Бөтә яңылыҡтар
Ғаилә йылы
3 Май , 12:15

Матур ғаилә - ил күрке

Альбина үҙе Буранбай ауылында тыуып үҫкән. Тормош иптәше Рөстәм – Таулыҡайҙан. Йәштәр танышып, һөйөү уты тоҡанып, 2005 йылда өйләнешә һәм Таулыҡайҙа төпләнә. Бәхетле һәм татыу ғаиләлә ике ул һәм ике ҡыҙ тәрбиәләнә. Балалар ҙа ата-әсәһенең эшһөйәрлеген, уңғанлығын, тырышлығын һеңдереп үҫә...

Матур ғаилә - ил күрке
Матур ғаилә - ил күрке

Район-ҡалабыҙҙың сараларында әле бер, әле икенсе кешенән әңгәмә алған мөләйем был һылыу шунда уҡ иғтибарымды йәлеп итте. Баймаҡ телевидениеһына бик шәп журналист алғандар икән, тип уйлап ҡуйғайным тәү мәртәбә күргәндә. Артабан уның “Һаҡмар” гәзитенә оҙайлы йылдар күләмле, матур мәҡәләләр яҙып торған Альбина Байегетова икәнлеген белдем. Альбинаның ғаиләһе менән танышыу ҙа һоҡланыу тойғолары уятты.

Альбина үҙе Буранбай ауылында тыуып үҫкән. Тормош иптәше Рөстәм – Таулыҡайҙан. Йәштәр танышып, һөйөү уты тоҡанып, 2005 йылда өйләнешә һәм Таулыҡайҙа төпләнә. Бәхетле һәм татыу ғаиләлә ике ул һәм ике ҡыҙ тәрбиәләнә. Балалар ҙа ата-әсәһенең эшһөйәрлеген, уңғанлығын, тырышлығын һеңдереп үҫә. Өлкән улдары Айҙар Өфө яғыулыҡ энергетика колледжынының Баймаҡ филиалында 3 - сө курста белем ала. Айгиз Сибай медицина колледжының беренсе курс студенты булһа, ҡыҙҙары Мәликә Таулыҡай ауылы мәктәбенең 4-се класында уҡый. Кескәй Мәҙинә урындағы “Ҡарлуғас” балалар баҡсаһында йөрөй. Ғаилә башлығы 2011 йылдан вахта ысулы менән Силәбе өлкәһендә водитель булып эшләй. Балалар аталарының ялға ҡайтыуын түҙемһеҙлек менән һағынып көтә. Баймаҡҡа йөрөп эшләгән Альбина улдарына һәм ҡыҙҙарына тейешле тәрбиә биреүгә бар көсөн һала. Уңған ғаилә мал-тыуар көтә, йәйгеһен күпләп ҡош-ҡорт алып, уны эш итеп ала, гөрләтеп баҡса үҫтерә.

Альбинанан: “Балаларығыҙҙы тәрбиәләүҙә күберәк нимәгә иғтибар бирәһегеҙ?”-тип һорайым. “Уларҙың йыр–бейеүгә, спортҡа булған һәләттәрен артабан үҫтерергә тырышабыҙ. Был беҙҙең, ата-әсәнең, бурысылыр, тип һанайбыҙ. Айҙар улыбыҙ спортты үҙ итһә, Айгиз улым йыр–моңға ғашиҡ. Ул район һәм республика кимәлендә үткән йыр конкурстарында ҡатнашып, призлы урындар ала. Мәликә ҡыҙым да районда үткән шиғыр, эпос һөйләү конкурстарында ҡатнаша. Икеһе лә республика кимәлендә үткән “Сулпылар” телевизион йыр–моң бәйгеһендә ҡатнашты. Йырсыларға бай төбәктә тыуып үҫкәнгәме, мин үҙем дә йырларға яратам, тик әлегә сәхнәгә сыҡҡаным юҡ. Балаларымдың да йыр-моңға һөйөүе киң билдәле Буранбай феноменынан киләлер, бәлки. Тағын да беҙҙә көнө буйы “Тамыр “ йә иһә “Ҡурай” каналы асыҡ тора. Өйҙәге эш араһында ла шунда яңғыраған йырҙарға ҡушылып йырлап йөрөйбөҙ. Балаларыбыҙҙың һәр башланғысын хуплап, артабан үҫешеү өсөн ярҙам итергә тырышабыҙ. Аталары вахтала, мин дә йөрөп эшләгәс хужалыҡ эштәрендә улар беҙҙең төп ярҙамсы, эш белеп үҫәләр. Ғаиләбеҙ менән саф һауала ял итергә яратабыҙ. Йәйен урманга еләк-емешкә йөрөйбөҙ, Талҡаҫ күлендә ял итһәк, ҡышын тау шыуырға барабыҙ. Иң мөһиме, балаларыбыҙ һау булһын, киләсәктәре бәхетле булһын”,-тине Альбина ғаиләнең көнитмеше менән уртаҡлашып.

Байегетовтарҙың балаларының ҡаҙаныштарын бер-бер артлы яуған бихисап Почет грамоталары, Маҡтау ҡағыҙҙары билдәләй, уларҙы һанап бөткөһөҙ. Альбина Баймаҡ телевидениеһында янып эшләгән кеүек, йәмәғәт тормошонда ла бик әүҙем. “Эшсе ҡатын-ҡыҙ” район конкурсында ҡатнашып өсөнсө урын яуланы. Ҡәләм тибрәтеү оҫтаһы булараҡ һайлау участкаларының блогеры булып та сығыш яһаны. Тормош иптәшенең вахтанан ҡайтыуын тәмлекәстәр бешереп, балаларының һәм үҙенең яңы ҡаҙаныштары менән һөйөндөрөү ҙә был ғаиләнең матур йолаһына әүерелгән.

Уңған, татыу, ишле Байегетовтарға киләсәктә лә тик бәхет йылмайһын. Балаларҙың ҡыуаныстарын ғына татып, рәхәтләнеп йәшәргә насип итһен. Матур ғаиләнең яҡты уйҙары тормошҡа ашһын, юғары маҡсаттарға өлгәшергә яҙһын.

Гүзәл Салихова.

 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: