Һаҡмар
+2 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ғаилә йылы
25 Апрель , 17:00

Һоҡланғыс ғаилә ул - Рәжәповтар

Ата-әсәһенә оҡшап балалар ҙа уңған, эшһөйәр, тәрбиәле булып үҫеп килә. Өлкән улдары Тимур һәм Ғәзинур яғыулыҡ-энергетика колледжында белем ала. Динислам, Баязит, Ильяс һәм Эльмира Сыңғыҙ мәктәбендә уҡый. Бәләкәстәре Ибраһим һәм Гүзәлиә балалар баҡсаһына йөрөй. Ишле ғаилә бар эште бергә башҡарып, матур кәйефтәре менән уртаҡлашып, гөрләтеп, татыу йәшәй...

Һоҡланғыс ғаилә ул - Рәжәповтар
Һоҡланғыс ғаилә ул - Рәжәповтар

Күп балалы ғаиләләр һәр саҡ һоҡланыу тойғолары уята. Уларҙың йорто ла айырым ҡото, сағыу балҡышы менән иғтибарҙы йәлеп итә. Сыңғыҙ ауылынан 8 бала тәрбиәләгән Рәжәповтар ҙа уңғанлығы, гөрләтеп йәшәүҙәре менән айырыла.

Биктимер Рәжәпов Сибай педагогия колледжында белем алғанда буласаҡ кәләше Земфира менән таныша. Йәштәр аараһында һөйөү уты ҡабына. Уҡыуҙы тамамлағас та улар өйләнешә. Йәш ғаилә 2004 йылда Крепостной Йылайыр ауылында тормош юлын башлай. Биктимер алған белеме буйынса ошо ауылда мәктәпкә эшкә урынлаша. Бер-бер артлы Тимур һәм Ғәзинур исемле улдары доңъяға килә.

Ғаилә башлығының күңеле һәр саҡ тыуған яҡтарына тартыла, ул Сыңғыҙға ҡайтып үҙ йортон һалыу маҡсаты менән янып йәшәй. Шуға күрә күрше Беренсе Этҡол мәктәбенә эшкә урынлаша. Хөкүмәт тарафынан йәш ғаиләләр өсөн булдырылған ярҙам программаһын файҙаланып, 2009 йылда үҙ йортло булалар. Яңы өйгә күскәс өсөнсө улдары Динислам доньяға килә. Ғаилә башлығы 2012 йылда шәхси эшҡыуар булып теркәлеп, ағас эшкәртеү эшен асып ебәрә. Утын ташырға техника ла һатып алалар. Ағас бысыу базаһын булдырып, эшселәр йәлеп итеп, эш урындары булдыра. Яҡын-тирәләге райондарға, ауылдарға, заказ буйынса, төрлө үлсәмдәге ағас материалдар, буралар етештерә башлайҙар.

Бәхетле парҙы һөйөндөрөп бер-бер артлы Баязит, Ильяс, Ибраһим улдары һәм Эльмира, Гүзәлиә исемле ҡыҙҙары тыуа. Уңған ҡатын, хәстәрлекле әсә Земфира Мәсғүт ҡыҙы Рәжәпова Сибай педагогия колледжында башланғыс класстар уҡытыусыһы һөнәрен ала. Үҙ ғүмерен балаларына, ғаиләһенә бағышлай ул. Ҡура тулы һыйыр, йылҡы малы, ҡош-ҡорт үрсеткәс, эш етерлек. Бик тәмле итеп ит, һөт ризығын етештерә. Тағы бер яратҡан шөғөлө – баҡса үҫтереү. Земфира тормош иптәшенә һәр яҡтан ныҡлы һәм ышаныслы терәк. Эшҡыуарлыҡ буйынса иғландар биреү, заказдарҙы йыйыуҙы ла үҙ өҫтөнә алған.

Ата-әсәһенә оҡшап балалар ҙа уңған, эшһөйәр, тәрбиәле булып үҫеп килә. Өлкән улдары Тимур һәм Ғәзинур яғыулыҡ-энергетика колледжында белем ала. Динислам, Баязит, Ильяс һәм Эльмира Сыңғыҙ мәктәбендә уҡый. Бәләкәстәре Ибраһим һәм Гүзәлиә балалар баҡсаһына йөрөй. Ишле ғаилә бар эште бергә башҡарып, матур кәйефтәре менән уртаҡлашып, гөрләтеп, татыу йәшәй. Тыуған еребеҙҙең ҡото һәм өмөтлө киләсәге булған Рәжәповтарға тормоштоң тиң яҡшы яҡтарын ғына татып, оҙон-оҙаҡ бәхеттә генә йәшәргә яҙһын.

Гүзәл Иҫәнгилдина.

 

Һоҡланғыс ғаилә ул - Рәжәповтар
Һоҡланғыс ғаилә ул - Рәжәповтар
Һоҡланғыс ғаилә ул - Рәжәповтар
Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: