Бөтә яңылыҡтар
Ғаилә йылы
7 Май , 18:00

Һулар һауам...һин

Айһылыу йорттарына йүгерҙе. Уны һуң булыуға ҡарамаҫтан йоҡламаған ҡәйнәһе ҡаршы алды. Уның әрнеүле ҡарашынан Айһылыу кесерәйеп ҡалғандай булды. “Их, килен, яңылыштың бит, ныҡ яңылыштың... Илдар юҡ өйҙә, үҙем ут йотоп ултырам...” Айһылыу ҡурҡып ҡатып ҡалды. Әгәр Илдарға бер-бер хәл булһа, ул быны кисерә алмаясаҡ! Ҡайҙа ғына икән ул?! Их, ғәфү итһен ине! Илдарҙың алдында сәсем менән ер һеперергә ризамын тип уйланы ул...

Һулар һауам...һин
Һулар һауам...һин

Һулар һауам ... һин

Булған хәл

- Туҡта, зинһар, туҡта! Китмә! Ташлама мине!

Йәш ҡатын оҙон сәстәрен еңелсә иҫкән елгә туҙғытып йүгереүен дауам итте. Юлын яҡтыртҡан айға ҡарап һөйгәне имен генә булыуын һәм үҙен ғәфү итеүен ялбарҙы.

Айһылыу йыш-йыш тын алып йүгергәндә, үткәндәре йәнен әрнетеп, бер туҡтауһыҙ күҙ алдынан үтте.

Бала саҡтан ғашиҡ Айҙарға бер ул ғына күҙ атманы. Әммә егет әле бер, әле икенсе ҡыҙ менән йөрөп, барыһының да йәнен үртәне. Унан егеттең Нәзирә менән осрашыуы, хатта туйҙары буласағы ишетелде. Был хәбәрҙән Айһылыу һары һағышҡа һабышты. Ул Айҙарҙан башҡа бер кем тураһында уйлай алмай ине. Шул ваҡытта үҙен йыуатып, эскәмйәлә илағанда ҡосағына алып, йыуатып ултырған Илдарҙың үҙен хис-тойғолары булыуы хаҡында уйламаны ла. Әммә баҫалҡы һәм аҡыллы егет ҡайғыға һабышҡан ҡыҙҙың янынан китмәне. Улар һәр саҡ икәүләшеп йөрөнө. Айһылыу егеткә Айҙар хаҡында һөйләне лә һөйләне.

Бер кис Айҙар Айһылыуҙы урамда туҡтатты. Ҡыҙ яратҡан кешеһенең күҙҙәренә ҡарап ҡатып ҡалды. “Нисек инде?! Ул үҙе миңә өндәште, туҡтатты!”

Айҙарҙың үҙен кискеһен йөрөп килергә саҡырыуы көскә башына барып етте. Айһылыу сыңғырлатып көлөп, ризалығын биреп йүгереп инеп китте. Кискелеккә бик ентекле әҙерләнде ул. Айҙар һомғол тәненә һылашып торған күлдәк ҡыҙға яратып ҡараны. Ошо кис улар осраша башланы. Айһылыу хыялдар ҡорҙо, уртаҡ киләсәк хаҡында уйланды. Шул ваҡыт Нәзирәнең Айҙарҙан ауырлы икәнлеге бар ауылға таралды. Егет: “Ә мин уға бер ниндәй вәғәҙә бирмәнем. Аборт эшләтһен”,-тип яурынын ғына һелкетте.

Айһылыу ҙа Нәзирәне егеткә үҙе йәбешеп йөрөүҙә ғәйепләне. Үҙенә тура әйтмәһә лә, әхирәттәренә шулай тине. Хатта Нәзирә янынан Айҙар менән ҡултыҡлашып үтеп китеүҙәрен әллә ни күрҙе. Ауырлы Нәзирәгә һауалы ҡараш ташлай ине ул. Айһылыу әсәһенең: “Яңылышаһың бит, ҡыҙым. Йәш ҡыҙ, тыумаған сабый яҙмышы менән уйнаған егеткә ышанырға ярамай”,-тигән һүҙҙәренә лә ҡолаҡ һалманы.

Айһылыу менән Айҙарҙың һөйөүе тәүҙә үтә ҡыҙыу ине. Бер-береһен туҡтауһыҙ күргеләре килеп, йыш осраштылар. Ҡыҙ үҙенә үтә ҡарап үтеп киткән Илдарҙы ла күрмәне, хатта уның менән һөйләшкеһе лә килмәне. Әммә бер ай үткәс Айҙар унан алыҫлаша башланы. Хәҙер инде уның башҡа ҡыҙҙар менән дә шаярып һөйләшкәне, уларҙы ҡосоп алыуҙары ла ишетелә башланы.

Бер көн егет ҡыҙға килә алмауын әйтте. “Эшем күп”,-тине. Әммә Айһылыу уның клубта булыуын ишетте. Ҡыҙ ярһып шунда йүнәлде. Тик Айҙар икенсе ҡыҙ менән ҡосаҡлашып тора ине. Айһылыу уның янына килеп битенә сәпәп ебәрҙе һәм боролоп сығып китте. Ул йәштәрҙең битен тотоп торған Айҙарҙан рәхәтләнеп көлөүен дә ишетмәне.

Ҡыҙҙы йыуатыу тағы ла Илдар өҫтөнә төштө. Айһылыу өндәшмәҫкә әүерелде, ябыҡты, һурылды. Тиҙҙән ул Айҙарҙың өйләнгәнен ишетте. Был уның өсөн бар тормошон селпәрәмә килтерҙе. Айһылыу сираттағы мәртәбә Илдарҙың: “Кейәүгә сыҡ миңә! Һине бәхетле итеү өсөн барыһын да эшләрмен”,-тигән тәҡдименә риза булды.

Бәхетле Илдар уларҙың туйын юғары кимәлдә үткәреү өсөн бар көсөн һалды, шатлығынан осоп йөрөнө. Айһылыуҙың үҙен яратмауын белә ине ул, әммә иғтибарлылығы, сикһеҙ һөйөүе менән уны иретә алырмын тип уйланы. Ҡәйнәһе килененең улын яратмауын беренсе көндән үк аңланы. Ҡыҙ үҙен һалҡын тотто, алдында йүгереп йөрөгән улын нисек ыҙалатыуын күрҙе. Бер көн түҙмәй: “Ғүмер бер килә. Яратмайһың икән – кит! Әммә һине шул тиклем дә ныҡ яратҡан егет тағы булырмы икән?!”-тине.

Айһылыу ирен дә, ҡәйнәһен дә һанламай, үҙенсә йәшәүен дауам итте. Илдарҙың уны сәскә-бүләктәргә күмеүе, һәр теләген үтәп тороуын да “шулай тейеш” тип ҡабул итте. Бер көн иренең алып ҡайтҡан роза сәскәһенә бармағын сәнстерҙе. Бар донъяға асыулы Айһылыу розаның сәнскеле урыны менән Илдарҙың битенә һуҡты. Битенән ағып төшкән ҡан юлағын күреп үҙе ҡурҡып китте. Әммә Илдар бер һүҙ өндәшмәне. Ләкин уның ҡарашы! Ундағы йән һыҙлауы, әрнеүе, төпһөҙ үкенесе йөрәкте ярырлыҡ ине.

Бер байрам көнөндә улар клубҡа китте. Айһылыу клуб түрендә торған Айҙарҙы шунда уҡ күрҙе. Ул да тағы ла һылыуланып, арбағыс булып киткән йәш ҡатынға иғтибар итте. Илдар кәләшенә ҡараны. Ә Айһылыуҙың ҡарашы тик Айҙарҙа ғына. Илдар ҡатынының сит иргә ни тиклем сикһеҙ һөйөү менән ҡарағанын, күҙҙәре янып китеүен күрҙе. “Ә миңә ул бер ҡасан да улай ҡараманы һәм ҡарамаясаҡ”,-тип уйлап боролоп сығып китте.

Айһылыу иренең юҡлығын һиҙмәне лә. Янына килгән Айҙарға барып һыйынды ул. Уныһы айырылырға йөрөүен, Айһылыуҙы онота алмауы хаҡында белдерҙе. Ошо һүҙҙәрҙән башы әйләнгән йәш ҡатын был төндө йортона ҡайтманы. Айҙар уға әйберҙәрен йыйып килергә ҡушты. “Ҡалаға китәйек. Мин һине ҡалдырмайым, бергә булайыҡ”,-тине ул. Әгәр Айһылыуҙың башы һөйөүенән шул тиклем әйләнмәгән булһа, ул ирҙең ҡарашындағы һалҡынлылыҡты тойор ине.

Таңға ҡайтып ингән Айһылыу Илдарҙың бер нөктәгә текәлеп ултырыуын күрҙе. Ҡатынының әйберҙәрен йыйғанын күреп: “Һин бит “Айҙар үткәндә ҡалды, мин уны бер ҡасан да ғәфү итмәйәсәкмен” тинең. Мин шуға күрә генә өйләнешергә тәҡдим иттем. Һине бәхетле итеү өсөн барыһын да эшләнем. Уның менән бергә булырға теләгәс, был хаҡта тәүҙә әйтеп, айырылып, шунан ғына уның менән төн үткәреп булмай инеме? Ни өсөн мине улай бөтә ауыл алдында мыҫҡыл итергә кәрәк ине. Бар хистәремде аяҡ аҫтына һалып тапаның бит шул ҡылығың менән...”-тине шым ғына.

Айһылыу бер мәлгә әллә нәмә эшләп китте. Унан: “Һиңә мине тикшерергә түгел, ир була белер кәрәк ине!”-тип сығып китте.

Айҙар уны ауылдан алып китергә ашыҡманы. Тәүҙә улар бар ауыл көтөү ҡыуғанда, иртәнге эштәрен барлағанда, машинала ултырҙы. Унан ауыл янындағы аҡланда булдылар. Кис төшөп, күҙ эленә башлағас, Айҙар Айһылыуҙың сумаҙанын машинанан сығарып ултыртты. “Бар, ҡайтһаң да була!”-тине ул яуыз тауыш менән. “Нисек инде улай? Беҙ ҡалаға китмәйбеҙме ни?”-тип һораны Айһылыу аптырап. “Ә нимәгә кәрәк ул һин миңә унда? Минең бынамын тигән ҡатыным бар. Мин айырылырға йыйынмайым!” “Ә ни өсөн һин мине һаман да яратыуыңды белдерҙең һуң?”-тине Айһылыу һаман ышанмай. “Иҫеңдәме, һин бар ауыл алдында минең битемә тондорғайның? Буласаҡ ҡатыным алдында? Унан барыһы ла мине мыҫҡыл итеп көлдө. Хәҙер инде бына һинән көлһөндәр!”

Айҙар үҙенә ҡағылырға тырышҡан Айһылыуҙы этә төрттө лә машинаһына ултырып ҡуҙғалып та китте. Йәш ҡатын ҡайындар төбөндә оҙаҡ илап ултырҙы.

Төнөн сумаҙан һөйрәп ҡайтып ингән ҡыҙын күргән әсәһе аптыраманы. Уның нисек оятҡа ҡалыуы тураһында бар ауыл геүләп һөйләй ине. “Их, ҡыҙым, күпме әйттем һиңә! Айҙарҙың буш ҡыуыҡ булыуын барыһы ла белә ине. Ниндәй шәп, изге йәнле Илдарҙы рәнйеттең. Ундай ир һәр кемгә тәтемәй ул. Ҡәҙерен белмәнең. Ә ҡәйнәләрең ниндәй һәйбәт кешеләр. Уларҙың күҙҙәренә нисек ҡарармын?..”

Бөршәйеп ҡалған Айһылыу Илдар хаҡында уйланы. Ошондай ауыр мәлдә һәр саҡ ул ҡосағына алыр ине. Уның менән шул тиклем тыныс, ышаныслы ине. Ә хәҙер ул үҙен яланғас ҡалғандай тойҙо. Айһылыу өҙөлөп Илдарын һағынды. Ул хәҙер уға кәрәк, бик кәрәк! Һулар һауалай кәрәк.

Айһылыу йорттарына йүгерҙе. Уны һуң булыуға ҡарамаҫтан йоҡламаған ҡәйнәһе ҡаршы алды. Уның әрнеүле ҡарашынан Айһылыу кесерәйеп ҡалғандай булды. “Их, килен, яңылыштың бит, ныҡ яңылыштың... Илдар юҡ өйҙә, үҙем ут йотоп ултырам...”

Айһылыу ҡурҡып ҡатып ҡалды. Әгәр Илдарға бер-бер хәл булһа, ул быны кисерә алмаясаҡ! Ҡайҙа ғына икән ул?! Их, ғәфү итһен ине! Илдарҙың алдында сәсем менән ер һеперергә ризамын тип уйланы ул.

Шул саҡ үҙенә ауыр саҡта күл янына барып ултырғанын хәтеренә төшөрҙө. Илдар ҙа “минең иң яратҡан урыным был хәҙер. Сөнки һәр һуҡмаҡҡа һинең эҙҙәрең, еҫең һеңгән” тиер ине. Шунда ул Илдар, шунда!

Айһылыу айлы һуҡмаҡтан йүгереүен дауам итте. Бүрәнәлә ултырған Илдарҙы сырамытып йөрәге йыш-йыш тибә башланы. Айһылыу иренең алдына теҙләнеп ҡулдарынан тотто. “Кисер мине, әгәр кисерә алһаң, зинһар, кисер! Тик бөгөн генә һулар һауам һин икәнлегеңде аңланым...”

Илдар субырлап йәштәре ҡойолған Айһылыуҙы үҙенә ҡыҫты. Мәңгелек ҡыуанысы ла, йөрәген мең-мең киҫәктәргә тереләй телгесләп, түҙгеһеҙ ауыртыуға ла һалған мөхәббәте шул... Барыһын да оноторға теләгән Илдар ҡарашын йондоҙло күккә төбәне. Уның күҙҙәренән дә әсе йәштәр аға ине...

Гүзәл ИҪӘНГИЛДИНА.

 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: