Һаҡмар
+1 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәрхәмәтлек
23 Апрель , 15:12

Күршеләргә ярҙам барып етте

Баймаҡ районы халҡы Орск ҡалаһына гуманитар ылау оҙатты

Күршеләргә ярҙам барып етте
Күршеләргә ярҙам барып етте

Баймаҡ районы мөхтәсибәте һәм ҡаланың “Нәсихәт” мәсете ташҡындан ҙур ҡаза күргән Орск ҡалаһына гуманитар ярҙам ойошторҙо.
Иң тәүҙә мосолман ойошмаһы гуманитар ылау ойоштороу тураһында халыҡҡа мөрәжәғәт итте. Орск ҡалаһы кешеләренә иң кәрәкле булған әйберҙәр һәм аҙыҡ-түлек һатып алыу өсөн 100 мең һумдан ашыу аҡса йыйылды. Бынан тыш, ҡала һәм ауылдарҙан кешеләр төрлө әйберҙәр алып килде.
Был изге акцияға Баймаҡ мәғлүмәт үҙәге коллективы, йәғни “Һаҡмар” һәм “Баймакский вестник” гәзиттәре журналистары ихлас ҡушылды һәм эсәр һыу һатып алып ебәрҙе. Сөнки, билдәле булыуынса, Орск ҡалаһы халҡы иң беренсе сиратта эсәр һыуға ҡытлыҡ кисерә.
21 апрелдә гуманитар ярҙам тейәлгән машиналар Орск ҡалаһына юлланды һәм күршеләргә тапшырып ҡайтты.
“Нәсихәт” мәсетенең имам-хатибы Камил хәҙрәт Алсынбаев әйтеүенсә, гуманитар ярҙам тағы ла ойоштороласаҡ һәм бының өсөн ылау туплау дауам итә.
Эсәр һыу һәм аҙыҡ-түлектән тыш, Орск ҡалаһы халҡы түшәк кәрәк-яраҡтары, яҫтыҡ, юрған, одеяло, туалет кәрәк-яраҡтары (һабын, шампунь, мочалка, крем һәм башҡаһы), балалар өсөн памперстар, махсус кейем, итек, бирсәткә, галоштар, сланцы һәм башҡа кейемдәргә ҡытлыҡ кисерә. Яҡшы тороштағы кейем-һалым да ярай.
Изгелек ерҙә ятып ҡалмай, Орск ҡалаһы халҡына ярҙам ҡулы һуҙайыҡ!
А.Салауатов.

Күршеләргә ярҙам барып етте
Күршеләргә ярҙам барып етте
Күршеләргә ярҙам барып етте
Күршеләргә ярҙам барып етте
Күршеләргә ярҙам барып етте
Күршеләргә ярҙам барып етте
Күршеләргә ярҙам барып етте
Күршеләргә ярҙам барып етте
Күршеләргә ярҙам барып етте
Автор:Азамат Мухаметшин
Читайте нас: