Нуғай биреһе
хикәйә
Ауыр уйҙарға бирелгән Зәкирйән ауылдан сығып китеүен аңғарманы. Ауыл күптән йоҡлай. Шунһыҙ булмай, тиҙҙән Сәләх ҡарттың һәр йортҡа ҡамсыһының һабы менән туҡылдатып: “Тороғоҙ, эшкә һуңлайһығыҙ!”-тип йөрөгәне лә ишетелер. Төн таң ышығына йәшенеп тә өлгөрмәй, ә эшкә сығырға кәрәк. Ҡайһы саҡта егет: “Байға эшләнеңме ни, яңы төҙөлгән колхозғамы”,-тип көрһөнөп ҡуя ла, унан үҙенең уйҙарынан үҙе ҡурҡып китә. Ишетһәләр, бындай һүҙҙәр өсөн баштан һыйпамаҫтар.
Колхоз төҙөлә башлағас та, атаһы унда инергә тәүгеләрҙән булып яҙылды. Сөнки күрше ауылдарҙа байҙарҙы ғына түгел, хәлле йәшәгәндәрҙе лә себергә һөрә башлағандарын ишетте. Ә уларҙың ғаиләһе бер ҡасан да ас йәшәмәне. Хатта йот йылында ла ҡартатаһы балаларын ғына түгел, ә етем-еһергә лә ярҙам итеү әмәлен таба ине. Ул йылдары бигерәк ҡурҡыныс булды шул! Ауылда һарыҡ-кәзә түгел, ә бер бесәй, бер эт ҡалманы. Шәүләгә әйләнгән кешеләр ҡомаҡтарҙы тотоп ашай башланы. Тик хәлһеҙлектән миктәгән әҙәм балалары урамда йығылып үлә ине. “Был тиклем ыҙалағансы, тиҙерәк дөмөгөүең мең артыҡ”,-тигән фекер кешенең мейеһенә ныҡлап инеп ултырҙы. Айырыуса балаларҙы йәл ине. Улар ата-әсәһенең ни өсөн үҙенә бер телем икмәк, бер ике-ҡалаҡ һөт бирә алмауын аңламай ине. Шул мәлдә бер хуторҙа кешеләрҙе ашап ятҡан ғаилә тотолғаны килеп ишетелде. Улар урман-ҡырға үлән тамыры эҙләп сыҡҡан ҡатындарҙы, балаларҙы аулаған икән. Был хәлде халыҡтың аңы ҡабул итә алманы. Сөнки аслыҡтан ҡырылһалар ҙа, йөрәгенә һеңдерелгән рухи ҡиммәттәр күптәрҙә ахырғы көнөнә тиклем йәшәне. Был ғаиләне лә яҡын-тирәләге ауыл кешеләре килеп, таш менән бәргесләп үлтереүе хаҡында ишетелеп ҡалды.
Шул мәлдә һунарсы ҡартатаһы күптәрҙе ҡотҡарҙы. Әммә әҙәмдәр донъяһының ҡурҡыныс көндәр кисереүен йәнлек-ҡоштар ҙа һиҙгәндәй, улар ҙа урман төпкөлөнә китте. Шулай ҙа һунарсы нимәне булһа ла аулап алып ҡайтырға тырышты. Уның урмандан ҡайтыуын бар ауыл көтөр ине. Сөнки ҡартәсәһе ауланған кейектең тиреһенә хәтлем эш итеп, тамаҡ итеп ултырҙы. Иң тәүҙә аслыҡтан йығылған балаларҙың тамағына бер-ике ҡалаҡ һурпа тамыҙҙылар. Артабан башҡаларға ла сират барып етер ине. Бер-ике көн ял итеп алған ҡартатаһы тағы урманға китеп юғалды. Тик күптәрҙе ҡотҡарған һунарсының яҙмышы фажиғәле тамамланды. Аслыҡ йылдары артта ҡалды. Иллә ныҡлап колхозлашыу осоро башланды. Шул мәлдә халыҡ асыуынан ҡасып йөрөгән элекке бер нисә бай балаһы ауылдан-ауылға йөрөп, кешеләрҙең малын урлап, өйҙәргә ут төртөп йөрөй. Һунарсы кәбән эсендә йәшенеп ятҡан яуыздар өҫтөнә барып сыға. Бер-икәүһен үлтереп өлгөрә, әммә ҡалғандары инде олоғайған кешене вәхшиҙәрсә яҙалап үлтерә. Ауыл халҡы изгелекте онотмай. Күптәрҙе аслыҡтан ҡотҡарған һунарсыны табып, ҡәҙерләп ерләнеләр.
Зәкирйән ҡартатаһының үлемен ауыр кисерҙе. Бала саҡтан сос, ныҡ малайҙы гел бергә алып йөрөр, күп һөнәргә өйрәтеп өлгөрҙө ҡартатаһы. Эйе, тормош яйға һалынып бара, башҡаларҙан кәм йәшәмәйҙәр. Әсәһе әйтмешләй: “Ил күргәнде күрәбеҙ инде”. Тик егет ғашиҡ булды. Ауылдың беренсе сибәре булған Айһылыуы ла уға ипләп кенә киске уйында ҡулына сигелгән ҡулъяулыҡ төшөрҙө. Егет сәскәләр еҫе аңҡыған ошо кескәй генә һөйөү билгеһен һәр саҡ үҙе менән йөрөттө. Уңыш йыйғас, гөрләтеп туй үткәреү тураһында хыялланды. Кемгә күҙ атыуын атаһына һөйләп бирҙе. Тик ул: “Белмәйем, улым, Айһылыуҙы һоратыусы күп. Ғәббәс ҡарт уны беҙгә бирерме икән? Дуҫының малайы ла Айһылыуҙы оҡшата, уны шуға бирергә уйлағанын ишетеп ҡалғайным”,-тип ҡуйҙы.
Шулай ҙа улының һүрелеп ҡалған ҡарашын шәйләп, яусы ебәрҙеләр. Зәкирйәндең һүҙен еткерергә күрше Шәрифә инәләре китте. Тик һуң ине шул. Был ваҡытта тирә-яҡҡа яусылығы һәм димләүе менән даны таралған Сәрбиямал Айһылыуҙы теге атаһы әйткән егеткә һората ине. Ҡыҙҙың атаһы бик ҡәнәғәт йылмайыуына ҡарап, улар килешеп бөтөүҙәре аңлашылды. Зәкирйән Айһылыуҙың өйө алдында оҙаҡ торҙо. Башҡа ваҡытта әмәлен табып сыҡҡан ҡыҙ, был юлы күренмәне. Атаһы Айһылыуҙы әсәһенә һәм еңгәләренә ныҡлап һайларға ҡушҡан ине. Сөнки ҡыҙ: “Бармайым мин ул ҡарпыш ҡолаҡҡа. Яратҡан кешемә йәбешеп булһа ла сығам!”-тип ҡысҡырған.
Зәкирйән шырлыҡ янына барып еткәс, туҡтап ҡалды. Дөм-ҡараңғы. Болоттар таралып, бер аҙ ай яҡтыһы төшһә, тирә-яҡ асылып киткәндәй була ла, тағы шомло ҡара төҫ баҫып ала. Егет ергә лып ултырҙы, әсе йәштәр битен өттө. Зәкирйән уларҙы һөртмәне. Бында була иларға, бында уның хәсрәтен бер кем күрмәй. Шул саҡ ул шырлыҡ эсендә кемдеңдер сеңләп илағанын ишетте. Аптырап ҡалды. Ырғып тороп шул яҡҡа табан барҙы, тик күҙенә бер нәмә күренмәй. Ә тауыш көсәйә барҙы. Зәкирйән был кеше түгел икәнлеген аңлап, ауыл яғына һыпыртты. Тик йөрәк өҙгөс тауыш йөрәгенә үтеп инде. Егет кире боролдо. Шырлыҡ эсендәге йән эйәһе уның яҡынлашыуын ишетеп тынып ҡалды. Уның мыш-мыш итеп ауыр тын алғаны ғына ишетелә. Зәкирйән йөнтәҫ бер нәмәгә барып төртөлдө. Ҡурҡыуын еңеп нимә булғанын асыҡларға маташты. Шул саҡ ул был енме-шайтандыңмы кемдеңдер ҡапҡанына эләгеүен аңланы. Ҡартатаһы мәрхүм булғандан һуң уларҙың ауылында һунарсы юҡ. Был иҫке ҡапҡанмы әллә сит кейек аулаусылар улар яғына килеп еткәнме? Зәкирйән ҡапҡанды асырға маташты, әммә уныһы бирешмәне. Был йән эйәһенең нисек унда эләгеүен аңлай алманы ул. Әгәр ен-шайтан булһа, улар күҙгә күренмәй ҙә йөрөй ала бит. Хәйер, һәр нәмәнең үҙ сере барҙыр инде. Зәкирйән маташа торғас ҡапҡанды ысҡындыра алды. Һәм ... иҫен юғалтты.
- Ул нимәштәп улайтып ятаң. Әллә теге зимагурҙар ише бисә ҡайғыһынан шайтан һейҙеген эстеңме, әстәғәфирулла тәүбә! Был тиклем дә оятҡа ҡалыр көнөбөҙ бар икән! Атаһы, тим, атаһы, сыҡ, күр улыңды!
- Нимә ул тиклем һөрәнләйһең бар ауылға? Бар ин!
Зәкирйән әсәһенең сәрелдәп ҡысҡырыуын да, атаһының үҙен матҡып тотоп торғоҙорға маташыуын тоя, әммә күптән әсегән ҡамырҙай бәлйерәп төшкән. Башы түҙгеһеҙ итеп ауырта, бөтөнләй ҙә хәле юҡ. Атаһы улының эсмәгәнен аңлап, хафаға төштө.
- Зәкирйән, нимә булды?! Әллә туҡманылармы?
- Юҡ... Башым... Хәлем юҡ.
Атаһы улын өйгә күтәреп индерә. Нимә уйларға белмәй, сәрелдәп, ниҙер һөйләнгән ҡатынын тыя.
- Сыпраңламале юҡҡа! Ҡорот иҙ! Зәкирйән ауырып киткән. Башым ауырта, ти.
Зәкирйән башын ҡалҡытып ҡорот эсерергә маташҡандарын тойоп, барыһын да аҡтарып ҡоҫто. Шунан һуң ғына хәле бер аҙ еңеләйгәндәй тойолдо һәм ниндәйҙер сикһеҙ рәхәтлек хистәренән ул күккә осто...
Егет өс көн, өс төн аңына килмәне. “Зәкирйән үлергә ята”,-тигән хәбәр бар Нуғайға таралды. Быны ишеткән Айһылыу һөйгәне янына атылып барырға уйланы. Тик уны һаҡлаған әсәһе һәм еңгәләре һәр саҡ уяу ине. Ҡыҙ ҡапҡанан да сыға алманы.
Дүртенсе көнөнә Зәкирйән таң менән тороп ултырҙы. Уның янында йыназа сығып ултырған мулла һиҫкәнеп китте.
- Хәлең нисек, улым?
- Яҡшы. Тик ныҡ асыҡтым.
Хәҙер инде ауылға: “Зәкирйәнде Шәкир мулла өшкөрөп терелткән!” тигән хәбәр таралды.
Егет һин дә мин тороп, ашап алып, эшенә тотондо. Шырлыҡтағы йән эйәһе хаҡында уйламаҫҡа тырышты ул. Үҙен һаташыу ғына булды ул, тип алдаштырырға тырышты. Әммә барыһы ла ысын булғанын ҡапҡанға ҡыҫылып, бармағына төйөлгән ҡан да күрһәтә ине. Шулай ҙа был хаҡта бер кемгә лә һөйләргә ашыҡманы. Ышанырҙармы? Юҡтыр? Айһылыу өсөн хәсрәтләнеп йөрөп аҡылынан яҙа башлаған тип уйларҙар.
Был көн урамда “Урыҫ Варис ҡайтҡан!” тигән хәбәр таралды. Был ағайҙы нуғайҙар хәҙер үҙенеке тип ҡабул итмәй. Сөнки үҫмер сағынан сығып киткән Варис ят халыҡҡа. Уның борлатып тәмәке тартып, сыуаштарҙан алған көмөшкәнән иҫергәнен күреп, барыһы ла төкөрөнә-төкөрөнә йөрөй. Шул саҡ Зәкирйәндең башына дыуамал уй килде. “Китергә, ауылдан ҡасырға! Айһылыу минеке булмай икән, уның ситтеке булғанын да күргем килмәй. Йөрәгем түҙмәҫ!”-тип уйланы ул шәп-шәп атлап Урыҫ Варисҡа йүнәлгәндә. Ишек алдында ултырған һаҡал-мыйыҡ баҫҡан ир Зәкирйәнде ҡыуанып ҡаршы алды. Күҙ бәйләнеп барған мәл. Егет йомошон һөйләгәс, Варис түмәрҙәге стаканға һаҫыҡ буръяҡланып торған шыйыҡса ҡойҙо.
- Эс!
- Юҡ, ағай. Атайым өйгә лә индермәҫ.
- Эс! Эсмәһәң, бер нәмә лә әйтмәйем дә, һөйләмәйем дә!
Зәкирйән стаканға ытырғанып ҡараны. Әммә Айһылыуҙы сит ҡосаҡта күреү күренеше был ерәнеүҙе еңде. Ул стаканды күтәреп эсергә уйланы, әммә шул саҡ ниҙер булды. Аңына килгәндә Зәкирйән ерҙә аунап ята ине. Өҫтәлдәге шешә ярылған. Ә Урыҫ Варистың тауышы өй башынан ишетелә. Был нимә булды әле?! Егет аптырап өҫкә ҡараны: “Ағай, ҡай арала унда менеп киттең?!” Тегеһе тауыш бирмәй. Зәкирйән ҡолағыма ишетелгәндер тип ҡайтып китте. Таң беленеү менән ауыл халҡы алама өйөнөң башында, мейес торбаһына сытырман йәбешеп ултырған Урыҫ Варисты күреп бот сапты. “Был зимак мейеһен эсеп бөткәндер”,- тиеште улар. Зәкирйән һәм бер нисә егет уны өй башынан саҡ төшөрөп алды. Дер ҡалтыраған ир: “Шайтан мендерҙе, шайтан. Лыс йөн ҡулдары менән тырнап бөттө”,-тип илай башланы.
Ауылдаштар баш сайҡай-сайҡай өйҙәренә таралышты. Зәкирйәндең күңелендә буран уйнай ине. Урыҫ Варистың һүҙҙәрен ишеткәс, уға барыһы ла күҙенә күренде тип уйлаған нәмәһе ысын булыуын аңланы. Стаканды уның ҡулынан кемдер бәреп төшөрҙө бит. Унан үҙен йыға һуҡты. Зәкирйән барыһы ла шырлыҡта осратҡан йән эйәһе менән бәйле икәнлеген аңлай, әммә һаман ышанып бөтә алмай.
Күп тә үтмәне тағы бер ваҡиға бар нуғайҙарҙы тетрәндереп, тирә-яҡ ауылдарға йәшен тиҙлегендәй таралды. Айһылыуҙы яусылатҡан йорт хужаһы буласаҡ ҡоҙаһының йортона ҡунаҡҡа бара. Үҙе менән ике ағаһын ултыртып ала. Әсегән балдан бер төрлө булған ирҙәр төнөн ҡайтырға сыға. Тик уларҙың атлы санаһы ни ғиллә менәндер остағы йорттоң кәртә башына барып ултыра. Ҡобараһы осҡан ирҙәр аҫтына шыр ебәрә. Ошо хәлдән һуң: “Ауылда бире йөрөй!”- тигән һүҙ өйҙән - өйгә тарала. Айһылыу үҙенеке буласағын көтәүелләп йөрөгән Мөҙәристе атаһы менән бәйле шау-шыу тынғас ҡыҙ йортона килә. Үҙе менән һөйләшергә лә теләмәгән ҡыҙға: “Барыбер минеке булаһың!” - тип ҡысҡырып ҡайтырға сыға һәм ... юғала. Мөҙәристе күрше ауылда табып алалар. Ул бер һүҙ әйтә лә, үҙенең нисек килеп сыҡҡанын да әйтә алмай, бары: “Йөнө, йөнө ауыҙыма инеп китте. Бире менән остоҡ”, - тип туҡтауһыҙ һөйләнә. Ошонан һуң ауыл йәштәре араһында маһайып йөрөгән егет шымып ҡала. Атаһы Айһылыу менән килешергә барырға кәрәк, тигәс, “Юҡ, бармайым да, йөрөмәйем дә, миңә Айһылыу кәрәкмәй. Ана, уға Зәкире өйләнһен!” - тип ҡуя.
Бер-береһенә ғишыҡ утында янған йәштәр шулай уйлмағанда өйләнешә. Сөнки ата кеше “Айһылыуға бире эйәләгән” тигән һүҙҙең тарала барыуын ишетә. Тимәк, ҡыҙы бөтөнләй ултырып ҡалыуы бар. Зәкирйән ҡабатлап ебәргән яусыны ҡәҙерләп ҡаршы алып, риза булып ҡалалар. Йәш ғаилә төп нигеҙҙә өлкәндәр менән бергә йәшәй башлай. Зәкирйән үҙен ниҙер һаҡлап йөрөгәнен көндән-көн нығыраҡ тойомлай. Кәләше лә: “Уяна алмай ята инем, кемдер мине төрткөсләп уятты”,-тип ҡурҡып һөйләй. Күрше йорттарында янғын сығып, уларға етеп килгәндә лә: “Тороғоҙ, янаһығыҙ бит!”-тигән уҫал ир тауышы бар йортҡа яңғырап китте. Әммә етеп килгән ут ниндәйҙер ҡөҙрәт менән уларҙың яғына үтә алманы, шып туҡтаны. Был хәлдән һуң Зәкирйән үҙен шырлыҡта ҡотҡарған биреһе һаҡлауына ышанды. Болоҡһоп киткән мәлендә ишек алдына сығып ултырып, башына өйөлгән мәшәҡәттәрен, көрһөнә-уфтана күренмәгән йән эйәһенә һөйләне лә һөйләне. Шунан һуң еңел булып ҡала ине уға. Ә бына башына төшкән бәләләр үҙенән – үҙе хәл ителде. Дөрөҫөрәге, барыһын яйға һалыуға биреһе әҙәм балаһы аңламаған көсөн һалғандыр.
Был төндә Зәкирйәнде аяҡтары үҙенән – үҙе шырлыҡҡа алып китте. Шул саҡ күктең ҡып-ҡыҙыл ҡандай төҫ алыуын күрҙе. Унан йөрәкте өҙгөс сеңләү тауышы ишетелде. Зәкирйән ҡолаҡтарын ҡаплап, йән асырғанып ҡысҡырып ебәрҙе. Нимәгә икәнлеген аңламаны ул. Ә иртәнсәк Бөйөк Ватан һуғышы башланыуын иғлан иттеләр. Зәкирйәнде беренсе көндө үк һуғышҡа алдылар. Иленә килгән ҡәбәхәт фашистарҙы еңеү өсөн йәнен бирергә әҙер ине ул. Әммә һуғыштың тәүге көнөнән аҙағына тиклем бер яраһыҙ үтте батыр разведчик. Уның йәнһаҡсыһына әүерелгән биреһе бында ла уны ҡалдырманы. Янында шартлаған снарядтар ҙа, үҙенә табан килгән пулялар ҙа урап үтте Зәкирйәнде. Еңеү яулағандан һуң күкрәге тулы орден-миҙалын тағып ҡайтып төштө лә, шырлыҡҡа табан атланы. “Бар, һине лә ғаиләң һағынғандыр”,-тип шыбырланы ул.
...Йылдар үткәс, Зәкирйән олатайҙың нигеҙендә йәшәгән ейәндәре үрге урамға күсеп китте. Был төндө шырлыҡ эсе һуңғы тапғыр биреләр сеңләүенән яңғырап, тәбиғәтте туҡтауһыҙ ямғыр менән илатты. Әҙәм балаларының ямандарын ҡурҡытып, яҡшыларын ҡурсалап йәшәгән йән эйәләре шырлыҡ эсенә мәңгелеккә инеп юғалды...
Гүзәл Иҫәнгилдина.