Бөтә яңылыҡтар
Ғаилә йылы
3 Май , 16:35

“Тормошто яратып ҡабул итәм”

Баймаҡ районының Йомаш ауылынан Дауыт Исламов урамда уйнап йөрөгәнендә юл-хәрәкәте фажиғәһенә тарый. Ул саҡта уға ни бары алты ғына йәш була. Шул минуттан ғүмерлеккә инвалид булып ҡала. Ләкин физик мөмкинлеге сикләнһә лә ул үҙендә йәшәүгә көс таба. Урындағы мәктәпте тамамлай. Атаһы уны иртәле-кисле белем алыуға алып йөрөй. Һуңынан Ырымбур ҡалаһының финанс-иҡтисади колледжына уҡырға инә. Өс йылдан һуң ул финанс белгесе булараҡ ҡулына диплом ала һәм тыуған ауылында эшләй башлай...Тулыраҡ беҙҙең сайтта: 

2024 – Башҡортостанда һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр тураһында хәстәрлек йылы

“Тормошто яратып ҡабул итәм”

Баймаҡ районының Йомаш ауылынан Дауыт Исламов урамда уйнап йөрөгәнендә юл-хәрәкәте фажиғәһенә тарый. Ул саҡта уға ни бары алты ғына йәш була. Шул минуттан ғүмерлеккә инвалид булып ҡала. Ләкин физик мөмкинлеге сикләнһә лә ул үҙендә йәшәүгә көс таба. Урындағы мәктәпте тамамлай. Атаһы уны иртәле-кисле белем алыуға алып йөрөй. Һуңынан Ырымбур ҡалаһының финанс-иҡтисади колледжына уҡырға инә. Өс йылдан һуң ул финанс белгесе булараҡ ҡулына диплом ала һәм тыуған ауылында эшләй башлай.

Дауыт Исламовтың 18 йыл хеҙмәт стажы тупланған. Тәүҙә сауҙа өлкәһендә, һуңынан “Һаҡмар” колхозында диспетчер булып эшләй. Был осорҙа профсоюз комитеты рәйесе лә, иҫәп-хисапсы булып та хеҙмәт итергә тура килә уға. Ниндәй генә эш ҡушһалар ҙа уны ҙур яуаплылыҡ менән башҡара.

- Колхоздың малсылыҡ, үҫемселек тармаҡтары буйынса эшмәкәрлектең күрһәткесен алып район хакимиәтенә тапшырыу өсөн һәр көн эш сәғәтем таңғы етенсе яртыла башлана торғайны, - тип хәтерләй ул йылдарҙы Дауыт Зиннур улы. – Ул йылдарҙа колхоздың гөрләп эшләп торған сағы ине. Фермала 420-480 баш һыйыр аҫрала. Күпме һөт һауып алынған, күпме ер сәселгән, йәки уңыш йыйып алынған – барыһын да белә инем. Баш бухгалтер Әғзәм ағай Барлыбаев мине бөтә яҙыу-һыҙыу эшенә йәлеп итә торғайны. Документ әйләнешен алып барҙым. Колхозсыларға иген таратыу буйынса комиссияла торҙом.

Дауыт Исламов үҙенең физик мөмкинлегенең сикләнеүенә ҡарамаҫтан, бар күңелен һалып эшләй. Хеҙмәте Башҡортостан агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре профсоюз комитетының Почет грамотаһы менән баһалана. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һаулығы насарайыуы сәбәпле, уға эштән китергә тура килә. Ләкин төшөнкөлөккә бирелмәй. Атаһы менән бергә көндәлек яҙа башлай. Тәүҙә ҡараған нәфис фильмдары буйынса фекерҙәрен теркәп бара. “Көн һайын киноға йөрөй торғайным. Бер сеанс 10 тин, һуңғараҡ 20 тин булды. Аҡса булмағанда йомортҡа менән дә түләп инә торғайныҡ”, - ти Дауыт ағай. Һуңғараҡ уның көндәлегендә һауа торошо, ауылдың көндәлек тормошо ла сағылдырыла. 5-10 йыл элек булған һауа торошон бөгөнгө менән сағыштырып, үҙ фекерҙәрен дә теркәп ҡуя. Ҡыҫҡаһы, 1975 йылдан алып барылған көндәлегендә ауылының тарихы тупланған, хеҙмәт кешеләре тураһында бай һүрәтләмә бар. Кемдең нисәнсе йылдарҙа механизатор, ә кемдең һауынсы булып эшләүе тураһында исемлеккә теркәлгән.

Әйткәндәй, Дауыт Зиннур улына ҡасандыр тота башлаған көндәлеге бөгөн дә бик ярап ҡала. Мәжит Байегетовтың ауылдаштарының социаль селтәрендә алып барған викторина һорауҙарына беренсе һәм дөрөҫ итеп яуап биреүҙә тап шул яҙмалары ярҙам итә лә инде.

- Яҡындарымдың бөтәһенең дә тыуған көндәрен яҙып алғанмын, - ти Дауыт Исламов. – Иң беренсе булып уларҙы мин ҡотлайым. Донъя мәшәҡәттәре менән онотолоп киткән туғандарым матур көндө иҫтәренә төшөргәнем өсөн рәхмәт белдергән саҡтар ҙа бар.

Дауыт ағай тәүҙә ата-әсәһе менән бергә торһа, һуңғараҡ уны тәрбиәгә Гөлйемеш апаһы ала. Һуңғы ун биш йылда һеңлеһе Гөлсөм һәм кейәүе Наил Әбүбәкировтар менән бергә йәшәй.

- Беҙҙең өйҙөң йоҙағы инде ул Дауыт ағайым, - тип әңгәмәгә ҡушылды Гөлсөм апай. - Берәй ҡайҙа китһә уның булмағанлығы шунда уҡ һиҙелә. Балаларымдың бәләкәстәрен дә көтөшә. Йәйгеһен бесәнгә барып ашарға бешерә. Ғөмүмән, ул бер ҡасан да үҙен йәлләтеп, эшһеҙ ултырғаны юҡ. Тулы тормош менән йәшәй.

Ысынлап та, Дауыт ағай күңел төшөнкөлөгөнә бирелеп ултыра торғандарҙан түгел. Уға ике тапҡыр физик мөмкинлеге сикләнгәндәргә тәғәйенләнгән машина бирелә. Транспорт менән идара итеү өсөн Стәрлетамаҡтағы махсус автомәктәптә уҡып, таныҡлыҡ ала. Уның егерме йыл водитель стажы бар. Ләкин бөгөн Дауыт ағай машина йөрөтөүҙе туҡтатҡан. Һуңғы осорҙа һаулығы ҡаҡшау сәбәпле операция эшләтергә мәжбүр булған. Ләкин ул тейешле һөҙөмтә бирмәй. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, Дауыт ағай тормошто яратып ҡабул итә. Уға һәм уның яҡындарына ныҡлы сәләмәтлек, сабырлыҡ, күңел тыныслығы теләйбеҙ.

Лилиә ТАКАЕВА.

Автор фотоһы.

“Тормошто яратып ҡабул итәм”
“Тормошто яратып ҡабул итәм”
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас: