҙыбыҙҙың аҡсаһын тотоноп, иркенерәк йәшәп өйрәнеп кенә алғайныҡ, кейәүгә ҡапыл ғына сығып китһә, ҡайһылай итербеҙ икән? – тип үҙ алдына һөйләнде.
Әсәһе Шәмсиямал иренең һүҙҙәренә ҡаршы сыҡты. - Ғәрифулла! Һин һаман үҙебеҙҙең тормошто уйлап тик ултыраһың, ҡыҙыбыҙ ҙурайҙы, дауна кейәүгә сығыр ваҡыты еткән. Бына бер ҙә ҡыҙыңдың буласаҡ тормошо тураһында уйламайһың да баһа!, Ә уйлай башларға ваҡыт, - тип орошоңҡорап алды ул ирен яйы сыҡҡанда. - Мин былай ғына, шаярып ҡына әйткәйнем, һин тиктомалдан этеп алдың да киттең! Мин ни электән был турала уйлап йөрөйөм, - тип артҡа сигенде ир кеше.
- Тик кемгәлер көсләп биреп, уға тоттороп ебәреү уйыма инеп тә сыҡҡаны юҡ. “Йәне теләгән – йылан ите ашаған”, - тигәндәй ҡыҙыбыҙ аҡыллы, аҙып туҙып йөрөмәй, хатта танцыға ла бармай өйҙә тегенеп тик ултыра.
Үҙенә оҡшағанды һайлаһа – күҙ күрер, - тип өҫтәп әйтеп ҡуйҙы.
- Ярар инде, ҡаңғырмағыҙ! Ваҡыты еткәс, үҙем үк һеҙгә аңғартырмын, - тип диалогҡа инеп китте Нәфисә, - йәһәтләп кейәүгә сыға һалырға - боронғо ваҡыт түгел бит. Ана, халыҡтың дүрттән бер өлөшө йә ирһеҙ, йә ҡатынһыҙ йәшәй. Яңы ғаилә ҡороу тураһында минең башҡа инеп тә сыҡҡаны юҡ әле. Был турала һүҙ ҡуйыртмаһағыҙ – бөтәбеҙгә лә яҡшы булыр ине. Ошо урында үҙ-ара гәпләшеү өҙөлөп тә ҡуйҙы. Тимәк, тормош элеккесә һәүетемсә генә дауам итәсәк. Шулай булһын, шөкөр, әлегә берәүгә лә насар түгел бит әле. Ләкин тормош юлдары, филәсүфтар әйткәнсә, һин уйламағанда кинәт кенә борола ла китә икән, хатта үҙең дә яңы һуҡмаҡҡа төшкәнде һиҙмәй ҡалаһың, һиҙһәң дә был һуҡмаҡтан кире сығырға тырышмайһың. Нәфисә менән дә шулайыраҡ килеп сыҡты. Йома көнө кис бергә ун беренсе класты бөткән әле район үҙәгендә йәшәгән иптәш ҡыҙы Гөлнара шәмбе көнөнә ҡунаҡҡа саҡырҙы.
Телефондың теге яғынан ул: -
Привет, Һарыбаш, - тип һүҙен башланы ул. – Как дела?
Мәктәптә уҡыған саҡта Нәфисәнең ҡушаматы “Һарыбаш” булды, сөнки унан башҡа кластарындағы ҡыҙҙарҙың һәм малайҙарҙың һары сәслеләре булманы.
- Һәйбәт кенә әле, Торна. – Үҙең нисек? “
Торна” Гөлзаданың ҡушаматы була торғайны, сөнки ул класта иң оҙоно булды.
- Мин ни нормально пока. Иртәгә сәғәт етенән ҡалмай миңә ҡунаҡҡа килеп ет! Яраймы? Һылтауҙарың булһа – ҡабул итмәйем.
- Һылтауҙарым юҡ! Мотлаҡ барырмын.
- Улайһа, все в ажуре. Килгәс - иркенләп гәпләшербеҙ әле.
- Әллә кейәүгә сығып йөрөйһөңмө?
- Юҡ әле! Буш менән башымды ҡаңғыртмай тор! Көтәм. Барырға шунда уҡ ризалашты Нәфисә. Бәй! Тыуған көнө, буғай! Бармайынса булмай бит инде! Бармаһаң – оят булыр. Нишләп тыуған көнө икәнен әйтмәне икән? Шәмбе көнө, төш еткәс тә, расписаниегә ярашлы рәүештә, Нәфисә магазинын япты. Уның ялы шәмбе көнө төштән һуң, йәкшәмбе көнө тулыһынса ҡаралған. Шуға күрә көн ярым иркенләп йөрөргә була әле. Магазиндан ҡатын-ҡыҙҙар өсөн бик шәп һаналған Шанель Кабриель духиһын бүләккә булыр, тип эләктереп алды. Ә тере сәскәләрҙе, әлбиттә, райүҙәктә аласаҡ. Шуға күрә юл ыңғайы киткән бер шәхси машина хужаһы менән һөйләшеп, иртәрәк юлланды, ҡалаға барып еткәс, тере сәскәләр менән күстәнәс алды һәм дуҫ ҡыҙы Гөлзадаға үҙ ваҡытында барып та инде. Йыйылған ҡунаҡтар күп түгел ине: Гөлзаданың дуҫлашып йөрөгән ҡала егете, ауылдан килгән ике туған ҡустыһы һәм бергә парикмахер булып бергә эшләгән ике дуҫ ҡыҙы. Таныштылар, ултырыштылар, бына шулай мәжлес башланып китте. Йәшлектә кеше уйын-көлкөгә туймай. Гөлзаданы ҡотлап үткәндән һуң бейенеләр, уйнап-көлдөләр. Мәжлесте алып барыуға Гөлзаданың ҡустыһы маһир булып сыҡты: йә көлкөлө хәбәр һөйләй, йә гармунына ҡушылып йырлап ебәрә. Исеме Ғилман икән. Ул нишләптер күберәк Нәфисәгә иғтибарын бүлә башланы. Бына бер саҡ ул Нәфисәгә ҡарап, бөтәһенә лә билдәле булған йырҙы башлап ебәрҙе. Йырға башҡалар ҙа дәррәү ҡушылып киттеләр:
Иҙел буйы һары сәскә
Төшәһең дә алаһың.
Һары сәскәләрҙе өҙөп,
Үҙең ятҡа ҡалаһың...
Һары, һары, һары, һары, Һары матур була ул...
Йыр юғарыға осто, әйләнеп килеп күңелдәргә инде, уны ҡытыҡланы, бер серле, бер әһәңле булып яңғыраны...
Бына шул кистә Ғилман менән ныҡлап танышып китте Нәфисә. Әллә осрашыу осраҡлы булды, әллә Гөлзада класташы ойошторҙо – уныһы билдәһеҙ булып ҡалды. Егет үҙенең музыкаль булыуы, йыры менән албырғатты, шикелле. Нәфисәнең башына “был минең парҙыр ул”, - тигән уй төштө лә кире сыҡманы ла ҡуйҙы. Ике енестең энергетик көсө ҡитғалар аша берләшә икән, бәлки, шулдыр мөхәббәт. Тик уны һәр кем үҙенсә аңлай һәм аңлата. Нәфисәнең башында Рәшит Назаровтың мөхәббәт тураһында яҙылған бер шиғыры йөрөй.
Мөхәббәт - ул әйтерһең дә утлы йәшен,
Һанап һорап тормай һис бер кемдең йәшен,
Һүнмәҫ ялҡын менен ялмай ҡартын йәшен;
Көйҙөрөр тип ҡурҡһан әгәр, ҡас һин,йәшен,
Ҡоя курмә тик аҙаҡтан күҙҙең йәшен!!!
Мөхәббәт - ул әйтерһең дә, утлы йәшен!!!
Ҡоя курмә тик аҙаҡтан күҙҙең йәшен!!!
Мөхәббәт - ул әйтерһең дә, утлы йәшен!!!
Ниндәй көслө, матур һәм дөрөҫ һүҙҙәр! Улай итеп берәү ҙә әйтә алмайҙыр, күрәһең. Ә Ғилман урман менән уратып алынған ауылда әсәһе менән генә йәшәй икән. Үҙе урта мәктәпте тамамлағас та башҡалалағы урман хужалығы колледжына имтихан тотҡан, ләкин балы етмәй һуҡҡан. Шуға ауылға ҡайтып, шундағы леспромхоздың таҡта ярыу участкаһында откатчик (бысылған таҡтаны сығарып ташлаусы) булып эшләп йөрөй икән. Һөйләшә, гәпләшә торғас, ике йәш йөрәк бер-береһенә ҡарай тартылды. Ысынлап та мөхәббәт ул - изге тойғо. Онотолмаҫ хистәр, кисерештәр. Йөрәктә мәңге һаҡланыр илаһи моң. Һәр кем мөхәббәт тигән икһеҙ-сикһеҙ йыһанды гиҙгән, мөхәббәт тигән татлы, бер үк ваҡытта тоҙло ла шишмәне эскән. Кемдәрҙер уның күңел йылытырҙай йылыһын татыған, кемдер мөхәббәт, тип уйлап алданып ҡалған, кемдер мөхәббәт менән аҡсаны бутаған. Төрлө кеше бар, һәр береһе был тойғоно үҙенсә фараз итә, ә кемдәлер ул бөтөнләй булмай. Мөхәәббәтте һаҡлай алғандар ҙа, һаҡлай алмағандар ҙа бар – барыһы ла кешенең үҙенән тора...
Нәфисә менән Ғилман бер-ике ай тирәһендә райүҙәктә осрашып йөрөнөләр. Һуңғы килгәнендә Ғилман:
- Нәфисә! Мин һине ысын күңелдән яраттым. Миңә һинән башҡа берәү ҙә кәрәкмәй, әйҙә, өйләнешәйек! – тип Нәфисәнең күҙҙәренә баҡты.
– Ризаһыңмы?
Ҡыҙ кеше бер аҙ өндәшмәй торҙо. Әлбиттә, үҙеңдең шәхси тормошоң тураһында уйларға күптән ваҡыт. Ләкин икенсе яғы ла бар: сит-ят ергә килен булып төшөү, ай-һай, еңел эш түгел. Бындағы өйрәнгән эшеңде, туған-тумасаңды, тыуған ереңде ташларға тура килә бит инде. Ир-ат халҡы әллә ни төптән уйларға яратмай – ҡырҡа һуғыу яғын ҡарай. Шуға күрә ул һүҙҙе бер аҙ ситтәнерәк башланы, ун биш йәшлек ҡыҙ-ҡырҡын түгел бит инде – егермене уҙған бынамын, тигән һары сәсле матурҡай.
- Ярай, мин риза булдым икән, ти, атайҙар ҙа риза булды икән, ти. Туй булып үтте икән, ти. Ә ҡайҙа йәшәйәсәкбеҙ?
- Бәй! Минең әсәй менән бергә инде. Беҙҙең ике бүлмәле өйөбөҙ бар.
- Ярай, өй булыуы насар түгел. Әгәр ҙә мин буласаҡ ҡәйнә менән уртаҡ тел тапмаһам – ҡайһылай итәбеҙ?
- Саҡ атлап йөрөгән ауырыу әсәйем менән уртаҡ тел табышырһығыҙ, тип уйлайым. Мин әсәйемде сикһеҙ яратам. Ул мине бер үҙе тәрбиәләп үҫтерҙе, кеше итте. Ғүмер буйы кантор иҙәнен йыуып аҡса тапты. Шул аҡса һәм мал иҫәбенә бирешмәйсә йәшәнек инде. Аллаға шөкөр. Бына хәҙер мин эшләй башланым.
- Әгәр мин: “Ҡырға сығып китәйек”, тигән тәҡдим индерһәм – нишләйһең? Әсәйеңде ташлап китә алаһыңмы?
- Юҡ, Нәфисә, тураһын әйтәм: әсәйҙе ташлап бер ҡайҙа ла китмәйәсәкмен. Ул булмаған хәлдә генә икенсе төрлө ҡарарға килеүем мөмкин. Бына шулай үҙ-ара һөйләшә, кәңәшләшә барып, уртаҡ тел табып, ике йәш кеше өйләнешергә булдылар. Туй, нигеҙҙә, ҡыҙ яғында үтте. Ысынлап та кейәүҙең әсәһенең сирхау булыу туйҙа уҡ күҙгә ташлана ине инде. Туйҙан һуң урманлы ауылға күсеп килделәр. Ауыл ыҡсым ғына, кешеләр өйҙәрҙе эре итеп һалырға тырышалар икән. Бында тәбиғәт тә үҙенсә бай ғына. Тау артылыштарында урынлашҡан урман кешеләргә аҙыҡ та, эш тә бирә. Барыһы ла бар кеүек, тик тауыҡ емен ҡырҙан һатып алырға тур килә. Магазиндарҙа он һаталар, ләкин ҡайһы берәү ялан яғы бойҙайын һатып алып, үҙе он һалдырып ашауҙы хуп күрә. Бында Нәфисәгә эш булмай булып сыҡты. Шулай ҙа өйҙәге мәшәҡәттәр менән, мал-тыуар, ҡош-ҡорт араһында эшләп көндәр үтә торҙо. Ә ҡәйнәһе - аҡыллы ағинәй булған эште килененә тапшырҙы, өй эсендәге хужалыҡты тулыһынса уға бирҙе, ике йәш кешенең араһына инмәне, уларҙы болғаманы. Шул арала йәштәрҙең һары сәсле ҡыҙҙары тыуып, был ғаиләне ҡыуандырҙы, бигерәк тә ҡәйнә кеше шатланды. Ул ауыл муллаһын килтереп , бәләкәс ҡыҙҙың ҡолағына “исемең Нәзирә булыр”, тип ҡысҡыртты. Балаға ике-өс ай тирәһе булғандыр, тап шул саҡта ҡәйнә кеше ныҡ ауырып китте һәм уйламағанда үтеп тә ҡуйҙы...
Әсәһен ерләгәндән һуң, ырғып-һикереп йөрөгән Ғилман ҡапыл үҙгәрҙе лә ҡуйҙы: гармун уйнауын, йырлауын ташланы. Бер кис ныҡ эсеп ҡайтты, иҫерек көйө өйҙә оҙаҡ ҡына алйотланды. Хатта ҡыҙына ла әүрәмәй башланы, ҡатыны менән дә арҡыс-торҡос һөйләшеүгә күсте был әҙәм. Кеше ине, енгә әйләнде лә ҡуйҙы. Көн дә эсеү китте, шул арҡала уны эшенән ҡыуҙылар. Ә Нәфисә һаман түҙергә тырышты, балаһын ҡултыҡ аҫтына ҡыҫтырып, ирҙе эҙләп сығып китеү ғәҙәткә керҙе. “Ярар, аҡылланыр әле”, - тип уйланы йәш ҡатын, ләкин тора-бара мөхәббәт тулыһынса нәфрәткә әйләнде, талаш-тартыш көн дә ҡабатлана башланы. Ә бер көн үсегеп сығып киткән Ғилман бөтөнләйгә өйгә ҡайтманы, ә ҡатыны уға ҡарышып, эҙләп сыҡмаҫҡа булды. Иртәгәһе көнө ҡасҡалаҡты машина менән килтереп ҡалдырып киттеләр. Йылға буйында ятҡан, кемдер туҡмағанмы, әллә ҡолағанмы – берәү әҙ белмәй, ә башында ҙур ғына яра бар ине. Дауалап ҡаранылар, ләкин тиҙҙән Ғилмандың аҡыл яғы “ысҡыны”китеүе асыҡланды. Ул хәҙер берәүҙе лә танымай ине. Бөтә ауырлыҡ, әлбиттә, килен кешегә төштө, артынан йөрөп ирен хоспискә урынлаштыра алды. Мал-тыуар шул сығымдарға китеп бөттө. Ошонан һуң Нәфисә ауылдан китергә булды, уны бында бер кем дә, бер нәмә лә тотмай ине. Бер ҡулына бәпәйҙе алып, икенсеһенә уның кейемдәре тултырылған пакетты тотоп, ул автобусға ултырып, килен булып төшкән ауылдан бөтөнләйгә китеп барҙы. Ләкин ата-әсәһе йортона ҡайтманы, ә райүҙәккә күсеп килде, фатир табып инде, балаһын балалар баҡсаһына урынлаштырып, бер киоскыла һатыу итә башланы. Ә Ғилманға ҡарата тик нәфрәт тойғоһо ғына ятып ҡалды. Бына шулай тиҙ ҡабынған мөхәббәт нәфрәткә әйләнеп ҡуйҙы һәм Нәфисә шулай итеп “яңғыҙаҡ әсәйҙәр” исемлеген тулыландырҙы. Иң мөһиме шул: ул тормош ауырлығына һынманы, хәле барса артабан тырышып йәшәүен дауам итте. Тырышлыҡ бушҡа китмәне, Нәфисә яңы магазин төҙөтөп алып шунда һатыу эшен дауам итте. Магазин тиҙҙән сауҙа йортона әйләнде. Аҙыҡ-түлектән килгән килем даими булыу арҡаһында Нәфисә үҙенә торлаҡ төҙөтөп инде, ата-әсәһен үһенә күсереп алды. Еңел һәм йөк машиналарын һатып алырға иреште. Эшселәренә эш хаҡын даими түләне һәм арттыра барҙы, шуға еүрә абруйы ла арта барҙы. Ләкин күңеле ниҙер көткәндәй йөрөнө лә йөрөнө. Бер көн аңлашылды: мосолман диненә тартылған икән дә баһа! Дин юлына баҫыу тик файҙаға ғына булды, күңеле тынысланды, эшен тик ғәҙеллек менән генә башҡарырға өйрәнде. Хәлле йәшәгән ҡатынға күҙ ташлаусылар байтаҡ булды, ләкин икенсе тапҡыр ғаилә ҡороу уның уйына инеп тә сыҡманы, ҡыҫҡаһы, уңмаған юлды ҡыумаҫҡа булды... Эй, Аллам, был донъяла йәшәгәндә ғүмерҙең аҙағына тиклем итәғәтле кеше итеп йәшәтһәң ине! Ә балаларыбыҙ ата-әсәле булып, үҙ тәүфиҡтары менән үҫеп етһендәр ине!