Бөтә яңылыҡтар
Хоҡуҡ һаҡлау
16 Декабрь 2021, 14:30

Аварияла 4 кешенең ғүмере өҙөлгән...

-

Бөгөн таңда Татарстан Республикаһы юлында теркәлгән юл-транспорт фажиғәһендә 4 яҡташыбыҙҙың ғүмере өҙөлгән. Ошо хаҡта "Татар-информ" агентлығы хәбәр итә. Авария Аҡтаныш районының Поисеево ҡасабаһы эргәһендә теркәлгән. Яҡташтарыбыҙ ултырған Chevrolet  автомобиле Силәбе өлкәһенең Volvo фураһы менән төкөшә. Бәрелеш шул ҡәҙәр көслө була - еңел автомобилдән бер нәмә лә ҡалмай. Татарстан Республикаһының прокурор ярҙамсыһы Руслан Ғәлиевтың белдереүенсә, аварияла еңел автомобилдең водителе һәм уның 3 пассажиры шунда уҡ йән биргән. Фажиғә булған урында тикшереү эштәре бара.   

Фото: "Татар-информ" агентлығы сайтынан.


Автор:Лилия Такаева
Читайте нас: