Бөтә яңылыҡтар
10
Мәғариф
8 Март , 10:00

Яҙ ҡояшындай балҡып йәшәй

Зәйтүнә Таһир ҡыҙы ғаиләһе менән дә бик бәхетле. Тормош иптәше Иршат Әхмәҙулла улы менән бер ул һәм бер ҡыҙға ғүмер биреп, оло юлға аяҡ баҫтырағандар. Гөрләп, ҡот уйнап торған йорттарында бына 35 йыл бәхет һәм мөхәббәт хакимлыҡ итә. Бәхетле ханымдың артабан да яҙ ҡояшындай балҡып, уңыштарға сорналып йәшәүен теләйбеҙ!..

Яҙ ҡояшындай балҡып йәшәй
Яҙ ҡояшындай балҡып йәшәй

Хеҙмәтендә ҙур уңыштарға ҡаҙанған, йәмәғәт эшендә ҡайнаған, халыҡтың ихтирам-хөрмәтен яулаған кешеләр һәр саҡ һоҡландыра. Шуларҙың береһе – Сосновка ауылынан Зәйтүнә Таһир ҡыҙы Рәхмәтуллина. 23 йылдан ашыу хеҙмәт стажы булған Зәйтүнә Таһир ҡыҙы башланғыс кластар уҡытыусыһы, география, хеҙмәт дәрестәренән уҡыта. Үҙ эшен намыҫлы башҡарған Зәйтүнә Рәхмәтуллина артабан мәктәп мөдире итеп тәғәйенләнә. Уның тырыш хеҙмәте – уҡыусыларында сағыла. Улар төрлө олимпиадаларҙа еңеүҙәр яулай, һынауҙарҙы уңышлы тапшыра. Зәйтүнә Рәхмәтуллина бер нисә тапҡыр депутат итеп һайлана. Халыҡты ойоштора белгәне өсөн Зәйтүнә Таһир ҡыҙы “Башҡортостан ҡатын-ҡыҙҙары - парламентарийҙары: кисә, бөгөн, иртәгә” республика форумында ҡатнашыуға лайыҡ булды. Бында ул Рәхмәт хаты һәм ҡиммәтле бүләккә лайыҡ була. Ике тиҫтә йылдан ашыу ауылдың ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе, шулай уҡ һайлау комиссияһы рәйесе булып тора. Район ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Гөлшат Байдәүләтова Зәйтүнә Таһир ҡыҙының йәмәғәт эшен юғары баһалай. Хеҙмәт ҡаҙаныштары өсөн Зәйтүнә Рәхмәтуллина Рәсәй дәүләт статистика комитетының билдәһе, районы хакимиәтенең, мәғариф, мәҙәниәт бүлегенең Почет грамоталары һәм бихисап Рәхмәт хаттарына эйә.

Зәйтүнә Таһир ҡыҙы ғаиләһе менән дә бик бәхетле. Тормош иптәше Иршат Әхмәҙулла улы менән бер ул һәм бер ҡыҙға ғүмер биреп, оло юлға аяҡ баҫтырағандар. Гөрләп, ҡот уйнап торған йорттарында бына 35 йыл бәхет һәм мөхәббәт хакимлыҡ итә. Бәхетле ханымдың артабан да яҙ ҡояшындай балҡып, уңыштарға сорналып йәшәүен теләйбеҙ!

Гүзәл Иҫәнгилдина.

 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: