Бөтә яңылыҡтар
10
Суд залынан
25 Март , 21:25

Һөйөүҙән алйып, әсәйемде ашатлап сыҡтым...

Бергә йоҡлап ятҡан йәштәрҙе ярһып килеп ингән әсәһе уятты. “Ниндәй ҙур хатанан башланың тормошоңдо, ҡыҙым! Мин һиңә был егеттең тиң түгеллеген әйттем түгелме?! Ә һин ниңә барыһын белә-күреп, уларға осрашырға рөхсәт итәһең. Хәҙер инде ҡыҙымдың башына ашарға булдыңмы?!”-тип ябырылды ул Альфредтың әсәһенә лә. Тегеһе мыҫҡыллы йылмайып: “Ҡыҙың үҙе килде. Альфред уны урламаған, көсләп алып килмәгән”,-тине...

Суд залынан

Һөйөүҙән алйып, әсәйемде ашатлап сыҡтым...

Яҙмыш еленең әсеһе кемдәрҙе аяҡтан йыға һуғырын бер кем дә алдан әйтә алмайҙыр. Кисә генә һин дә мин йәшәп ятҡан әҙәм балаларының бар тормошо селпәрәмә килеүе лә, “бөткән был, инде башын да күтәрә алмаҫ” тип мөһөр һуғылғандар өсөн дә күк көмбәҙе асылыуы бар.

Бер ата-әсә лә балаһына насарлыҡ теләмәй. “Эх, шуны ниңә йылдар үткәс кенә аңлайбыҙ икән? Терһәкте тешләрҙәй булаһың да, һуң шул”,-тип уфтана урта йәштәрҙәге ҡатын. Һылыу йөҙө һурыҡҡан, күҙ төптәре күгәреп киткән ханымдың йоҡлай алмай интегеүе лә һиҙелә ине. “Йығылырымды белһәм, һалам түшәп ҡуйыр инем, тейҙәрме әле? Атай менән әсәйҙе генә тыңларға кәрәк булған. Барыһы ла яҡшы булыр ине Ишеге ҡайһы яҡҡа асылғанын да белмәгән суд тупһаһын да тапап йөрөмәҫ инем”,-тине ул илаулап.

Йәмилә ғаилә берҙән-бер ҡыҙ булып, иркәләнеп кенә үҫә. Атаһы менән әсәһе генә түгел, ағайҙары ла ел-ямғыр тейҙермәй уға. Тормошо гел ыңғай барасағына инанып, көлөп-йылмайып ҡына йөрөгән ҡыҙҙың тормошо үҫмер осорона еткәс үҙгәрә. Мәктәптән һуң ҡалып көҙгө балға әҙерләнгән Йәмилә күрше кабинетта йырлаған тауыштарҙы ишетеп ҡала. Класташ ҡыҙҙары менән түҙмәй, барып ҡарайҙар. Быға тиклем таныш булмаған егет рәхәтләнеп гитарала уйнай, башҡалар уға ҡушылып йырлай. Йәмилә тәү ҡараштан ғашиҡ була. Быға тиклем әхирәттәренең кемдер өсөн янып-көйгәнен йә дуҫлашып йөрөүҙәренән көлгән ҡыҙ үҙе юғалып ҡала. Был егет хаҡында һораша башлай. Ошо көндәрҙә генә параллель класҡа уҡырға килгән егет икән. Альфредтың башҡаларҙан айырылып тороуы, гитарала уйнауы, йышыраҡ яңғыҙ йөрөүе – барыһы ла оҡшай ҡыҙға. Егеттең әсәһе менән өй аша ғына буш торған йортҡа урынлашыуын ишетеп ҡыуанып бөтә алмай. Баҡсаға сыҡһа ла, Альфредтың ихатала нимә менәндер булышып йөрөүе күренә. Ә егет күберәк мотоциклын ҡарай, унан ауыл урамдары буйлап елдереп сығып китә. Кискһен йорто янындағы эскәмйәгә ететтәр йыйыла. Альфред гитарала уйнай, башҡалар уға ҡушыла. Йәмилә ипләп кенә ситтән уларҙы күҙәтә. Егеттең янына ла барырға тартына. Ҡыҙ һылыулығы менән күптәрҙең йоҡоһон алһа ла, быға тиклем бер кем менән осрашҡаны юҡ. Бер көн мәктәптән ҡайтып барғанда егет уны үҙе туҡтата. “Күрше, хәлдәр нисек?”-тип йылмайған Альфредҡа ҡарап Йәмилә тын алырға ла онота. Хәҙер улар мәктәпкә көн дә бергә барып, бергә ҡайта башлай. Сығарылыш йылы булғас, барыһы ла имтиханға әҙерләнә, ә был икәү бар донъяһын онота. Ауылда: “Теге Фәриғәнең малайы Йәмилә менән йөрөй икән! Үәт, яҙмыш!”-тигән хәбәр таралды.

Бер көн әсәһе Йәмилә менән ныҡлап һөйләшергә булды. “Ҡыҙым, уҡыуың менән булыш! Егеттәр бөтмәҫ ул. Альфред һиңә тиң түгел. Беҙҙең ризалығыбыҙ юҡ!”-тине әсәһе уҫал тауыш менән. Йәмилә аптырап ҡалды. Унан егеттең яҡшы булыуын, уны яратыуын, барыбер бергә буласаҡтарын тылҡый башланы. Әммә ошо көндән һуң барыһы ла үҙгәрҙе. Йәмиләне ағалары алмашлап мәктәптән ҡаршы ала башланы. Кистәрен дә сығарманылар. Әммә йәштәр барыбер осрашыу әмәлен тапты. Бер көн яҡын әхирәте уға: “Ә һин беләһеңме, һинең атайың менән Альфредтың әсәһе йәш саҡта бер-береһен яратҡан, хатта туйҙары булырға йөрөгән. Шуға күрә һеҙгә осрашырға рөхсәт итмәйҙәр”,-тигән ҡурҡыныс сер асты.

Кис әсәһе тағы сығырға рөхсәт итмәгәс, Йәмилә: “Һин минән атайҙың үсен алаһың! Атай Альфредтың әсәһен яратҡанға миңә уның менән осрашырға рөхсәт итмәйһең! Беҙ барыбер бергә буласаҡөбыҙ!”-тип әйтте. Әсәһенең йөҙө ағарынып китеүен күреп, һүҙҙәренең дөрөҫлөгөнә ышанды. Унан әсәһе атаһын саҡырҙы. “Барыһын да үҙең һөйләп бир! Һинең өндәшмәүең арҡаһында мин ҡыҙыма дошман булып бөттөм. Һөйлә дөрөҫөн!”

Атаһы бер һүҙ өндәшмәй тышҡа сығып китте. Тик унан кире боролоп инде лә: “Ҡыҙым, әсәйең дөрөҫөн әйтә. Һиңә ул малай менән осрашырға ярамай. Һуңынан ныҡ үкенәсәкһең”, -тине.

Әсәһе атаһына ҡарап баш сайҡап ҡына ҡуйҙы, ә Йәмилә ышанманы. Әсәһе уларҙы айырыр өсөн атаһын алдан әҙерләп ҡуйғандыр, тип уйланы. Ҡыҙ илай-илай барыһын да Альфредҡа һөйләне. Ул әсәһенән барыһын да һорашасағын әйтте. Кискеһен йәштәр тағы осрашыу әмәлен тапты. Егет: “Әсәйемдән барыһын да һораштым. Ысынлап та, атайың менән бер-береһен ныҡ яратҡандар икән. Тик һинең әсәйең уларҙың араларына төшкән. Шуға күрә әсәйем ҡайғынан ситкә сығып китергә мәжбүр булған”,-тип һөйләне.

Был һүҙҙәрҙе ишетеп, Йәмиләнең күңелендә әсәһенә нәфрәт уянды. Үҙе лә ике яратҡандың яҙмышын боҙған, мөхәббәтен урлаған, хәҙер килеп ҡыҙының юлына арҡыры төшә. Йәштәр аттестат алыу менән ситкә сығып китергә килеште. “Мин эшкә төшөрмөн, һин уҡырһың. Себерҙә ятаҡы ла шунда уҡ бирәләр”,-тине егет.

Сығарылыш кисәһендә Альфред менән Йәмилә бер-береһенән айырыла алмай бейене лә бейене. Таң ҡаршыларға ла улар етәкләшеп, бергә атланы. Был көндө ҡыҙ йортона ҡайтманы. Бергә йоҡлап ятҡан йәштәрҙе ярһып килеп ингән әсәһе уятты. “Ниндәй ҙур хатанан башланың тормошоңдо, ҡыҙым! Мин һиңә был егеттең тиң түгеллеген әйттем түгелме?! Ә һин ниңә барыһын белә-күреп, уларға осрашырға рөхсәт итәһең. Хәҙер инде ҡыҙымдың башына ашарға булдыңмы?!”-тип ябырылды ул Альфредтың әсәһенә лә. Тегеһе мыҫҡыллы йылмайып: “Ҡыҙың үҙе килде. Альфред уны урламаған, көсләп алып килмәгән”,-тине.

Әсәһе ҡыҙын елтерәтеп алып ҡайтты. Быға тиклем бер ҡасан ҡул күтәрмәгән әсә балаһының битенә бер-икене сәпәп тә ебәрҙе. Бынан һуң ҡыҙ уны бөтөнләй күрә алмаҫ булды. Шуға күрә әсәһенең илаулап һөйләгән һүҙҙәрен дә ысынға алманы. “Атайың менән беҙҙең араға инде Фәриғә. Төрлө хәлдәр була, ғашиҡ булғандарҙыр, тип үҙемде ҡулға алдым. Бик ауыр ине миңә, әммә түҙҙем. Атайың уға эйәреп сығып китте. Тик бер айҙан ҡайтып төштө. Алдыма тубыҡланып тороп ғәфү үтенде. Аҙҙырып алып сығып киткән Альфредыңдың әсәһе өсөнсө көнгә кеүек уға хыянат итә башлаған. Түшәктә үҙе тотҡас ҡына күҙе асылған. Тик бының менән генә беҙҙең һынауҙар бөтмәне әле. Атайың менән йәшәй башлағас икебеҙҙең дә бер алама ауырыуға дусар булыуыбыҙҙы белеп, бар район шауланы. Альфредыңдың әсәһенең һуңғы “бүләге” шул булды! Нимәгә улар хәҙер йәшәгән өй буш торған тип уйлайһың! Сөнки әсәһен тереләй ҡәбергә тыҡты ул ҡатын! Ҡайтҡан һайын ҡарт әсәһенең пенсияһын, йыйған аҡсаһын тартып алыр ине. Оло кеше бер тинһеҙ ултьырып ҡалып, илап ултырғанын күреп ашаттыҡ һәм хәстәрләнек. Бер ҡайтҡанында әсәһен туҡмағанын белеп, участковыйҙы саҡырттыҡ. Ҡасып ҡотолдо. Бына нисәмә йыл ситтә аҙып-туҙып йөрөп, шул әсәһенең өйөнә ҡайтып йығылды. Ә бит ул уны ерләргә лә ҡайтманы! Бар ауыл йыйылып, тәрбиәләп һуңғы юлға оҙатты. Һин хәҙер шул боҙоҡ ҡанлы ҡатындың улына ғашиҡ булдым тип, бар тормошоңдо юҡҡа сығарырға йөрөйһөң! Атайһыҙ үҫкән, әсәһенең аҙғынлығын ғына күреп буй еткергән егеттән йүнле ир сығыр тип уйлайһыңмы?!”

Йәмилә әсәһенең бер һүҙенә лә ышанманы. Ул ашығып кейемен сумкаһына тултыра башланы. Әсәһе тупһа янына арҡыры ятты. “Оялмаһаң, мине әсәйгә һанамаһаң, ашатлап үт!” - тине ул илап. Тик үҙен һәм һуҡыр мөхәббәтен генә хаҡ һанаған 17 йәшлек ҡыҙҙы туҡтатырлыҡ көс юҡ ине. Йәмилә сумкаһын тотоп, әсәһен ашатлап сығып китте. Ошо ҡурҡыныс хәлдән һуң әсәһенең оҙайлы айҙар дауаханала ятыуын да һуңынан ғына белде ул. Барыбер: “Әсәйем атайымды көнләшеп, минең бәхетле булыуымды теләмәй”, - үҙенекен тылҡыны.

Улар Альфред менән себер яҡтарына сығып китте. Йәмиләгә, егет юрағанса, уҡырға тура килмәне. Икеһенә лә төҙөлөшкә эшкә урынлашырға мәжбүр булды. Һөнәре булмаған йәштәргә иң ауыр, иң бысраҡ эштәр эләкте. Иркәләнеп кенә үҫкән Йәмиләгә бигерәк ауырға тура килә ине, әммә һөйгәне янында ул барыһына ла түҙергә әҙер ине. Ярты йылдан атаһы килеп ҡайтты. Бәләкәй бүлмәлә йәшәгән йәштәрҙең тормошона ҡарап баш сайҡайны. “Ҡыҙым, ауыр бит һеҙгә, ҡайтығыҙ. Әсәйең дә көтә. Уҡырға инерһең. Ҡалала фатир алып бирербеҙ. Әсәйең дә шулай тей”,-тип өгөтләне. Тик Йәмилә риза булманы. Атаһы өйҙән алып килгән аҙыҡ-түлекте ҡалдырып, ҡыҙына мул итеп аҡса ҡалдырып китте. Кис эштән ҡайтыуына бүлмә тулы шау-гөр килгән йәштәрҙең булыуын күреп Йәмилә аптырап китте. Өҫтәлдә ҡабымлыҡтарҙың һәм шешәләрҙең ниндәйе генә юҡ! Иҫереп гитарала уйнап маташҡан Альфредтан: “Премия алдыңмы әллә?”-тип һораны. Тегеһе һаһылдап көлөп: “Йәшәһен ҡайны ҡарт! Күптән ҡунаҡ булған юҡ ине”-тине.

Йәмилә йүгереп барып атаһы ҡалдырған аҡсаны ҡараны. Ҡумта буш ине. Йәш ҡатын барыһын да ҡыуып сығарып, ирен әрләй башланы. Тик Альфред уны осора һуғып, өҫтәлдә ҡалған ҡабымлыҡ, шешәләрҙе йыйып алып сығып китте. Өс көн ҡайтмаған ирен көтөп аҡылынан шашыр сиккә етте. Тәүҙә айнығып, ғәфү үтенер тип көттө. Унан борсола башланы. Ире эшкә лә сыҡмағас, башҡаларҙан һораша башланы. Өлкәнерәк апайҙар ҡыҙыҡ ҡына йылмайып: “Күрше урамдағы ятаҡты ҡараманыңмы? Ул бит шунда иң яратылған ҡунаҡ”,-тине.

Йәмилә эштән һуң улар әйткән ятаҡҡа китте. Альфредты яңғыҙ йәшәгән, үҙенән өлкән булған бер урыҫ ҡатынының бүлмәһендә барып тапты. Тәүҙә күҙҙәренә ышанмай торҙо, унан ирен елтерәтә башланы. Айнығып та етмәгән Альфредты әрләп алып ҡайтты ул. Айырылырға уйланы, тик үҙенең ауырлы икәнлеген белгәс, тыйылды. Ауылына, ата-әсәһе янына ҡайтырға уҡталды, тик әсәһен ашатлап, ошо иргә эйәреп сығып китеүен хәтеренә төшөрҙө. Оялды. Әсәһе төшөнә йыш инә башланы. Хәҙер Йәмилә әсәһенең үҙен ниндәй бәләнән ҡотҡарырға тырышыуын аңланы, тик һуң ине шул. “Ҡайтып, әҙәм көлкөһөнә ҡалғансы, түҙәйем, бала тыуғас, Альфред үҙгәрер”,-тип уйланы. Тик иренең холҡо ауырая ғына барҙы. Ике бүлмәле фатир алғас, ире бөтөнләй эшләмәй башланы. Ҡыҙҙарына ул саҡта дүрт йәш ине. Альфред ҡатынынан ғына түгел, балаһынан да оялмай сит ҡатындар менән йөрөнө. Йәмилә төҙөлөш эштәренә оҫтарып алғас, үҙенең бригадаһын төҙөп алды. Хәҙер инде ул байҙарға ремонт яһап, яҡшы аҡса эшләне. Бар уйы – тыуған яғына ҡайтыу һәм фатир һатып алыу ине. Сөнки ғүмере буйы тешләнеп йәшәп, ауыр эштә лә йөрөп, һаулығы бөтә башланы. Олоғайған әсәһенән дә һаман ғәфү үтенергә көс тапмай. Атаһын ерләргә ҡайтҡанда әсәһенең бөтөп, ҡартайып китеүен күреп йөрәге һыҙҙы. Тик янына барып, уны ҡосаҡларға, йыуатырға, ғәфү үтенергә үҙендә көс тапманы.

Йәмилә бар көсөн, тырышлығын һалып, алһыҙ-ялһыҙ эшләп, тыуған яҡтарында ике бүлмәле фатир һатып алды. Ҡыҙын эйәртеп, ҡайтып та төштө. Шул уҡ кис әсәһенә барҙы ул. Оҙайлы йылдар йөрәгендә таш булып ҡатҡан бар ҡайғы-хәсрәтен һүтте, әсәһенән ғәфү үтенде. Ҡәҙерле кешеһе менән һөйләшеп-серләшеп, керпек тә ҡаҡмай таң аттырҙылар. Күңеле бушап ҡалған Йәмилә яңы көс һәм дәрт менән тормошон яңынан башланы. Тик күрәсәк һынауҙары бының бөтмәгән булып сыҡты. Ҡыҙы юғары уҡыу йортона ингән йыл, таушалған, бөткән Альфред ҡайтып төштө. Ул ауылдағы әсәһенең ярым емерек өйөнә урынлашты. Икенсе көндө үк Йәмиләне ... судҡа бирҙе. Мөлкәтте бүлешеү өсөн. Алама ирҙән биҙрәгән ҡатын фатир һатып алыр алдынан ире менән айырылышыу тураһында уйламаған да. Үҙенсә, уға бергә йәшәгән саҡтағы ике бүлмәле фатирҙы ҡалдырып киткәс, барыһы ла ғәҙел була, тигән уйҙа ине. Хатта әхирәттәре: “Был фатирҙа һинең генә түгел, ҡыҙыңдың да өлөшө бар бит” - тиһә лә, тыңламаны.

Бар хыялы уңмаған, бәхетһеҙ тормошон себерҙә, шундағы фатирҙа ҡалдырып китеп, яңынан йәшәй башлау ине. Ә торлаҡ күптән һатылған булып сыҡты. Ҡатыны ҡайтып киткәс, Альфред коммуналь хеҙмәтләндереү өсөн бөтөнләй түләй алмаған. Бурыстары өсөн фатирҙан яҙып, коммуналь бүлмәгә барып эләккәнен һиҙмәй ҙә ҡалған. Унда ла кешеләр менән һыйышып йәшәй алмаған. Хәҙер бына суд аша, үҙе кәйеф-сафа ҡорған мәлдә, Йәмилә алһыҙ-ялһыҙ эшләп һатып алған фатирҙан өлөш талап итә. Никахтары тарҡалмағас, суд Альфредтың дәғүәһен законлы тип тапты. Бәлки, артабан да көрәшергә, ирҙең йүнһеҙлеген иҫбат итергә кәрәк булғандыр, әммә әсәһе тыйҙы. “Ҡотолғаныңа шөкөр ит”,-тине әсәһе һәм йыйып барған аҡсаһын ҡыҙына бирҙе. Ағайҙары ла ярҙам итеп, Йәмилә Альфредҡа суд сығарған өлөштөң аҡсаһын түләне.

Йәмиләнең: “Баланы Әсә фатихаһы, Әсә доғалары йәшәтә. Минең өсөн йәнен бирергә әҙер булған әсәйемде ашатлап сығып китеүем, ҡурҡыныс төш булып әле лә йөрәгемде әрнетә. Их, ниңә әсәйҙәрҙе ваҡытында тыңламайбыҙ икән...”- тигән һүҙҙәре барыбыҙға ла мәңгелек һабаҡ булһын ине...

Гүзәл Иҫәнгилдина.

Әхлаҡи күҙлектән сығып, исемдәр үҙгәртеп алынды.

 

 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: