Һаҡмар
+11 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ИЖАДИ ЙӘЙҒОР
17 Апрель , 20:15

ӘЛФИӘ – ТАҢҺЫЛЫУ, ҒӘЛИНУР – ВИЛНУР

Ғаиләлә бала тыуғас, уның яҡындары кескәйгә исем ҡуша. Халҡыбыҙ элек-электән исем ҡушыуға етди ҡарарға өндәгән. Заман үҙгәреү менән исемдәр ҙә үҙгәреш кисергән. Бөгөн ҡайһы берәүҙәрҙең ул-ҡыҙҙарына икенсе милләт халыҡ- тарының йәки бөтөнләй ҡолаҡҡа ятышһыҙ, мәғәнәһеҙ исем ҡушыуы борсолдора. Шулай ҙа үҙебеҙҙең матур исемдәрҙе йөрөтөүселәрҙең күплеге һөйөндөрә. Әммә бөгөн һүҙ был хаҡта түгел. Арабыҙҙа ике исемле кешеләр бар. Ни өсөн улар ике исем йөрөтә? Быға ҡағылышлы ҡыҙыҡлы йәки бик үк күңелле булмаған хәлдәр буламы? “Һаҡмар” гәзитенең “Ултырайыҡ әле бөгөн кис” махсус битендә ошо хаҡта мәҡәләләр баҫыла. Бөгөнгө яҙма матбуғат ветераны Әлфиә Хәсән ҡыҙы Байегетова һәм махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яҡташыбыҙ Ғәлинур (билдәле сәбәптәр буйынса тулы исем-фамилияһын бирмәйбеҙ) тураһында.  Ә һеҙҙең арала ике исемле кешеләр бармы? Әгәр булһа, уларҙың тарихын төркөмгә шәхси смс-хәбәр итеп йәки редакцияға яҙып ебәрегеҙ.

 

ӘЛФИӘ – ТАҢҺЫЛЫУ

Мин 1959 йылдың декабрендә Күлйортау ауылында тыуғанмын. Әсәйемдәр мулла саҡырып, миңә Әлфиә тип исем ҡуштырған. Был ваҡытта сатнама һыуыҡтар торған. Әсәйем бәләкәй бала менән Баймаҡҡа йөрөй алмаған. Бер ағай тейешле кешенең Баймаҡҡа юлланғанын ишеткәс, уға: “Ағай, минең ҡыҙым бар. Әлфиә тип исем ататтыҡ. Баймаҡтан метрика алып ҡайт әле”, – тип һораған. Был ағай Баймаҡҡа килгәс, тәүҙә үҙенең йомоштарын йомашлаған. Шунан бер танышы осраған, ул уны ҡунаҡҡа алып ҡайтып киткән. Арыу ғына байрам иткән былар. Шунан ағай тағы бер эше барлығын иҫләгән: киткән был документ алырға. Әммә баланың исемен онотҡан да ҡуйған бит. Уйлаған-уйлаған да, матур исем бит тип, Таңһылыу тип яҙҙырған да ҡуйған. Күлйортауға ҡайтып, документты әсәйемә биргәс, ул тәүҙә: “Исеме Әлфиә бит, нишләп Таңһылыу тип яҙҙырҙың?” – тигән. Шунан үҙе лә: “Ярай, ысынлап та таңда тыуҙы бит”, – тип тынысланған һәм исемемде алмаштырырға уйламаған да. Ләкин миңә берәү ҙә Таңһылыу тип өндәшмәне, Әлфиә булып үҫтем. Ул ваҡыттарҙа документтың бөгөнгө кеүек әһәмиәте ҙур булмағандыр. Мәктәпкә лә Әлфиә булып барҙым. Уҡытыусыларым да, класташтарым да мине тик Әлфиә тип белә. Паспортты ла әсәйем барып алғандыр. Сөнки мин 8-се класты тамамлап, педагогия училищеһына уҡырға барғанда ғына үҙемдең документ буйынса Таңһылыу икәнемде белдем. Йәшлек менән паспортты алмаштырып алыу тураһында уйламағанмын. Һуңғараҡ был идея менән “янып алдым”. Әммә был ваҡытта мин тормошта инем инде, балалар бар. Уларҙың тыуыу тураһындағы таныҡлыҡтарын, диплом, ғаилә хәле тураһындағы һәм башҡа документтарҙы алмаштырыу мәшәҡәттәрен уйлап тағы туҡталдым. Шулай итеп әлеге көнгәсә ике исемлемен. Исемемә бәйле ҡыҙыҡ хәлдәр ҙә булды. Арыу ғына ваҡыт бергә эшләгән коллегам минең картама аҡса күсерергә тейеш ине. Картам телефон һандарына бәйләнгән, тинем уға. Был минең телефон һандары буйынса әллә нисә тапҡыр аҡса күсереп маташҡан, әммә унда Таңһылыу Хәсән ҡыҙы тип яҙыла икән. Коллегам аптырап миңә шылтырата: “Һиңә аҡса күсерәйем тиһәм, әллә ниндәй Таңһылыу килә лә сыға”. Шунан уға документ буйынса Таңһылыу икәнемде аңлатып, көлөшөп алдыҡ.

ҒӘЛИНУР – ВИЛНУР

Минең атайым коммунист булды. Миңә исемде ул һайлаған – Вилнур (Вил исеменең Владимир Ильич Лениндың тәүге хәрефтәренән яһалғанын күптәр беләлер). Тыуыу тураһындағы документты үҙе эшләтеп алып ҡайтҡан. Әммә күршелә йәшәгән туған тейешле инәйем был исемде әйтә алмай икән. Ниндәйҙер кимәлдә дини тәрбиә күреп үҫкән әсәйемә лә (ҡартатайым мулла булған) исем оҡшамаған. Улар икәүләп кәңәшләшкән дә миңә Ғәлинур тип исем ататҡандар. Барыһы ла Ғәлинур тип өндәшкәс, ҙурайғансы ике исемле булыуымды белмәнем. 6-7-се кластарҙа уҡығанда беҙгә медосмотр үткәрергә Баймаҡтан врачтар килде. Минең фамилиямды әйтеп, “Вилнур” тип саҡыра былар. Шунда белеп ҡалдым үҙемдең документ буйынса исемемде. Быны ишеткән малайҙар мине “Вилнур-Филнур” тип үсекләп көлә башланы. Шул саҡта Ғәлинур булыуыма ҡыуанып ҡуйғайным. Яйлап малайҙар ҙа “Филнур”ҙы онотто. Паспорт алғанда исемемде үҙгәртергә кәрәк булғандыр, бәлки. Тыуыу тураһындағы документты алмаштырып алһам, паспортты ла яңы исем менән алыр ҙа ҡуйыр инем. Әммә был хаҡта һуңынан ғына уйлана башланым. Ә ул ваҡытта документтар күбәйгән (ИНН, СНИЛС, диплом һ.б.), өйләнеп, ике улым бар ине инде.

Әле мин махсус хәрби операцияламын. Бында бер нисә хеҙмәттәшемде юғалттым. Шундай ваҡыттарҙа: “Кешене исеме һаҡлай, тигәндәрен ишеткәнем бар. Әллә шул ысынмы икән? Бәлки, ике исемле булыуым бәлә-ҡазаларҙан аралайҙыр...” – тип уйлап ҡуям.

Автор:Лилия Кусябаева
Читайте нас: