Бөтә яңылыҡтар
Ғаилә йылы
5 Май , 21:00

Хоҙай Тәғәләнең ҡөҙрәттәре киң...

Әммә Нәфисә һәм Илшатҡа балаларына бар дөрөҫлөктө һөйләп бирергә тура килде. Сөнки яңы тормош юлына аяҡ баҫып, эш башлаған ике егет тә, уларҙың һеңлеләре лә яратҡан атаһы һәм әсәһенең яҙмыштары тураһында бер ни ҙә белмәй ине. Бәхеткә, барыһы ла аңлап, килешеп ҡабул ителде. Был хәл татыу ғаиләне тағы ла берҙәмләштерҙе, яҡынайтып ебәрҙе...

Хоҙай Тәғәләнең ҡөҙрәттәре киң...
Хоҙай Тәғәләнең ҡөҙрәттәре киң...

Нәфисә Артур менән нисек осрашып-танышҡандарын иҫләп, йылмайып ҡуйҙы. Бар, бар, күңелгә яҡын иҫтәлектәре лә бар уның!

Икенсе курста уҡып ҡына йөрөгән сағы. Атаһы менән әсәһе ярҙам итә алмағас, бик ауырға тура килә ине уға. Әллә нисә йөҙ саҡрым алыҫлыҡта ятҡан райондан булыуы ла хәлде ҡатмарлаштырҙы. Яҡын тирәнән уҡыған ҡыҙҙар, ана, аҙна һайын ҡайтып, һөтөн-майын, картуфын, башҡаһын да ташыны. Ә уға ҡайҙа! Йылына ике генә ҡайтты. Ҡыш һәм йәй. Атаһы менән әсәһенең үҙҙәренә лә еткерә алмаған аҡсаһы, ҡыҙға ла артманы. Шуға күрә ҡыҙ уҡыуынан тыш эшләргә лә мәжбүр булды.

Ул көндө ҡап-ҡара, йомро көсөктөң юлға йүгереп сығып, өҫтөнә менеп килгән машиналарҙан нисек ҡасырға белмәй үрһәләнгәнен күреп ҡатып ҡалды Нәфисә. Унан оҙаҡ уйламай бәләкәй йән эйәһе артынан ташланды. Ҡапыл тормозға баҫып сыйылдаған тауышты ғына ишетеп ҡалды. Артабан көслө һуғыу һәм ҡараңғылыҡҡа осто.

Нәфисә дауаханала аңына килде. Ҡыҙҙың ҡабырғалары һынған һәм мейеһе ныҡ һелкенгән булып сыҡты. Нәфисәне дауаханаға килтергән Артур, ҡыҙҙың аңына килеүен ишетеү менән янына килеп инде.

- Һин нисек, һылыу? Ҡурҡыттың бит!

- Ә теге көсөк нисек? Тапалманымы?

- Юҡ, юҡ, этең өсөн борсолма. Уға бер нәмә лә булманы. Мин уны ваҡытлыса приютҡа ҡалдырып торҙом. Унда хайуандарҙы бик яҡшы ҡарайҙар.

- Ул минеке түгел ул... Ҡапыл күреп ҡалдым да...

Ҡыҙ хәлһеҙләнеп күҙҙәрен йомдо. Башы әйләнеүҙән түҙә алмай ине ул. Өҫтәүенә күңелде болғанды. Егет алдында уҡшыуҙан тартынды.

Килеп ингән табип ҡыҙҙың хәлен шунда уҡ аңланы һәм егеткә сығырға ҡушты. Артур бер ҡайҙа ла бармаясағын, коридорҙа ултырасағын белдерҙе. Нәфисә мыҡты кәүҙәле, фыртым ғына кейенгән егеткә ҡарап йылмайып ҡына ҡуйҙы. Ул Артурҙы үҙенең ҡотҡарыусыһы тип уйланы.

Кискә ҡарай ҡыҙ палатаһының ишек төбөндә кемдәрҙеңдер бәхәсләшеүен ишетте. Уның менән бергә ятҡан оло йәштәге ҡатын: “Аҡ-ҡараны айырмай сабып кеше тапайҙар, унан йөрөйҙәр йүгерешеп”,-тип мыңғырҙап ҡуйҙы.

Нәфисә бер нимә лә аңламаны. Тиҙҙән уның янына Артур һәм ят ағай менән апай килеп инде. Ҡыҙ бер нәмә лә аңламайынса уларға төбәлде.

- Ҡыҙым, хәлдәрең нисек?-тип һораны ҡатын йылмайып.

Нәфисә ниңәлер уны тәү күреүҙән үк оҡшатманы. Сөнки уның үҙе йылмайһа ла, күҙҙәре туң ҡалды. Тауышы ла үтә яһалма булып яңғыраны.

- Рәхмәт, яҡшы,-тип кенә ҡуйҙы ул.

- Ярай, бик яҡшы. Ә бына беҙҙең бик үк түгел әле,-тине лә, ҡатын илай башланы.

Артурҙың: “Ну, мам!”-тиеүенән, был ҡатындың егеттең әсәһе икәнен аңланы. Әммә теге туҡтарға теләмәне:

- Артур улыбыҙҙың машинаһы алдына үҙең йүгереп сыҡҡанһың бит. Ул ғәйепле түгел! Өҫтәүенә Артур һине шунда уҡ машинаһына һалып алып, дауаханаға килтергән. Ҡасмаған! Шулай булғас уның тормошон боҙма, йәме, үтенеп һорайым!

Нәфисә аптырап ҡалды. Унан: “Мин бер кемде лә ғәйепләргә йыйынмайым. Үҙем йүгереп сыҡтым юлға”,-тип бышылданы. Шул саҡ табип килеп инмәһә, Артурҙың әсәһе ҡыҙға тағы әллә нәмәләр әйтеп бөтөр ине. Теге хәлде шунда уҡ аңлап, барыһын да сығарып ебәрҙе. Шәфҡәт туташтарына ҡыҙҙың янына бер кемде индермәҫкә ҡушты. Кискеһен Артур Нәфисә янына үтеп инә алды.

- Һин ғәфү ит мине. Әсәйемдең һүҙҙәренән һуң мине яуаплылыҡтан ҡасыр өсөн йөрөй тип уйлағанһыңдыр. Ә мин һине оҡшаттым. Ниндәйҙер мәхлүк йән эйәһе өсөн юлға атылып сығырға ҡурҡмаған ҡыҙға һоҡландым.

Нәфисәгә лә егет бик оҡшай ине. Уның һәр һүҙенә ышанды. Әгәр ҙә иғтибарлыраҡ булһа, ул үҙенең йәйәүлеләр үткәүеленә сығыуын, ул урындан һәр машина тиҙлеген әкренәйтеп, юлда булған кешеләргә туҡтап үтергә тейешлеген белер ине. Әммә авария ваҡытында бәләкәй көсөк өсөн ҡурҡыуы, унан тән йәрәхәттәре алыуы – барыһын да онотторған ине. Шуға күрә Артурҙың артабанғы һүҙҙәренә лә бер тамсы икеләнеүһеҙ ышанды.:

- Нәфисә, авариянан һуң мотлаҡ хоҡуҡ һаҡсылары ла килеп етер. Һин минең тураһында бер нәмә лә өндәшмә лә ҡуй. Дауаханаға мин алып килгәнде лә әйтмә. Уларға бит кешене нимәлә булһа ла ғәйепләргә генә кәрәк.

- Һуң һинең ғәйебең юҡ бит!

- Уларға уныһы барыбер. Иң мөһиме – ғәйепле итергә кемделер. Унан йөрө йылдар буйы суд тупһаһын тапап.

Йәштәр шулай килешеп ҡуйҙы. Нәфисә үҙенән һорау алырға килгән тәфтишсегә “бер нәмә лә хәтерләмәйем” тиеүҙән башҡаны әйтмәне. Быны ишеткән табип баш сайҡап ҡына ҡуйҙы. Күрәһең, ул да барыһын да аңлағандыр.

Шулай башланып китте уларҙың мөхәббәте. Әле бына ике тиҫтә йылдан ашыу ваҡыт үткәндән һуң ғына Нәфисә һөйөү үҙенең яғынан ғына булыуын яҡшы аңлай. Ә ул ваҡытта 19 йәшлек бер ҡатлы ҡыҙыҡай бар донъяһын онотоп ғашиҡ булды. Артурҙың атаһы менән әсәһе лә тәүҙә уны ҡабул иткәндәй һымаҡ ине. Хәҙер уйлап ҡараһа, йылы мөнәсәбәттәре уларға ашарға әҙерләп, өйҙәрен таҙартып, дачаларында тәртип урынлаштырыуға ҡайтып ҡалған икән. Артурҙың әсәһе һаман шул ялағай йылмайыуы менән ҡыҙҙы бөтмәҫ эштәргә ҡушты. Ҡайһы саҡта Нәфисә уларҙың осона сыға алмай, уларҙа ҡуна ҡала ине. Артур менән шулай бергә йәшәп алып киттеләр. Тик никах, туй тураһында һүҙ сыҡманы. Ә Нәфисә ата-әсәһенә бик яҡшы ҡала егетен осратыуы, үҙенең бәхетле булыуы хаҡында әйтеп өлгөргәйне. Ҡыҙ өсөн егет менән бергә булған һәр минуты ҡәҙерле ине. Бергә буласаҡтарында ла, туй ҡыңғырауҙары яңғыратып үтәсәктәренә лә ышана ине.

Ине... Нәфисә үҙенең ауырға ҡалғанын шунда уҡ аңламаны. Өс айҙан һуң тойомлауы артты һәм табипҡа барып күренгәс кенә Артурға әйтте. Был ваҡытта ҡыҙ ятаҡтағы бүлмәһенә онотҡанда бер ҡайтып әйләнә ине. Артур яңылыҡты өндәшмәй ҡабул итте. Төнөн ҡыҙ аҫҡы ҡаттан ишетелгән шау-шыуға уянып китте. Артурҙың әсәһенең сәрелдәгәнен ике -өс метр бейеклектәге ҡоймалар артына йәшенгән күршеләр ҙә ишетерлек ине.

- Нисек инде ауырлы?! Һин нимә уйланың?! Шул ауыл хәйерсеһен кәләш итеп алырға уйлайһыңмы? Алһаң, уның менән ҡуша сығып китәһең. Ана, ятағына барып йәшәгеҙ!

- Һин үҙең уның менән яҡшы мөнәсәбәт булдырырға, үҙемә ғашиҡ итергә ҡушҡайның түгелме?

- Алйот, мин һинең башың төрмәлә серемәһен өсөн эшләнем быны!..

Нәфисә уларҙың нимә хаҡында һөйләшкәндәрен ишетеп, телһеҙ ҡалды. Артур уны төкөгәндә “праваһыҙ” булған икән. Был уның беренсе мәртәбә ҡылған аварияһы булмаған. Быға тиклем ул эскән килеш юл ситенән китеп барған ике кешене төкөгән. Улар тере ҡалған. Әммә Артурҙы төрмәгә ултыртмаҫ өсөн, эште ябыу маҡсатында ата-әсәһе зыян күреүселәргә ҙур аҡса түләгән. Ошо хәл яйланып бөтмәгән, Артур Нәфисәне төкөгән. Әлбиттә, бындай мәлдә уға хоҡуҡ һаҡсыларына бөтөнләй күренергә һәм үҙен белдерергә ярамаған. Шуға күрә ул Нәфисәне әүрәтеп алып йөрөгән. Әммә ҡыҙға өйләнеү тураһында уйлап та бирмәгән. Быларҙың барыһын да Артур илауҙан шешенеп бөткән ҡыҙға үҙе һөйләп бирҙе. “Мин бит һиңә бер ҡасан да хис-тойғолар белдермәнем. Һин барыһын да үҙең уйлап таптың. Өйләнеүгә килгәндә, минең йәрәшелгән кәләшем бар. Буласаҡ ҡайным-ҡәйнәм менән улар әлегә сит илдә. Улар ҡайтыу менән туйыбыҙ буласаҡ. Был беҙҙең ғаилә бизнесын киңәйтеү өсөн кәрәк”,-тип һүҙен тамамланы ул. Нәфисә аптыранып: “Ә миңә нимә эшләргә һуң? Атайым менән әсәйем туйға әҙерләнә...”-тип әйтеп тә өлгөрмәне, Артур: “Ҡалғаны инде һинең проблемаң! Мин һине былай ҙа дүрт ай бушлай ашатам-эсерәм. Әсәйем кейем алып бирҙе. Ятаҡ тормошонан ял иттең рәхәтләнеп. Абортҡа аҡса бирербеҙ”,-тине.

Нәфисәнең ошо айҙар дауамында уларҙың йортонда ялсы урынына донъя таҙартыуы иҫкә лә алынманы. Артурҙың әсәһенең: “Һин ҡалала, байлыҡта йәшәйем тип ауырға ҡалдыңмы?! Хәйерсе! Һыйыр ҡойроғона ғына йәбешеп йәшәй торған мәхлүкһең һин бит! Нимәгә өмөт иттең? Бар, күҙемә күренмә, сығып кит!”-тигән зәһәр һүҙҙәре Нәфисәне уттай көйҙөрөп үтте.

Һаман ниндәйҙер мөхәббәткә ышанған, өмөт иткән Нәфисә үҙен быуып барғандай йорттан сығып йүгерҙе. Артурҙың әсәһенең артынан куртка һәм итектәрен осорғанын да күрмәне. Егеттең һөйөүенә һаман ышанған ҡыҙ уны көн дә көттө. “Ниңәлер Артур мине ярата, әммә әсәһенең һүҙенән үтә алмайҙыр, тип уйланым. Икәүләшеп йөрөгән парк һуҡмаҡтарын, кинонан һуң шаяра-көлә ҡайтҡан саҡтарҙы оҙаҡ онота алманым. Кеше шул тиклем килештереп ғашиҡ булып ҡылана алыуына ышанманым. Артурҙы ла атаһы һәм әсәһе минән айырғандыр тип уйлап, уны көтөп йәшәнем. Аборт яһатыу тураһында уйламаным да...”-тип ике тиҫтә йыл элек булған хәтирәләргә бирелә Нәфисә.

Ҡыҙ бар ғорурлығын аяҡ аҫтына һалып тапап, үҙе егет янына бара. Тик Артур уны танымағанға һалышып янынан үтеп китә. Нәфисә шул саҡта ғына хыялында йөрөткән мөхәббәтенең, Артурға бәйләгән бар уй-хыялдарының буш ҡыуыҡ ҡына булыуын аңлай. Ҡыҙ тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайта. Атаһы Нәфисәнең ауырлы икәнлеген күреп: “Кейәү ҡайҙа?”-тип һорай. Ҡыҙының алданғанын белгәс, ата кеше оҙаҡ өндәшмәй ултыра. Унан әсәһе аша Нәфисәнең тыуған йортонан сығып китеүен талап итә.

Ҡыҙ район үҙәгенә барып урынлаша. Нәфисә ҡул эштәренә бала саҡтан оҫта була. Ул башлыҡ, кофта түгел, хатта күлдәктәр ҙә бәйләй. Заказдарына йыйған аҡсаһына фатирға инә. Бәпес табыу ваҡыты яҡынлаша бара. Нәфисә артабан ниҙәр буласағы хаҡында уйларға ла ҡурҡа. Шул ваҡытта урамда күптән күрмәгән әхирәтен осрата. Ул Нәфисәне өйөнә сәйгә тип алып ҡайта. Был йортта ҡапыл яңғырап киткән сабый тауышына аптырап китә ул. Әхирәте: “Ҡайнаға килде бәпесе менән. Килендәш бәпесен тапҡандан һуң ҡапыл гүр эйәһе булды”,-ти.

Нәфисә әле башын да тотмаған сабыйын ҡәҙерләп кенә тотҡан йәш иргә йәлләп ҡараны. Сәй артында оҙаҡ һөйләшеп ултырҙылар. Ҡапыл илап алып киткән сабыйҙы ла ла Илшат менән икәүләп ҡаранылар. Ошо осрашыу Нәфисәнең яҙмышын тулыһынса үҙгәртте. Бала табыу йортона улы менән уны алырға Илшат килде. Улар бер ғаилә булып бәхетле итеп йәшәп китте. Артур тураһында хәтирәләр ҙә, тиле йәшлегенең яҡты хәтирәһе булып ҡына, ҡайһы саҡта күңеленә килде. Ысын мөхәббәте – ышаныслы, ныҡ, бер һүҙле, аҡыллы Илшаты икәнлеген ҡатын йәшәй бара яҡшы аңланы. Ғаиләгә өсөнсө бәпес булып уртаҡ балалары – ҡыҙҙары тыуҙы. Илшат үҙ эшен асып, бик етеш һәм матур итеп донъя ҡорҙо улар.

Һәм бына нисәмә йылдар үткәс Артур йәнә Нәфисәнең яҙмышына үтеп инде. Дөрөҫөрәге, тотош ғаиләһенең тормошона килеп ҡыҫылды. Ҡасандыр тәтәй малай булған Артурҙың донъяһы селпәрәмә килгән булып сыҡты. Ғаилә бизнесы юҡҡа сыҡҡан, йәрәшеп алып биргән кәләш күптән ташлап киткән, үҙе эскелеккә һабышҡан. Шул ваҡытта уның хәтеренә Нәфисә, дөрөҫөрәге, балаһы иҫенә төшкән. Ниндәйҙер “аҡыллы баш” уға балаһынан алимент түләтеп, рәхәтләнеп шул аҡсаға йәшәп булыуын өйрәткән. Ә был баланың тыуыуына ҡаршы килеүен, уға бер тин ярҙам күрһәтмәүен ул, әлбиттә, онотҡан ине. Әлбиттә, законһыҙ рәүештә атайлыҡҡа һәм алиментҡа дәғүә иткән Артур судта еңелде. Әммә Нәфисә һәм Илшатҡа балаларына бар дөрөҫлөктө һөйләп бирергә тура килде. Сөнки яңы тормош юлына аяҡ баҫып, эш башлаған ике егет тә, уларҙың һеңлеләре лә яратҡан атаһы һәм әсәһенең яҙмыштары тураһында бер ни ҙә белмәй ине. Бәхеткә, барыһы ла аңлап, килешеп ҡабул ителде. Был хәл татыу ғаиләне тағы ла берҙәмләштерҙе, яҡынайтып ебәрҙе.

Тик яҡшы хәтирәләрҙе генә күңелемдә тоторға тырышам. Артурҙы йәлләйем һәм уға рәхмәтлемен дә. Әгәр ун туғыҙ йәшемдә яҙмыш һуҡмағымда ул осрамаһа, яратҡан Илшатым да, алтындай балаларым да, теүәл донъям да булмаҫ ине. Бәхетле булһын”,-тине моңһоу ғына йылмайып Нәфисә.

Эйе, яҙмыш беҙгә нимә әҙерләгәнен бер кемебеҙ ҙә белмәй. Бөгөн үрҙә булып, башҡаларға өҫтөн йылмайғандарҙың упҡынға тәгәрәүе, йәки һуңғы көс менән тормошҡа сытырман йәбешкәндәрҙе уйламаған ерҙән сикһеҙ бәхет үҙ ҡосағына алыуы бар. Тормош бит...

Гүзәл Иҫәнгилдина.

Әхлаҡи күҙлектән сығып, исемдәр үҙгәртеп алынды.

 

 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: