Һаҡмар
+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Тәрбиә
29 Март , 16:00

Баймаҡтар яҙыусылар менән осраша

Беҙ яратып уҡыған әҫәрҙәрҙең геройҙарын тыуҙырған әҙиптәр менән осрашыу, уларҙың хәҙерге ваҡытта ниҙәр ижад итеүе, ниндәй уй-хыялдар менән яныуын белеүе һәр кемгә ҡыҙыҡлы...

Баймаҡтар яҙыусылар менән осраша
Баймаҡтар яҙыусылар менән осраша

Беҙ яратып уҡыған әҫәрҙәрҙең геройҙарын тыуҙырған әҙиптәр менән осрашыу, уларҙың хәҙерге ваҡытта ниҙәр ижад итеүе, ниндәй уй-хыялдар менән яныуын белеүе һәр кемгә ҡыҙыҡлы. Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында Милли әҙәбиәт музейы директоры Миләүшә Ҡаһарманова, Башҡортостан Яҙыусылар союзы рәйесе урынбаҫары Тәнзилә Дәүләтбирҙина, “Башҡортостан ҡыҙы” журналының баш мөхәррире Гөлназ Ҡотоева, “Шоңҡар” журналының яуаплы сәркәтибе Венер Исхаков, прозаик Рәйлә Сабитова, Мәжит Ғафуриҙың Өфөләге мемориаль йорт-музейы мөдире Ғәҙилә Бүләкова, Милли әҙәбиәт музейының күргәҙмә бүлеге мөдире Хәмит Әбүбәкиров менән әҙәби осрашыу барышында китап һөйөүселәр нәҡ ошо йүнәлештә ҡыҙыҡһыныуҙарын баҫа алды. Ҡунаҡтар шулай уҡ үҙҙәре эшләгән ойошмаларҙың бөгөнгө эшмәкәрлеге тураһында һөйләне, һорауҙарға яуаптар бирҙе.

- Беҙ Баймаҡ районына йөрөргә яратабыҙ. Сөнки урындағы халыҡтың йылы ҡарашын, әҫәрҙәребеҙ менән яҡшы таныш булыуын беләбеҙ һәм тоябыҙ. Республика Башлығы Радий Хәбиров халыҡ араһында йышыраҡ булырға кәрәклеген белдергәс, беҙҙең Яҙыусылар Союзы Башҡортостандың бер нисә районына бер юлы сыға башланы. Әле беҙ Белорет, Учалы райондарында булдыҡ. Хәҙер күпселек интернет аша яҙышҡас, яңылыҡтар менән белешкәс, халыҡтың шул тиклем йәнле аралашыуға һыуһауын тоябыҙ. Эйе, һәр кемгә күҙгә-күҙ ҡарашып һөйләшеү танһыҡ бит.

Эшемә килгәндә, Милли әҙәбиәт музейына етәксе булып килгәс, күп асыштар эшләнем. Музейҙа мең төрлө мәшәҡәт тә, ҡыҙыҡлы күренештәр ҙә күп. Беҙҙә бик күп ҡулъяҙмалар һаҡлана. Был мөһим эш. Сөнки, үкенескә ҡаршы, яҙыусы үҙе лә, яҡындары ла мәрхүм булғас, уның ҡулъяҙмаларын, әйберҙәрен сүплектән барып йыйып алғаныбыҙ бар. Был бит беҙҙең тере тарих һәм улар, әлбиттә музейҙа һаҡланырға тейеш. Шуға күрә әлеге яҙыусыларға ла ҡулъяҙмаларын беҙгә тапшырып барыуын һорап уларҙы аптыратып та алабыҙ,-тип һөйләне Миләүшә Ҡаһарманова.

Әҙибәгә: “Әҫәрҙәр яҙып та, социаль селтәрҙә үҙ төркөмөгөҙҙө алып барырға ла нисек өлгөрәһегеҙ?”-тип бирелгән һорауға, “Мин бик әҙ йоҡлайым – 3-5 сәғәт, кешене бимазалағансы, ижад итеп кенә ултырайым тип яҙам”,-тигән уйынлы-ысынлы яуап та яңғыраны.

Күп кешеләрҙе шиғырҙары менән әсир иткән Тәнзилә Дәүләтбирҙинаның да сығышы бик фәһемле яңғыраны. Ул Яҙыусылар Союзының республика Башлығы Радий Хәбировтың оло ярҙамын тойоп, яңы һулыш менән йәшәй һәм эшләй башлағандарын белдерҙе. Тәнзилә Дәүләтбирҙина драматург булараҡ та билдәле. Уның Ноғман Мусиндың “Һайлап алынған яҙмыш” әҫәренең төп геройы Зильда-Заһиҙә буйынса яҙылған “Мөхәббәт көсө” пьесаһы әҙер икән. “Уны яҙыр алдынан мин Ноғман Мусиндан рөхсәт алдым. Салауат театры уны тамашасы хөкөмөнә сығарасаҡ”,-тине Тәнзилә Дәүләтбирҙина.

Гөлназ Ҡотоева “Башҡортостан ҡыҙы” журналында Баймаҡ ҡатын-ҡыҙҙары тураһында мәҡәләләр йыш донъя күреүен телгә алды. Осрашыуға килгән үҙенең мәҡәлә геройҙары Әлифә Ҡолмөхәмәтова. Дилбәр Биктимерова тураһында ҡыҙыҡлы һәм уйландырғыс мәғлүмәттәр бирҙе. “Мәҡәләгә бар хистәр һыйып бөтмәйҙер тип уйлайым, шуға күрә шиғриәт яҡыныраҡ. Мәктәптә уҡығанда уҡ яҙыусыларҙың сәйәхәт урындарынан яҙған әҫәрҙәрен ярата инем. Үҙем дә хәҙер шулай төрлө ерҙә булып, кешеләр менән осрашып, хистәремде рифмаларға һалам. Әҙәм балаһының энергияһы көслө булыуын аңлайым. Шуға күрә изгелек, рәхмәт һүҙҙәрен еткереүгә ҙур иғтибар бирәм”,-тине.

Венер Исхаҡов “Шоңҡар” журналында ла баймаҡтарҙың ижадына ҙур иғтибар бирелеүен һөйләп үтте. “Юмор һәм сатираға “Һәнәк” журналында эшләй башлағанда килгәйнем. Бер шулай беҙгә бал буйынса махсуслашҡан, үҙе фән юлында булған бер ағай килеп инде. Ә беҙ ауылдан килгән бал менән сәй эсеп ултыра инек. Был ағайға ла шул балды тәмләттек тә, уның нимә балы икәнлеген һораныҡ. Яуап бирә алманы. Ошонан һуң минең бер юморескам донъяға килде. Шулай көндәлек тормоштан килә инде ул хикәйәләр”,-тип көлдөрөп алды Венер Исхаков.

Күптәр, айырыуса ҡатын-ҡыҙҙар әҫәрҙәрен яратып уҡыған Рәйлә Сабитованың Баймаҡ ерҙәренә тәүге тапҡыр аяҡ баҫыуы икән. “Бәләкәй саҡтан яҙыша башланым. Ҡатын-ҡыҙ тормошо, уларҙың психологияһы менән ныҡ ҡыҙыҡһынам, шуға күрә әҫәрҙәрем дә ошо юҫыҡта. Өлкән йәштәге апай-инәйҙәр менән һөйләшергә яратам. Ошоларҙан сығып әҫәрҙәрем дә тыуа”,-тине ул.

Темәс башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәге баш белгесе Марат Әүәлбаев: “Республика башлығы Радий Фәрит улына, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына Башҡортостанда башҡарылған эштәр өсөн рәхмәт әйткем килә. Сөнки һуңғы осорҙа йылдар дауамында йыйылып килгән проблемалар хәл ителә. Бер тәҡдимем дә бар ине. “Айыҡ ауыл” конкурсы ғына түгел, ә “Йүнсел ауыл” тигәне лә булһын ине. Сөнки хәҙер бар ауылы менән гөрләтеп донъя көткән, башҡаларға өлгө ауылдар күп. Шулай уҡ шәжәрәһен һаҡлап һәм ҡәҙерләп йәшәгән ауылдар араһында ла ошондай конкурстар булһын”.

Артабан яҙыусылар урындағы әҙәби берекмәһе ағзалары менән аралашты. “Бөгөн шундай тулҡынландырғыс көн. Сөнки Рәйес Түләк исемендәге “Йәнгүҙәй” әҙәби-ижад берекмәһенең 25 йыллыҡ тарихында тәүге тапҡыр яңы форматта ултырыш ойошторола. Бөгөн берекмә ағзаларының ҡулъяҙмалары тикшереләсәк”,-тине уның рәйесе Айгөл Иҙелбаева. Яҙыусылар поэзия - Раушания Хазеева, Мансур Рәхимғолов, Сынтимер Юлыев, Илнара Аҡбулатова, Фәйрүзә Солтанғолова, Фәнилә Йәндәүләтова, Тәнзилә Йәнтилина, Сәлимә Барлыбаева, Гөлзифа Исрафилова, Ләйлә Мырҙағәлина-Иҫәнбаева, Закия Юнусбаева, Асия Бикбова, проза өлкәһендә Әнүзә Мәжитова, Рәйсә Иҫәнбаева, Таңһылыу Йәнтүрина, Айһылыу Юнысбаева, Борис Хәйретдинов, Таңһылыу Вәлиеваларҙың эштәрен тикшереп, кәңәштәрен еткерҙе.

Өфө ҡунаҡтары Баймаҡ агросәнәғәт колледжында, Сыңғыҙ, Билал ауылдарында ла осрашыуҙар үткәрҙе. Бар ерҙә уларҙың әҫәрҙәрен яратып уҡыусылар ҡаршы алды. Кешеләр үҙҙәрен борсоған һорауҙарын еткереп ҡалырға ла ашыҡты, телде һаҡлау, милли мәҙәниәтте үҫтереү, тарихҡа ҡағылышлы мәсьәләләр күтәрелде. “Китап” нәшриәте һәр осрашыу урынында үҙенең күргәҙмәһен ойошторҙо. Был кешеләргә яңы китаптарҙы һатып алыу мөмкинселеген бирҙе.

Гүзәл Иҫәнгилдина.

 

 

 

Баймаҡтар яҙыусылар менән осраша
Баймаҡтар яҙыусылар менән осраша
Баймаҡтар яҙыусылар менән осраша
Баймаҡтар яҙыусылар менән осраша
Баймаҡтар яҙыусылар менән осраша
Баймаҡтар яҙыусылар менән осраша
Баймаҡтар яҙыусылар менән осраша
Баймаҡтар яҙыусылар менән осраша
Баймаҡтар яҙыусылар менән осраша
Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: