Һаҡмар
+9 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
18 Апрель , 19:05

Радий Хәбиров Путин менән осрашыуҙың ябыҡ өлөшөндә нимә хаҡында һөйләшеүҙәрен әйтте

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республика киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре менән осрашыуҙа, «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының баш мөхәррире Руслан Шәрәфетдиновтың һорауына яуап биреп, Рәсәй Президенты Владимир Путин менән эшлекле осрашыуҙың ябыҡ өлөшөндә ниндәй мәсьәләләрҙе күтәреүҙәре тураһында һөйләне...

Радий Хәбиров Путин менән осрашыуҙың ябыҡ өлөшөндә нимә хаҡында һөйләшеүҙәрен әйтте
Радий Хәбиров Путин менән осрашыуҙың ябыҡ өлөшөндә нимә хаҡында һөйләшеүҙәрен әйтте

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республика киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре менән осрашыуҙа, «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының баш мөхәррире Руслан Шәрәфетдиновтың һорауына яуап биреп, Рәсәй Президенты Владимир Путин менән эшлекле осрашыуҙың ябыҡ өлөшөндә ниндәй мәсьәләләрҙе күтәреүҙәре тураһында һөйләне. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, әлеге осрашыу 9 апрелдә уҙҙы.

Президент менән осрашыуҙа махсус хәрби операцияға ярҙам күрһәтеү, шулай уҡ республикала күләмле проекттарҙы ғәмәлгә ашырыуға бәйле мәсьәләләр хаҡында һөйләштек, тип билдәләне Радий Хәбиров.

«Алдыбыҙҙа Өфөнөң Көньяҡ урау юлын төҙөү бурысы тора. Быйыл комплекстың ҙур өлөшөн тамамларбыҙ. Бынан тыш, Пугачев урамында тәртип урынлаштырырбыҙ. Был иһә хаҡы 30 миллиард һумдан ашыу тәшкил иткән етди проект», - тип билдәләне Радий Хәбиров.

Башҡортостан Башлығы Владимир Путин менән һуғыш ветерандары өсөн клиник госпиталь, лидерҙар мәктәбен төҙөү мәсьәләләрен дә тикшереүҙәрен әйтте. Улар буйынса федераль кимәлдә ыңғай ҡарарҙар ҡабул ителгән.

Автор:
Читайте нас: