Бөтә яңылыҡтар
Серле донъя
15 Ғинуар , 21:30

Өйө урынынан шишмә урғылып сыҡты

Икенсе көн ярһып иренең һөйәркәһе быларға килеп инә. Алама һүҙҙәр менән һүгә башлай. Күрше ҡатын, әбей өйрәткәнсә, бер ни өндәшмәй, ятларға ҡушҡан доғаларҙы эстән уҡып тик тора. Ире һөйәркәһен баҫтырып сығарып ебәрә лә, ҡатыны алдында тубыҡланып ғәфү үтенә...

Өйө урынынан шишмә урғылып сыҡты
Өйө урынынан шишмә урғылып сыҡты

Беҙҙең урамдағы кеүек әбей бер ҡайҙа ла булмағандыр. Ул үтеп барһа, йәшенәбеҙ ҙә, артынан таш ташлай торғайныҡ. Һәр саҡ ниндәйҙер төйөнсөгөн аҫып йөрөй ине. Бәләкәс кенә өйҙә йәшәне. Ҡапҡаһы янына барырға ла ҡурҡтыҡ. Барыһы ла уны мәскәй әбей тип йөрөттө. Таң менән урман яғына сығып китә лә, кискә ҡарай күренә торғайны. Кеше менән һөйләшмәне лә, аралашманы ла. Беҙҙең күрше апайҙың ире икенсе ҡатынға әүрәп, биш балаһын ташлап, сығып киткәс, шул инәйгә мөрәжәғәт итте. Тәүҙә әсәйгә инеп кәңәшләште. “Ҡурҡам бит әле”,-тип ултырыуын хәтерләйем. Беҙ уйнап йөрөгән булып, һүҙ тыңлайбыҙ. Күршебеҙ барып килгәс, тағы әсәйгә йүгереп инде. “Әбей мине күреү менән: “Иреңде сихырлап ҡаратып алған. Шуға күрә генә ярҙам итәсәкмен. Ә былай кешеләрҙе күргем дә, улар менән һөйләшкем дә килмәй. Аллағыҙ юҡ һеҙҙең, муллағыҙ ҙа. Бар бәләгеҙ шунан”,-тине. Миңә доғалар яҙҙы ла, шуларҙы ғүмерлеккә ятлап алырға ҡушты. Үләндәр бирҙе, сәйгә ҡушып иремә эсерергә ҡушты. “Нисек эсерәйем, ул бит беҙгә килмәй!”-тигәйнем, “Иртәгә төшкә иреңдең юлын йортоңа төшөрәм, сәйең өҫтәлдә әҙер булһын”,-тип яуапланы. Ысынмы икән? Үләнен эсерергә ҡурҡам бит әле. Ағыулы булып ҡуймаһын”,- тип аптыранды ул.

Икенсе көн ире, әбей әйткәнсә, төшкөһөн килеп инә. Ҡатын тегене сәйгә ултырта. Үләнле сәйҙе эскәс, ир диванға ултырып йоҡлап китә. Ҡатын бик ҡурҡа был хәлдән. Тик ир уянып киткәс, ишек алдына сығып, һис ни булмағандай, эш эшләй башлай, балаларын һөйә. Икенсе көн ярһып иренең һөйәркәһе быларға килеп инә. Алама һүҙҙәр менән һүгә башлай. Күрше ҡатын, әбей өйрәткәнсә, бер ни өндәшмәй, ятларға ҡушҡан доғаларҙы эстән уҡып тик тора. Ире һөйәркәһен баҫтырып сығарып ебәрә лә, ҡатыны алдында тубыҡланып ғәфү үтенә. Шунан һуң бик матур йәшәне улар. Ә теге сихыр менән булышыусының өйө янып, бөтөнләйгә күсеп китте. Йүкә телефоны аша әбейҙең беҙҙең күршегә ярҙам итеүе таралып китте. Күптәр барып ҡараны инәйгә, тик бер кемде индермәне. Ә бер көн ул юҡҡа сыҡты. Кемдер алыҫтағы туғандары алып ҡайтып киткән тип, ә бәғзеләр уның һауаға олғашыуын күргәнен һөйләне.

Хәҙер әбейҙең өйө урынында ағастар үҫеп ултыра, ер аҫтынан уйламағанда урғылып сыҡҡан шишмә ҡоҙоҡ итеп кәртәләп алынған. Уның тәмле һыуын эскән һайын әбейҙең: “Аллағыҙ юҡ бит һеҙҙең”,-тигәнен ишеткәндәй булам.

Н.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: