Миңзифа Ниғмәтуллина
Ниғәмәт ауылы
Мәктәбемә
Мәктәп тигән ошо ҡыҫҡа бер һүҙ
Булды йәшәүемдең асылы.
Шунда үтте минең күпме ғүмер,
Йылдарымдың иң-иң аҫылы.
Мәктәп булды миңә икенсе йорт,
Ошо йортта алдым ҡыуаныс.
Тәүге уҡытыусым юл күрһәтте,
Киләсәккә һалды ышаныс.
Директорым таныҡлыҡ биргәндә,
Тулҡынланыу сыҡты йөҙөмә.
“Уҡы, һин булдыраһың”, - тиеп әйтте,
Ышаныслы ҡарап күҙемә.
Уҡытыусы булып ҡайттым бында,
Мәктәп булды миңә ғорурлыҡ.
Мәктәбемдә эшләү булды бәхет,
Яҙмышыма минең торорлоҡ.
Хаҡлы ялда булһам да мин һаман
Ҡыңғырауҙың моңон һағынам.
Күңелемдә мәңге урын алған
Остаздарыма мин табынам.
Мәктәп миңә һәр саҡ изге урын,
Бар күңелем биреп эшләнем.
Мәктәп тиеп бирҙем бөтә көсөм,
Мәктәп өсөн янып йәшәнем.
Ҡырҡ йыл хеҙмәт йылым үтте бында,
Күпме балаларҙы барланым.
Ҡәнәғәтмен, туған мәктәбемә
Барлыҡ тормошомдо арнаным.
Байрамдарға киләм мин ашҡынып,
Бала сағым иҫкә төшөрөп.
Мәктәбемә булған һөйөүемде
Биреп булмаҫ кеүек бөтөрөп.
2017 йыл
Һаҡлайыҡ телебеҙҙе
Башҡорт булып тыуғаныма мин ҡыуанам,
Һөйләшкәнгә тыуған телдә ғорурланам.
Үҙ телемдә әйтә алам әйтер һүҙем,
Сөнки Башҡортостаным бит тыуған илем!
“Әсәй, атай,” – тиеп асылған бит телем,
Ниндәй матур яңғырай бит ике һүҙем.
Балаларҙы өйрәттем бит ошо телдә,
Ғорурланып йәшәйем шуға бөгөн дә.
Матур ҙа ул, моңло ла ул үҙе телем,
Үҙ теле менән дан алһын башҡорт ерем!
Башҡорттарым һөйләшһендәр үҙ телендә,
Башҡорт рухы йәшәһен һәр беребеҙҙә!
Атым – башҡорт, затым – башҡорт, телем – башҡорт,
Башҡортостан – илкәйемдән китмәһен ҡот!
Һаҡлайыҡ беҙ илебеҙҙе, еребеҙҙе,
Күркәмдәрҙән – күркәм башҡорт телебеҙҙе!
Ерҙә беҙҙән аманатҡа нимә ҡала?..
Әсә телен белеп үҫһен һәр бер бала!
10.12.2024
Атай йорто
Үҙең киттең, атай, йортоң ҡалды,
Һалҡын бушлыҡ биләй күңелде.
Шау-гөр килеп торған ҡотло донъяң
Һағыш тынлығына күмелде.
Ошо бәләкәй өй, атай, һинең
Хәләл көсөң түгеп һалынған.
Алты бала үҫтек ошо йортта,
Алты яҙмыш бында яҙылған.
Һәр бер ҡаҙаҡ бында, атаҡайым,
Үҙ ҡулдарың менән ҡағылған.
Бында үткән иркә бала сағым,
Яҡты хәтирәләр ҡалдырған.
Йортоң миңә, атай, изге урын,
Сәңгелдәгем бында тирбәлгән.
Ә эсенә ҡот, йылылыҡ өҫтәп
Әсәйемдең нуры һибелгән.
Рәхмәт һиңә, үҫтерҙең бит беҙҙе
Сорнап иғтибарға һәм наҙға.
Мәшәҡәттән арынып, үҙең өсөн
Ваҡыт ҡалды микән бер аҙға?
Тормош ҡото миңә, атай, йортоң,
Ҡайтҡаныма күрә ҡыуанам.
Татлы йоҡоларҙан иртәләрен
Күңелдәрем тулып уянам.
Һис үҙгәрткем килмәй уны бер ҙә,
Нисек булған, торһон шул килеш.
Бар нәмәнән ҡиммәтерәк миңә
Өлөшөмә төшкән был көмөш.
Йылдар үткән һайын, ғәзиздәрем,
Мин йыш һеҙҙе иҫкә төшөрәм.
Тыуған нигеҙемдә йәшәүемдән
Оло ҡәнәғәтлек кисерәм..
Ноябрь, 2012 йыл
Һөйгәнемә
Һөйҙөм һине йәшерен бер һөйөү менән,
Эстән генә янып-көйөү менән.
Үтә бара йылдар, үтә айҙар,
Ҡабатланып тора йыл да яҙҙар.
Шул саҡтарым төшһә иҫтәремә,
Төрөнәмен наҙлы хистәремә.
Ҡайтып киләм кеүек йәшлегемә,
Артта ҡалған айлы кистәремә.
Күҙ алдыма киләһең йәш килеш,
Сәстәреңә ни арала төшкән көмөш?
Күҙ эйәрмәй ваҡыт үтеүенә,
Миҙгелдәрҙең килеп-китеүенә.
Ҡайһы арала килеп етте ғүмер көҙө,
Ҡаршыбыҙға атлай бит ҡартлыҡтың үҙе.
Тиҙҙән килеп һуҙыр ул ҡулдарын,
Табып булмаҫ ҡотолоу юлдарын.
Бер көн һымаҡ йәшәлгән йылдарым,
Алып китә алыҫҡа уйҙарым...
Тормош ҡанундары ниндәй ябай:
Иртәгә мин – әбей, ә һин – бабай...
Ашығып үтеп барһа ла ғүмер,
Йәшәлгән йылдарым бушҡа түгел.
Белгең килһә күңел торошомдо,
Үтәп барам кеүек бурысымды.
Ниндәй генә булһа ла был яҙмыш,
Һис ялҡытмай икән дә һуң был тормош.
Йылдар үтә барған һайын ары,
Йәшлеккә ҡайтҡы килә тағы...
7 август, 2018 йыл