Әхирәт булмаһаҡ та, яҡшы ғына аралашып йөрөгән ҡатын минең менән һөйләшмәҫ булды. Тәүҙә кәйефе юҡтыр тип уйланым. Төрлө саҡтар була тормошта. Ә беҙ уның менән ундай уҡ яҡын мөнәсәбәттә түгелбеҙ барыһын да һорашырға. Был хаҡта оноттом.
Икенсе ваҡыт магазинда күреп, янына барып сәләм бирҙем. Был юлы һаулығымды ла алманы. Ярай, сәсемде буятҡан инем, танымағандыр тип уйланым.
Бер мәл уртаҡ таныш ҡатын ҡунаҡҡа саҡырҙы. Бер көн ҡалғас шылтырата: "Һин ғәфү ит мине. Тик ҡунаҡҡа килмә, икенсе ваҡыт саҡырырмын үҙегеҙҙе айырып" ти.
Аптырап һораша башланым. Теге минең менән һаулыҡ та һорашмай үткән танышым: "Ҡунаҡта ул булһа, беҙ килмәйбеҙ" - тигән. Ә уларҙың ирҙәре дуҫтар. Шуға күрә мине исемлектән һыҙып ташлаған икән.
Былай булмай тип киттем танышым янына. Күҙенә ҡарап "ни булды?" тип һораным. Был китте сәсрәп! Мин уның хаҡында ғәйбәт тарата булып сыҡтым, имеш. Аптырап киттем. Мин һөйләгән һүҙ түгел бөтөнләй. "Кем әйтте" тип һораһам өндәшмәй. "Улай булмай, һин минең өҫкә нахаҡ яуҙырҙың. Миңә бит ҡыйын. Әйт, аҙағына тиклем төшөп ҡуяйыҡ" тигәс, әйтте.
Ҡолап китә яҙҙым. Минең күрше ҡатындың эше. Ул ҡатын беҙҙең урамда түгел, эшендә лә бер кем менән аралаша алмай. Бар белгәне - ғәйбәт, кеше яманлау, ыҙғыш ҡуптарыу. Әммә минең менән һәйбәт мөнәсәбәттә икән тип уйлай торғайным. Таныш ҡатынымды өгөтләп тегегә киттек. Беҙҙең ауыҙҙы ла астырманы! Теле телгә йоҡмай, аҡыра ғына! Минең таныштың күҙенә ҡарап "мин һиңә улайтып әйткәнем юҡ, алдайһың, мин һине судҡа бирәм!" тип аҡыра башланы. Танышым аптырап ҡатып ҡалды. Икәүләп еңә алманыҡ тегене. Еңгем дә килмәй ине инде. Танышыма минең уның хаҡта бер һүҙ һөйләмәүемде генә еткергем килде. Танышым минән ғәфү үтенде был ҡатынға ышанғаны өсөн.
Ә теге ҡунаҡҡа беҙ ҙә барҙыҡ ирем менән. Танышым ҡунаҡ саҡырыусыға шылтыратып унан да ғәфү үтенгән, нимә булыуын һөйләгән.
Ярай, был хәл шулай үтеп китте. Күршемде урамда осратҡайным әллә ҡайҙан йылмайып килеп мине ҡосаҡлап алды. Һис ни булмағандай йылмайып һөйләшә. Ә күгелйем күҙҙәре бәзрәйеп тора, яман итеп. Уф, ниңә кешеләр шундай була икән. Аптыраҡ.
Ғ.