Һаҡмар
+6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ғаилә йылы
26 Апрель , 16:55

"Башҡорт халыҡ уйындары"

#Проект#Башҡорт_халыҡ_уйындары#Әбделкәрим_ауыл_китапханаһыӘбделкәрим ауыл мәҙәниәт йорто алдында "Башҡорт халыҡ уйындары" проекты сиктәрендә "Башҡорт халыҡ йола уйындары" исемле байрам үтте.

#Проект
#Башҡорт_халыҡ_уйындары
#Әбделкәрим_ауыл_китапханаһы
Әбделкәрим ауыл мәҙәниәт йорто алдында "Башҡорт халыҡ уйындары" проекты сиктәрендә "Башҡорт халыҡ йола уйындары" исемле байрам үтте.
Байрам сараһының беренсе өлөшөндә "Түңгәүер" фольклор ансамбле яҙғыһын үткәрелгән йолаларҙың береһе "Күк килде" йолаһын күрһәтте (сценарийҙың авторы мәғариф ветераны, "Түңгәүер" фольклор ансамбле ағзаһы Байсыуаҡова Әлфиә Әғзәм ҡыҙы).
Икенсе өлөшөндә ауыл китапханасы, "Түңгәүер" фольклор ансамбле, уҡыусылар менән берлектә башҡорт халыҡ уйындары: "Аҡ тирәк, күк тирәк", "Йәшерем яулыҡ", "Алырым ҡош, бирмәм ҡош", "Тирмә", "Наза" уйындарында ҡатнашты. Байрам сараһынан һәр кем көс, дәрт алып күтәренке кәйефтә таралышты.

Гөлниә Хәлфетдинова, китапханасы.

"Башҡорт халыҡ уйындары"
"Башҡорт халыҡ уйындары"
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас: