Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы кәңәштәр
24 Апрель , 16:40

Сейәнең файҙаһы ҙур

Сейәнең япрағы төрлө шифалы матдәләргә бай: витаминдар, ферменттар, минераль тоҙҙар… Сейәнең япрағын сәскә атҡан мәлендә йыйыу кәңәш ителә. Киптереү, һаҡлау — ғәҙәттәгесә. Емеше һәм һуты аҙ ҡанлылыҡтан, һыуыҡ тейҙереп сирләгәндә (тын алыу юлдары шешкәндә) файҙалы. Сейә япрағынан әҙерләнгән ҡайнатма бауыр һәм үт ҡыуығы шешкәндә, эс киткәндә ҡулланыла. Дауаны әҙерләү өсөн...

Сейәнең файҙаһы ҙур
Сейәнең файҙаһы ҙур

Сейә майҙа сәскә ата, емеше июндә, июлдә өлгөрә. Ҡыр сейәһе республикабыҙҙа ла үҫә, әммә һуңғы йылдарҙа ныҡ кәмегән. Дауаланыу өсөн үҫемлектең емеше, япрағы ҡулланыла.
 Емеше составында шәкәр (17,5 процент), пектин, каротин, В, С, РР витаминдары, фолий кислотаһы һәм башҡа биологик актив матдәләр бар. Сейәнең япрағы төрлө шифалы матдәләргә бай: витаминдар, ферменттар, минераль тоҙҙар… Сейәнең япрағын сәскә атҡан мәлендә йыйыу кәңәш ителә. Киптереү, һаҡлау — ғәҙәттәгесә. Емеше һәм һуты аҙ ҡанлылыҡтан, һыуыҡ тейҙереп сирләгәндә (тын алыу юлдары шешкәндә) файҙалы.
Сейә япрағынан әҙерләнгән ҡайнатма бауыр һәм үт ҡыуығы шешкәндә, эс киткәндә ҡулланыла.
Дауаны әҙерләү: киптереп ваҡланған 1 ҡалаҡ сейә япрағын 1 стакан ҡайнар һыуға һалып, талғын утта 10-15 минут ҡайнатып алырға кәрәк. Дауаны аш алдынан көнөнә өс тапҡыр 1-2 ҡалаҡ эсергә.
Сейә емеше һабаҡтарынан әҙерләнгән ҡайнатма бөйөр ауыртҡанда, эс киткәндә файҙалы.
Дауаны әҙерләү: 2 балғалаҡ киптерелгән емеш һабаҡтарын 1 стакан ҡайнар һыуға һалып, талғын утта 10-15 минут ҡайнатып алырға. Ашар алдынан көнөнә өс тапҡыр 1/3 стакан эсергә.
Баҡсала үҫтерелгән сейә лә файҙалы. Дауаланыу ҡыр сейәһен ҡулланғандағы кеүек.
Сейә емешенең һөйәгендә амигдалин исемле көслө ағыу бар. Быны оноторға ярамай.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: