Бөтә яңылыҡтар
10
Рухиәт
20 Март , 21:00

Өндәшмәйһең? Ҡыуанмайһың да мине күреүгә...

Нимәгә аптырайһың? Мин сыҡҡанға өс ай үтеп китте. Беҙ Вәлиә менән бергә хәҙер. Ә һин – артыҡ... Айрат ҡатынының ни өсөн һуңғы ваҡытта туҡтауһыҙ көйһөҙләнеүен, үҙенең янына яҡын да ебәрмәүен аңланы. Ул Вәлиәне Бористың ҡулынан тартып алды ла, өйгә ҡарай һөйрәкләй башланы. Тик ҡатыны тыңламағас, йортона йүгереп инеп, һунар мылтығын алып сыҡты һәм был икәүгә тоҫҡап атып ебәрҙе...

Донъя алмаш килә икән...

Күҙемә күренәһеңме?

Айрат оҙаҡ йоҡлай алмай ятты. Хәйер, был хәл уны һуңғы бер нисә ай борсой. Бер-бер артлы алған уколдар ҙа, услап эскән дарыуҙар ҙа ярҙам итә алманы. Мәрхүм ҡартатаһының: “Намыҫы таҙа булғандар ғына минең кеүек ҡаты йоҡлай ала”,-тип йылмайғанын хәтеренә төшөрә башланы.

Барыһы ла һәйбәт кеүек. Сөнки мейеһенән сыҡмаған хәлдәрҙә уның да ғәйебе үтә ҙур булһа ла, барыһын да Борис менән килешеп эшләнеләр бит. Әлбиттә, Айратҡа уны күндереү өсөн елле генә табын ҡорорға тура килде. Сөнки белә ул – Борис эсеп алһа, бар нәмәгә күндереп һәм ышандырып була. Тик ниңә ике йыл үткәс, был хәлде хәтеренән бөтөнләйгә һыҙып ташлағандан һуң, яңынан борсой башланы. Борсой тип тә әйтеп булмай, күңелен семеткеләп, бер туҡтауһыҙ мейеһен сүкеп тик тора.

Йоҡлай алмаған ир өҫтөнә курткаһын эләктереп тышҡа ашыҡты. Ҡатыны һуңғы көндәрҙә былай ҙа үтә көйһөҙләнә. Ә инде Айрат уны уятһа, аҙналар буйы ене тотоп йөрөйәсәк. Һин дә мин йәшәп ятҡан Вәлиәне лә шайтан алмаштырҙымы ни: бер туҡтауһыҙ һөйләнә, мыжый йәки бөтөнләй ауыҙынан һүҙе сыҡмай. Күпме йәшәп, уртаҡ балалары булмауы ла талашыуҙарына сәбәпсе булды. Ә һуңғы һүҙгә килешкәндәрендә Вәлиәһе: “Һинең бисәнән-бисәгә йөрөүең дә шул эшкинмәгәнлегеңдән килә инде!”-тип әйтеп ысҡындырҙы.

Айрат был һүҙҙәрҙе күтәрә алманы, аңына килгәндә ҡатын иҙәндә аунап ята, танауынан борҡоп ҡаны килә ине. Үҙенең ҡапыл ярһыуынан Вәлиә генә түгел, ир ҙә ҡурҡты. Әле бына ауыр уйҙарына сумып ҡасан ташлаған тәмәкеһен тағы көйрәтте.

- Һаумы, дуҫ!..

Төнгө ҡараңғылыҡта яңғырап киткән таныш тауыштан Айрат тартып ултырған тәмәкеһен тереләй йота яҙҙы.

Солан яҡтыһына килеп баҫҡан Бористы күреүенән шаҡ ҡатты.

- Һуң һин бит, ни, һин бит... Күҙемә күренәһеңме әллә?! Кит!

Айрат ҡысҡырып ебәрҙе.

Борис мыҫҡыллы йылмайып уның ҡаршыһына уҡ сығып баҫты.

- Һаумы, тием бит, дуҫ! Әллә дуҫ түгелме?

Ике “дуҫ”

Айрат Борис менән мәктәп йылдарынан таныш. Үҙенән өс класҡа түбән уҡыған малайҙың көнитмешен күреп үҫте. Сөнки бер өй аша ғына йәшәй инеләр. Бористың атаһы ғына түгел, әсәһе лә өлкән ҡыҙҙарын юғалтыу ҡайғыһын күтәрә алманы. Ғаилә башлығы эскелеккә һабышты. Ә әсәһендә яман шеш табылды. Күрәһең, ҡыҙын юғалтыу ҡайғыһы ошо сиргә юлыҡтырғандыр. Ярты йылдан һуң ул балаһы артынан мәңгелек донъяға күсте. Борис атаһы менән тороп ҡалды. Дөрөҫөрәге, малай үҙ ҡарамағына ҡалды. Малсылыҡта эшләгән атаһы ҡайтһа – ҡайтты, ҡайтмаһа юҡ, өйҙә булыуынан да файҙа булманы. Борис үҙен-үҙе ҡарап, мәрхәмәтле ауылдаштарының да ярҙамы менән үҫте. Училищеға ингән үҫмер үҙе кеүек ата-әсә ҡарауынан ҡалған малайҙарға ҡушылып алды. Кеше туҡмағаны, урлашҡаны өсөн шартлы рәүештә хөкөм ителеп тә өлгөрҙө. Балиғ булып өлгөрмәүе генә уны төрмәнән ҡотҡарып ҡалды.

Айрат менән улар район үҙәгендә осрашты. Борис ятаҡта йәшәй ине. Айраттың тәүге ҡатыны менән өй күтәреп ятҡан мәле. Ул ауылдашын төрлө ҡара эштәргә ялланы. Сөнки училищены тамамлаған Борис ятаҡта тороп ҡалһа ла, эш тапмаған ине әле. Айратҡа ауылдаш, ағай тип ихлас ярҙам итте ул. Ауырыраҡ эштәргә дуҫ егеттәрен дә йыйып алып килде. Айрат тәүҙә уға күпмелер аҡса бирә ине. Ләкин ғәрсел йәш егет: “Ҡуйсы, беҙ һинең менән ауылдаш та, ағай ҙа, дуҫ та булып бөттөк бит инде. Ярҙам кәрәкһә – әйт кенә!”-тип өҙә һуҡты.

Айрат беренсе кәләшен бик яратып алғайны. Һылыу ҡыҙҙы үҙенә ҡаратыр өсөн күп көс, дөрөҫөрәге, аҡса түкте. Әммә кәләше иренә ҡарата һәр саҡ һауалы булып ҡалды. Бер ҡайҙа эшләмәһә лә, матур йәшәргә ынтылды. Бының өсөн Айраттың эш хаҡы ғына етмәй ине. Шул мәлдә ул төҙөлөш эштәрендә йөрөй ине. Һәм еңел аҡса эшләү юлын тапты. Төҙөлөш материалдарын ипләп кенә осора башланы. Әлбиттә, үҙенең ҡулын бысратҡыһы килмәне. Был эште ул Борис аша эшләне. Тәүҙә әҙ-әҙләп урлаған Айрат тотолмауынан хаттин ашып, көпә-көндөҙ материалдарҙы тейәтеп ебәргәне лә булды. Шул ваҡытта кәләшенә күптән һораған сит ил машинаһын да алып бирҙе. Тик бер кис ҡайтҡанында өй алдында торған машина ла, йәш ҡатыны ла, һаҡлап һалып барған аҡсалары ла – бер нәмәһе лә юҡ ине. Кәләшенән: “Һинең менән хәйерселектә йәшәп ялҡтым. Мине эҙләмә!”-тигән смс-хәбәр генә килеп төштө. Күтәрелеп бөтмәгән булһа ла, ике ҡатлы йорт, йәне теләгән еңел машина, ҡиммәтле әйберҙәр хәйерселек булып һаналғас, кәләшенә ниҙәр кәрәк булғандыр инде. Тик тиҙҙән уның Өфөлә үҙенән күпкә өлкән, әммә үтә лә бай кеше менән йәшәгәне килеп ишетелде. Кәләшен ҡайтарыу уйы менән янған Айрат быны ишеткәс, быуынһыҙ ҡалды. Өйөнән сыҡмай бер туҡтауһыҙ эсте. Шул саҡта Борис килеп кенә йөрөп уны был хәлдән сығара алды. Йыш ҡына ҡыҙҙар эйәртеп тә килде. Шундай мәжлестәрҙең береһендә икенсе ҡатыны менән танышты. Баҫалҡы ауыл ҡыҙы яҡшы тормош юлдашы буласағына ышанды. Шулай булды ла. Тик Айрат үҙе уны ярата алманы. Ҡатыны уның башҡаларға ла күҙ атыуын түҙҙе, түҙҙе лә, ташлап ҡайтып китте. Бәпестәре булманы.

Аҡсаң ғына булһын!

Айрат ҙурыраҡ ергә төҙөлөш эшенә урынлашты. Бында ситкә осорорлоҡ төҙөлөш кәрәк-яраҡтары тағы ла күберәк булып сыҡты. Шуға күрә Борисҡа “эш” етерлек булды. Ә Айраттың кеҫәһе ҡалынайҙы. Элекке кеүек беренсе ҡатынын иҫкә төшөрөп илап та ултырманы. “Аҡсаң ғына булһын, аҡсаң күп булһа теләгән бер ҡыҙҙы һатып алып була”,-тиер ине ул эре генә Борисҡа. Уныһы көлөп кенә ҡуйыр ине. Әсәһен иртә юғалтып, атаһы ҡул һелтәгәс, Борисҡа яҡын, һыйыныр кеше бик тә кәрәк ине. Һәм ул Айрат ағаһын туғанынан да артыҡ күрҙе.

Был икәүҙең “кәсебе” күпме дауам итер ине, әммә ҡиммәтле төҙөлөш материалдарының юҡҡа сығыуы билдәле булды. Тикшереү эштәре башланды. Айрат етәкселектең үҙенә ҡырын ҡарай башлағанын тоя башланы. Йәһәт кенә ниҙер уйларға йә ҡасып китергә кәрәк ине. Әммә ул нәҡ ошо мәлдә Вәлиәһе менән танышты. Уны Борис алып килгәйне. Йәш ҡатын шул тиклем беренсе ҡатынына оҡшаған ине. Шуға күрә ул иреп төштө, матур ғаилә ҡороуға, ниһайәт, атай булырға ышанысы тыуҙы. Тик Вәлиәнең үҙенә түгел, ә Борисҡа күҙ атыуын шунда уҡ тойҙо ул. Шуға күрә уны үҙенә ҡаратыу өсөн барыһын да эшләне. Тик ҡыҙ ыҡҡа килмәне. Айрат Борис менән асыҡтан-асыҡ һөйләшергә булды. “Ҡустым, һин бит Вәлиәне минең таныштырырға алып килдең? Ниңә ул һинең яныңда өйрөлә һуң? Дөрөҫөн әйткәндә, ул миңә бик тә оҡшай. Вәлиәгә бөгөн үк өйләнергә әҙермен. Тик ҡамасаулама, йәме”,-тине ул.

Борис бер аҙ уйланып торғандан һуң: “Ул миңә лә оҡшай. Һинең менән үҙемдең йөрөгән ҡыҙым итеп таныштырырға алып килгәйнем бит мин. Һин яңылыш аңлағанһың”,-тине. Айрат быны көтмәгәйне. Шуға күрә Бористың ҡыҙ менән мөнәсәбәт башларға ашыҡмай тороуын ғына үтенде.

Ә инде тәфтишселәр урланған төҙөлөш материалдары буйынса эҙенә баҫа башлағас, Бористы ҡунаҡҡа саҡырҙы. Егет иҫергәс, уны барыһын да үҙ өҫтөнә алырға күндерҙе. “Ҡустым, икебеҙ ҙә ултырһаҡ – ни фәтеүә? Төркөм менән эш иткәндәр тип өҫтәмә йылдар ғына бирерҙәр. Бының өсөн закон ҡатыраҡ. Ә һин үҙ өҫтөңә алһаң, мин бында беҙҙең эштәрҙе дауам итермен. Вәлиәңә лә күҙ-ҡолаҡ булып торормон. Бәлки, ултыртмаҫтар ҙа әле, шартлы хөкөм итерҙәр. Ултыртһалар ҙа, ташламам. Адвокат яллап, йәһәтерәк сығарыуыңды хәстәрләрмен. Һин иреккә сыҡҡас та, һиңә лә йорт күтәрербеҙ. Хәҙер беҙҙең һинең менән тәжрибә бар бит инде. Өйләнерһең Вәлиәңә. Шәп тә инде шулай. Ә икебеҙ ҙә ситлек артына китһәк, һинең дә, минең тормош юҡҡа сығасаҡ”,-тип һүҙ башланы Айрат. Ә үҙе егеттән рюмка артынан рюмка бушаттырҙы.

Борисҡа шул саҡта ауылдаш ағаһы барыһын да дөрөҫ һөйләй кеүек тойолдо. Ысынлап та, ултырып сыҡһа, ни була? Илап ҡалыр балаһы, ғаиләһе юҡ, дуҫтары араһында улытырып сыҡҡандар ҙа, әле лә ултырғандар ҙа бар. Ҡурҡыныс статья түгел, бәлки, шартлы ғына хөкөм итерҙәр. Ә Айрат ағаһы уға йорт күтәрергә лә, өйләнергә лә ярҙам итәм тип тора.

Борис бар ғәйепте үҙ өҫтөнә алды. Тикшереүҙе ышандырыу өсөн: “Ауылдаш ағайға йомош менән барып йөрөгәндә төҙөлөш материалдары ҡайҙа ятыуын, нисек һаҡланыуын ҡарап йөрөнөм. Шуға күрә урлауы ауыр булманы”,-тип кенә ҡуйҙы.

Борис ултырмаҫмын тип ышанһа ла, уның алдағы шартлы хөкөм ителеүҙәре лә иҫәпкә алынды һәм ул өс йылға дөйөм режимлы колонияға ебәрелде. Хөкөм залында ҡулға алынған егет нимәгә барып тарыуын аңланы, әммә һуң ине. Урланы бит инде, урланы. Әлбиттә, яңғыҙы түгел, шулай ҙа. Ярай, Айрат ағаһы “аҙаҡҡа тиклем бергә булырбыҙ” тине бит.

Һин – артыҡ

Борис төрмәгә оҙатылғас Вәлиә илап Айратҡа йүгереп килде. Йәш ир уны хәленән килгән тиклем тынысландырырпға тырышты. Унан көн дә ҡыҙҙы эшенән барып алып йөрөнө. Ауылға ҡайтырға булһа, елдертеп үҙе алып барҙы, барып алды. Борис төрмәгә ултырғас, ярты йылдан һуң икәүләшеп кенә Яңы йыл төнөн ҡаршыланылар. Айрат матур һүҙҙәрен дә, шарабын да йәлләмәне ҡыҙ өсөн. Иртәнсәк улар бер түшәктә уянды. Албырғап ҡалған ҡыҙ үҙенең Айратҡа кейәүгә сыҡҡанын һиҙмәй ҙә ҡалды. Быға тиклем улар Борисҡа икәүләп барып ҡайта инеләр, хәҙер посылка ғына ебәрә башланылар. Йүкә телефон тиҙ эшләй бит, тиҙҙән Борисҡа һөйгәненең ауылдаш ағаһына кейәүгә сығыуы ишетелде. Был хәлдән һуң уларҙың юлдары айырылды.

Айрат Борис төрмәнән сыҡҡансы Вәлиәне алып себер тарафтарына күсеп китергә булды. Тик ҡатыны ҡаршылашты. Шулай ҙа Бористың сығыуына тағы бер йыл бар, күндерергә өлгөрөрмөн тип уйланы. Өҫтәүенә быға тиклем уйлап та бирмәгән Борис бер туҡтауһыҙ башына килде, уның яҙмышын ҡырҡа алама яҡҡа үҙгәртеп ебәреүенән тынғылыҡ тапманы. Һәм бына Борис алдында баҫып тора. Тимәк, сыҡҡан, әллә ҡасҡанмы икән?

- Һиңә тағы бер йыл бар бит. Әллә ҡастыңмы?

- Юҡ, яҡшы тәртибем өсөн алдан сығарҙылар. Һин шат түгелме ни? Мине ҡарап йонсоғанһыңдыр. Нимә тигәйнең әле “ташламам, барыһы ла булыр”, хатта өй һалып бирергә вәғәҙәләнең. Тик тәмәке ебәрергә лә эшкинмәнең. Уның ҡарауы минең Вәлиәне үҙеңдеке итергә оялманың...

Айрат нимә тип әйтергә лә белмәне. Бәлки, күңеленең һуңғы айҙарҙа тынғыһыҙланыуы Бористың төрмәнән алдараҡ сығасағына ишара булғандыр? Йәне алдан һиҙгән, күрәһең...

- Өндәшмәйһең? Ҡыуанмайһың да мине күреүгә. Уның ҡарауы Вәлиә бик шат, шулай бит?

Шул саҡ ҡына Айрат ҡатынының янында тороуын күрҙе. Вәлиәнең барып Борисҡа һыйыныуын күреп аптырап ҡалды.

- Нимәгә аптырайһың? Мин сыҡҡанға өс ай үтеп китте. Беҙ Вәлиә менән бергә хәҙер. Ә һин – артыҡ...

Айрат ҡатынының ни өсөн һуңғы ваҡытта туҡтауһыҙ көйһөҙләнеүен, үҙенең янына яҡын да ебәрмәүен аңланы. Ул Вәлиәне Бористың ҡулынан тартып алды ла, өйгә ҡарай һөйрәкләй башланы. Тик ҡатыны тыңламағас, йортона йүгереп инеп, һунар мылтығын алып сыҡты һәм был икәүгә тоҫҡап атып ебәрҙе...

Айрат биш йылға хөкөм ителде. Күңеле тынғыһыҙланмай ине уның хәҙер, йөрәген ниндәйҙер мәғәнәһеҙ бушлыҡ баҫып алды. Ә уның йортонда ҡатыны Борис менән йәшәй ине. Вәлиәнең ни ғиллә менәндер, Айраттың бар мал-мөлкәтен үҙенә яҙҙырып алыуы асыҡланды.

Донъя алмаш килә, тигәне шул булалыр, күрәһең...

Гүзәл Иҫәнгилдина.

Әхлаҡи күҙлектән сығып, исемдәр үҙгәртеп алынды.

 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: