Һаҡмар
+4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ғаилә йылы
20 Апрель , 12:30

Өлгөрмәнем

Өлгөрмәнем, өлгөрмәнем, Булманы hайлағанса. Тормош үҙемде уйната Ҡанhырап аунағанса...

Фәнил Әбделмәнов көйө

Буранбай Искужин шиғыры

 

Уйнарға ине гармунда

Моңдарын ойосҡотоп.

Шишмәләр сыңлаған саҡта

Ҡоштарҙың моңон отоп.

Ҡушымта:

Өлгөрмәнем, өлгөрмәнем,

Булманы hайлағанса.

Тормош үҙемде уйната

Ҡанhырап аунағанса.

 

Сиртергә ине ҡылдарҙы

Бармаҡтар ҡанағанса,

Үрләргә ине үрҙәрҙе

Ҡанhырап ҡолағанса.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: