Бөтә яңылыҡтар
10
Ватан һағында
23 Февраль , 10:40

Ул йығылды, ләкин башҡаларға ғүмер бирҙе. Юҡҡа ауманы...

Үҙ ғүмерен аямай, иптәштәрен ҡотҡарған ун һигеҙ йәшлек Ғәзиз Мөхәмәҙиевтың үлеме, йөрәкте урталай телеп, халыҡты шаңҡытты. Бәләкәй ҡустыларының һәләк булыуын ишеткән ағалары, бергәләп шаярышып, аунашып ҡаҙ үләне үҫкән урамда, ерҙе туҡмап иланы. Ҡайнар күҙ йәшен түккән әсәнең ҡайғыһын бер нәмәгә лә тиңләп булмай...

Ул йығылды, ләкин башҡаларға ғүмер бирҙе. Юҡҡа ауманы...
Ул йығылды, ләкин башҡаларға ғүмер бирҙе. Юҡҡа ауманы...

Махсус хәрби операцияла батырҙарса һәләк булған ауылдашым Ғәзиз Рәғип улы Мөхәмәҙиев тураһында әйтер һүҙем.

Әрме сафына оҙатҡанда өләсәһе, һуғыш йылы балаһы Кәримә апай, доғаларын уҡып, изге юл теләүе әле лә күҙ алдымда. Әсәһе Альбина, йолабыҙға ярашлы икмәк тешләтеп, бетеү таҡты. Ата-әсә хәрби комиссариатҡа хәтлем оҙатып, күҙ йәштәре аша хушлаша. Апайы Эльвира, ағалары Рәмис, Ғәфүр, Азамат: «Ҡустым, иҫән йөрөп, һау ҡайт. Бер йыл тиҙ генә үтә лә китә ул. Часыңа барып еткәнсе әллә нисә көнөң кәмей», тип ҡосағына ала.

Дуҫтары: «Брат имен йөрө, беҙ һине көтәбеҙ», - тиһә,
бергә уҡыған класташтары: «Ғәзиз, тиҙерәк ҡайт! Осрашыуҙы һин ҡайтҡас үткәрербеҙ»,- тигән теләктәре Хоҙай Тәғәләнең амин тигән сағына тура килмәгәндер, ахрыһы…

«Башҡорт» позывнойлы, рядовой Ғәзиз Рәғип улы Мөхәмәҙиев Украина ерендә, неофашистарға ҡаршы барған махсус хәрби операцияла, ике иптәшен үлемдән ҡотҡарып, батырҙарса һәләк була. Башҡалар өсөн йәнен фиҙа ҡылып, үҙен уйламай ҙа утҡа ташланған ҡаһарман яугир. Олатаһы Әбүбәкер Камалетдин улы Сәфиуллин ла бит Бөйөк Ватан һуғышында фашистарҙы үҙ өңөндә дөмөктөрөп ҡайтҡан һуғышсы. Тыуған илде һаҡлау ир-егеттәрҙең изге бурысы икәнлеге Ғәзиздең ҡанына шулай бала саҡтан һеңгәндер, күрәһең.

Мәктәп эскәмйәһенән әле генә сығып, хәрби бурысын үтәргә армияһы сафына алынып, Тамбов ҡалаһында артиллерист булып хеҙмәт итә. Махсус хәрби операция башланғас Рәсәй Федерацияһы хәрби көстәре менән контракт төҙөй Ғәзиз. Үҙ ғүмерен аямай, иптәштәрен ҡотҡарған ун һигеҙ йәшлек егеттең үлеме, йөрәкте урталай телеп, халыҡты шаңҡытты. Бәләкәй ҡустыларының һәләк булыуын ишеткән ағалары, бергәләп шаярышып, аунашып ҡаҙ үләне үҫкән урамда, ерҙе туҡмап иланы. Ҡайнар күҙ йәшен түккән әсәнең ҡайғыһын бер нәмәгә лә тиңләп булмай.

Бер кем дә ер йөҙөнә мәңгелеккә килмәгән. Ҡасан булһа ла бөтәбеҙ ҙә мәңгелек донъяға китәбеҙ. Кеше ғүмере оҙон да, ҡыҫҡа ла. Тик йәштәрҙең иртә китеүен күңел ҡабул итмәй.

Мөхәмәҙиевтар ғаиләһендә малайҙар бала саҡтан һуғыш уйыны уйнап, ағас мылтыҡтар менән атышып, батыр йөрәкле булып үҫә. Мәктәптә үткәрелгән патриотик сараларҙың да уртаһында ҡайнай улар. Ғәзиздең ағаһы Рәмис «Ҡыпсаҡ батыры» ярышында ҡатнашып беренсе урынды яулай. Ағаларынан күреп Ғәзиз дә спорт менән шөғөлләнә, бейергә ярата. Район, зона спорт ярыштарында Өмөтбай уҡыусылары алдынғылыҡты бирмәй.

Махсус хәрби операция барышында күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн Рәсәй Федерацияһы Президенты Указы менән Ғәзиз Мөхәмәҙиев үлгәндән һуң Батырлыҡ ордены, Башҡортостан Республикаһы башлығы бойороғо буйынса Миңлеғәле Шайморатов ордены менән бүләкләнә. Сая рухлы башҡорт батыры, ҡыйыу егеттәр үҫтергән, биш бала әсәһе, Герой - әсә оло ихтирамға һәм хөрмәткә лайыҡ. Шуға күрә Альбина Ингиз ҡыҙы башҡорт ҡатын ҡыҙҙарының оло наградаһы «Милләт әсәһе ҡатын - ҡыҙ» миҙалы менән бүләкләнә.

Хәтерләйек, онотмайыҡ батырыбыҙҙы. Ғәзиз менән һуғыш яланында бергә булған иптәше, әле лә МХО-ла йөрөгән Баймаҡ егете Мөхәмәҙиевтар ғаиләһенә килеп, рәхмәт әйтеп ата-әсәһе алдында баш эйҙе, мәктәп уҡыусылары менән осрашты. Батыр яугир, ауылдашыбыҙ Ғәзиз Рәғип улының яҡты иҫтәлегенә арнап, ул уҡыған Өмөтбай урта мәктәбендә таҡтаташ асылды. Ул ултырып уҡыған парта «Герой партаһы» тип атала. Хәҙер уның артына уҡыуы буйынса иң-иң уҡыусылар ултыра.

Кеше үҙенең артынан матур эҙ ҡалдыра. Иле өсөн шаһит киткән батырҙарыбыҙҙың исеме мәңгелек, улар халыҡ күңеленә алтын хәрефтәр менән яҙылған. М. Харистың:

Ул Ватанын һөйҙө, ут эсендә

Уның данын, намыҫын яҡланы,

Ул йығылды, ләкин башҡаларға

Ғүмер бирҙе. Юҡҡа ауманы, - тигән шиғыр юлдары бөгөн Ғәзиз Мөхәмәҙиевҡа арналып яңғыраған кеүек.

Йыл һайын Ғәзиздең яҡты рухына арнап, мәктәп коллективы йәштәр араһында волейбол уйындары ойоштора. Унда геройҙың дуҫтары, хеҙмәттәштәре килә. Район, зона патриотик ярыштары ла йыл да үткәрелә. Уларҙың һәр береһен портретынан өнһөҙ хуплау менән күҙәткән яугир батыр, илһөйәр, һәр саҡ Ватанды һаҡларға әҙер булырға саҡырған кеүек...

Әнүзә Мәжитова.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: